Мәғлүм булыуынса, уҙған йылда 13 ауылда “Зәйнулла ишан эҙҙәренән” тигән сара гөрләп үткәйне. Күптән түгел Әҡлимә Сафина етәкселегендәге инициатив төркөмгә Троицк ҡалаһында әлеге кисәнең дауамын уҙғарырға яҙҙы.
“Рәсүлиә” мәҙрәсәһе ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. Ҙур тәҙрәләрҙән төшкән ҡояш нурҙары ла килеүселәрҙе сәләмләй кеүек. Ихатаға барып инеүгә үк мәҙрәсәнең тәрбиәләп тотолоуы шунда уҡ күҙгә бәрелә. Бөтә ерҙә таҙалыҡ. Бер яҡ ситтә ихатаға йәм өҫтәп, ыҡсым ғына тирмә, саҡ ҡына арттараҡ иркен ашхана урынлашҡан. Ахун ҡыҙҙары: Лина Мөхәмәтйәрова, бер туғандар: Аза һәм Юлиә Ғимазетдиновалар, Хәснә Зөлҡәрнәева, ихласлап ҡорбан итенән былау әҙерләү эшенә тотонғандар.
Мәҙрәсәнең эске өлөшө лә иркен, яҡты. Беҙҙән алда килеп өлгөргән Ҡолош ауылының ир уҙаманы Хәҙис Сафиуллин, ихлас йылмайып, барыһын да ишек төбөнән әйҙүкләп ҡаршы алып тора. Учалы делегацияһы исеменән алып килгән гәзит-китаптарҙы тапшырғас, ҡырҡлаған кеше Белорет ҡалаһының дин әһеле, хажи Зөлфәр Хәлитов етәкселегендә зекер әйтте. Өйлә намаҙы уҡығансы, уңғанбикәләр былауҙы ла өлгөрттөләр. Ашханалары шул тиклем яйлы. Тәпәш кенә итеп эшләнгән өҫтәл артында былау ашау бик тә уңайлы булды. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе имамы Аязбек Нуртышев тураһында айырым әйтмәү мөмкин түгел: эште алып барыу менән бер рәттән, ул ҡала ситендәге биләмәлә ике йөҙ баш һарыҡ, ат аҫрай. Биш балалы ғаилә башлығы булараҡ, ярҙамсы хужалығы уға бик тә ярап ҡала. Аязбек данлыҡлы мәҙрәсәнең әлеге хәл-торошона байҡау яһап, айырыуса, шәкерттәрҙе башҡорт телендә уҡытырлыҡ мөғәллимәләр юҡлығына борсолоу белдерҙе. Ул тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлауға ла битараф түгел. Мәҫәлән, уның ата-әсәһе Зәйнулла ишан фотоһының оригиналын һаҡлап тотҡан. Шул фотоны күрһәткәс, ҡунаҡтар аһ итеп ҡалды… Зәйнулла ишандан ҡалған таяҡты (посох) һәр кемгә тоттороп ҡараны. Ирекһеҙҙән, таяҡты бынан бер нисә йыл элек кемдеңдер урларға тырышҡаны, белеп ҡалып, сик буйында уны тотоп, кире ҡайтарыуҙары иҫкә төшә. Аллаһы Тәғәләнең хикмәте: таяҡ ярҙамында дауаланғас, берәүҙең аҙна буйы ҡулы янып ыҙаланғаны тураһында һөйләгәне лә онотолмай.
Силәбе ҡалаһынан Зәйнулла ишандың ейәнсәре Нилүфәр ҙә килгәйне. Ул олатаһының баҡсаһында үҫкән сейә, алмаларын килтереп таратты. Теләгәндәр сейә ҡыуаҡтарын һатып алды.
Силәбе өлкәһенең ижтимағи палатаһы вәкиле: Элвира Янгакова бер төркөм әүҙемдәргә: Әҡлимә Сафинаға, Хәҙис Сафиуллинға, Хәснә Зөлҡәрнәеваға, Гөлгөл Мөхәмәҙиеваға, Риф Мөхәмәтовҡа, Жәүәт Имашевҡа, Марат Солтанғоловҡа, Зөбәйҙә Ҡәләмоваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Һуңынан бергәләшеп Мосолмандар зыяратына юл тоттоҡ. Бейек һәм ҡуйы булып үҫкән үлән араһынан һалынған берҙән-бер һуҡмаҡтың тап-таҡыр булыуына ҡарағанда, Ишан маҡәменә юлдар өҙөлмәй икәнлегенә йәнә бер инандыҡ. Өфө ҡунағы Ринат “Йәәсин” сүрәһен уҡып, әрүәхтәрҙең рухын шатландырҙы.
Беҙҙең инициатив төркөм бик ойошҡан, әүҙем булып сыҡты. Ҡороғор вирус арҡаһында бер нисә ай күрешергә яҙмағайны. Шул рәүешле, Өстамаҡ ҡалаһында “Зәйнулла ишан эҙҙәренән” тигән сарала яҡындан аралаштыҡ. Ишанға бәйле хәтирәләр яңыртҡандан һуң, күңелдәр күтәрелгәндәй булды. Хәтер кисәһенең дауамы Әбйәлил районының Байым ауылында үткәреүҡ аралған. Беҙгә йыш ҡына шундай һорау бирәләр: ни ҡыйратаһығыҙ инде, шул тиклем йөрөп, аҡсағыҙ артып барамы, тип әйткәндәре лә бар. Шәхсән үҙемдән сығып әйтәм: тәү сиратта, бөйөк шәхестең шәкерттәренең исем-шәрифтәрен асыҡларға ярҙам итте был саралар. Бер ваҡыт Бәләбәй ҡалаһынан килгәйнеләр. Улар сығышы менән Учалы районынан. Әммә, ситтә йәшәү сәбәпле, Зәйнулла ишандың һеңлеһе Бүләкзаданың ҡыҙы Әминә тураһында белмәйҙәр. Был турала Ҡотойҙан Нәйрә Хилажева мәғлүмәт биргәйне: ошо тәңгәлдә минең уларға ярҙамым ярап ҡалды. Ҡотой ауылы ҡыҙы Әминә, ауылыбыҙҙың боронғо имамы Сәғиҙулла Хәбибулла мулланың улы Әхмәҙулланың йәмәғәте булған. Тимәк, Зәйнулла ишан беҙҙең тарафтарға юл тотҡанда, шәкерттәренә генә түгел, ә был яҡҡа килен булып төшкән ҡыҙының хәлен дә белеп торған.
Ә беҙ ишандың шәкерттәре тураһында йәнә бер яңылыҡҡа юлыҡтыҡ. Күптән түгел Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдиновтың бергә эшләгән хеҙмәттәштәре килгәйне. Ауыл зыяратына барып, ундағы боронғо яҙмаларҙы барланылар. Яңы мәғлүмәт таптылар: Амангилде улы Мотаһар (1823/1886).
Мотаһар Амангилде улының ҡәбер ташына яҙылған: умер шейх, мулла Мутагар бине мулла Амангильде мулла аль Накшбанди в 1886г.
Өфөнөң үҙәк архивында документ та һаҡланған. 1859 йыл. Ревизия мәғлүмәте. Ырымбур губернаһы. Верхнеурал өйәҙе. 7 йорт. Сураманово. №29. Тимәк, Сораман ауылында Нәҡшбәндиә тәғлимәтен өйрәнгән дин әһеле йәшәгән.
Зәйнулла ишандың дуҫы Мифтахетдин Аҡмулланың маҡәменә барырға насип булды 19 сентябрҙә. Киләсәктә сараны Ҡазан ҡалаһында уҙғарыу ҙа ниәттә бар.
Фото: Мифтахетдин Аҡмулланың зыяратында.