Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 13:20

Коронавирус ҡорбандары арта

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған 35-се пациент яҡты донъя менән хушлашҡан. Ул – Белорет ҡалаһынан 55 йәшлек ханым.

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған 35-се пациент яҡты донъя менән хушлашҡан. Ул – Белорет ҡалаһынан 55 йәшлек ханым. Республиканың Һаҡлыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ҡатын шәкәр диабетынан һәм ашҡаҙан аҫты биҙе липоматозынан [ағза тейешлесә эшләүҙән туҡтай – ред.] яфаланған.
Статистикаға ярашлы, 2020 йылдың 22 сентябренә республикала 8 487 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Тәүлегенә 35 пациентҡа артҡан. Хәҙер 41 сирле дауаханала, уларҙың өсәүһе – ауыр хәлдә. Бер кем дә үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж түгел. Ә 510 кеше өйҙә дауалана.
Бер тәүлектә – 11, йәмғеһе 7 901 пациент вирусты еңгән.
Тәүлек эсендә Башҡортостанда 108 кешелә дауахананан тыш пневмония диагнозы раҫланған, 96-һы һауығып сыҡҡан.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1497180-v-minzdrave-soobshchili-podrobnosti-o-35-m-skonchavshemsya-ot-covid-19-zhitele-bashkirii/
Читайте нас: