Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 10:50

Кирәбе ауылында

Иң боронғо клуб

Был мәҙәниәт йорто әллә 1883, әллә 1887 йыл һалынған!
Кирәбелә Ильичев тигән сауҙагәр ҡарағастан йорт һалған була. Таштан ҡаралты-ихата һаман да өлөшләтә һаҡланған әле. Купец магазин тота, Мейәскә алтын ташыу менән шөғөлләнә. Революциянан һуң ғаиләһе менән Себергә һөргөнгә һөрөлә.
Нәҫел ғәйеп булмай, урындағы кешеләр һөйләгән ысын булһа – 1986 йыл байҙың зат-зәүере бында кире килеп, өй биләмәһендә йәшерелгән алтын тәңкәләр менән хазинаны алып киткән, ти.
Нисек кенә булмаһын, элек төҙөй белгәндәр шул – ағас йорт быут ярым ваҡыт тора. Халыҡҡа мәҙәниәт йорто сифатында хеҙмәт итә. Тик бына, бүрәнәләренә бер ни булмаһа ла, ҡалған конструкциялар иҫкерә инде. Айырыуса, һуңынан төҙөлгән төкәтмә ҡаҡшаған.
-2016 йыл Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ауыл ултыраҡтарына финанс ярҙам күрһәткәндә, 500 мең һумдан ашыу клуб ҡыйығын алмаштырыуға тотондоҡ. Былтыр, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә фасад яңыртылды, тәҙрәләр алыштырылды, тимер күтәрмә ҡоролдо. Быйыл да ошо программа буйынса ремонт дауам итә, хәҙер инде мәҙәниәт усағының эске яға ипкә килтерелә, - ти урындағы хакимиәттең эштәр менән идара итеүсеһе Зөһрә Ильичева.
Ауыл Советы белгесе Ирина Петрованан алған мәғлүмәттәр буйынса, быйыл бер кешенән (балиғ булған) 200-әр һум йыйырға килешәләр. Аңлашыла, был сығымдарҙың бәләкәй генә өлөшө. Ә һәммәһе былтыр 850 мең һумлыҡ ремонт эштәре башҡарылһа, быйыл – 662 мең һум тотонола.
Тыштан заман материалдары менән көпләнгән, яңы тәҙрәле, икенсе ҡатҡа илткән ҡупшы күтәрмә арҡаһында элекке бинаны танырлыҡ та түгел хәҙер! Ә эстә эш ҡайнай. “Сәхнә кейеменә ҡарағанда эш кейемен күберәк кейәм!” – тип йылмайҙы беҙ ингәндә стена ағартып йөрөгән клуб мөдире Зәкиә Мөхәмәтйәнова. Әйткәндәй, тап Зәкиә ханым эшкә урынлашыу менән тәүге эш хаҡына буяу алып, клубты төҙөкләндерә башлағанды күреп, ауыл халҡы ярҙамын тәҡдим иткән икән. Ҡыҫҡаһы, программала ҡатнашыуҙар ысынында ла халыҡ инициативаһы.
Зәкиә Сағитйән ҡыҙы һүҙенән, халыҡ клубҡа ихлас йәрәгән. Хәҙер, яңыртылғас һәм инфекциянан һаҡланыу талаптары йомшартылһа, йәнә гөрләп торор был үткән тормош ҡомартҡыһы. Ә беренсе ҡатта (элекке китапхана) музей ойошторорға ла йыйыналар, урындағы кешеләрҙең йорттарында боронғо әйберҙәр, мебель, башҡа кәрәк-яраҡ байтаҡ икән әле лә, үҙҙәре бер урынға туплап, һаҡлап алып ҡалырға тәҡдим иткәндәр.
Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттә баҫылды.
Читайте нас: