Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 17:30

Нәфсе

Төнө буйы йоҡлай алмай борғоланып ятып, саҡ таң аттырҙы Хәмиҙә. Шыбыр тиргә батты, саҡ ҡына йоҡоға талдымы, һаташа, баҫлыға башлай. Күҙен йомоуы була, теге ҡәбер ташындағы ир һүрәте пәйҙә була. Ҙур күҙҙәре менән тишеп, берсә рәнйеп, берсә шелтәләп, берсә ғәжәпләнеп ҡарағандай була ул.

КәбирәНәфсеТөнө буйы йоҡлай алмай борғоланып ятып, саҡ таң аттырҙы Хәмиҙә. Шыбыр тиргә батты, саҡ ҡына йоҡоға талдымы, һаташа, баҫлыға башлай. Күҙен йомоуы була, теге ҡәбер ташындағы ир һүрәте пәйҙә була. Ҙур күҙҙәре менән тишеп, берсә рәнйеп, берсә шелтәләп, берсә ғәжәпләнеп ҡарағандай була ул. Әйтерһең дә: “ Нишләп алдың минең сәскәләремде? Теймә минең раузаларыма”, - тип рәнйей.Хәмиҙә, мәрхүмдең күҙ ҡарашын күтәрә алмай, икенсе яғына әйләнеп ятып ҡараны, әммә тыныслана алманы, йөрәге дарҫлап типте, башы шауланы, ахыр ҙа тәнтерәкләй-тәнтерәкләй тороп йөрәк дарыуы эсте лә, кире урынына ауҙы. Юҡ, һис еңеллек килмәне, киреһенсә, башы әйләнде, ауыҙы кибеп, теле аңҡауына йәбеште. Шәкәр күтәрелде ахырыһы, тип уйлап, тороп тағы ла дарыуҙарын йотто, тынысланырға тырышып күҙҙәрен йомдо. “ Ниңә генә барҙым кисә шул зыяратҡа?! Ниңә генә йолҡоп алдым шул ҡәһәрле раузаларҙы?” Кисәге көн кино таҫмаһы кеүек ҡабат-ҡабат күҙ алдынан үтте.... Ишембайҙа йәшәп ятҡан апаһы Минира телефондан шылтыратып, хәл- әхүәл белешкәс:- Хәмиҙә, ике-өс көн рәттән мәрхүм атайым менән әсәйемде төшөмдә күрәм, хәйерлегә булһын инде. Үҙем юрауымса, улар беҙҙән риза түгелдәр һымаҡ, - тип илауланы.- Шулайҙыр инде. Инде өс йыл килеп тә күренмәйһегеҙ бит. Ана, бүтәндәр йылына ике-өс тапҡыр зыярат ҡылып, ата-әсәләренең ҡәберҙәрен тәрбиәләп, ризалыҡтарын алып тора. Ә беҙҙекеләр... Мин юҡ-юҡта барып киләм дә ул.- Һин шунда йәшәгәс, төп йортта ҡалғас, тейешһең инде...- Әйҙә, апай, киләһе йомаға ҡайт. Бөтәһе лә мәрхүм булған яҡындарын зыярат ҡыла, ҡыштан һуң ҡәберҙәрен тәрбиәләй. Кеме буяй, кеме сәскә ултырта. Беҙҙекеләр ҙә мәхрүм булып ятмаһын.Хәмиҙә, апаһы менән арыу ғына итеп килешеп һөйләшкәс, көн элгәре зыяратҡа барып, нимәләр кәрәк буласағын күҙалларға ниәтләне. “Буяуҙары ла уңып бөткәндер инде, ҡарағура баҫҡандыр, ноҡ заман ултыртҡан сәскә ишараттары ла күптән ҡороп бөткәндер”, - тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, төштән һуң зыяратҡа барып әйләнергә булды.Белгәндәрен ауыҙ эсенән генә уҡый-уҡый, ата-әсәһенең ҡәберенә йүнәлде. Кешеләр бер ҙә йоҡлап ятмаған, мәңгелек йорттарҙың күбеһе әллә ҡайҙан күҙгә ташланып балҡып тора, таныш һуҡмаҡ та тапала төшкән.Яҡындарының ҡәберен саҡ-саҡ тапты Хәмиҙә. Үҙе лә быға аптырап китте – күптән юлы төшмәгән икән шул... Ҡар, ямғыр аҫтында тороп, ҡыйшая төшкән, буяуы бөтөнләй уңған рәшәткәләрҙе, ҡәбер өҫтөндәге былтырғы сүп үләндәрен күреп, йөрәге өшөнө. “ Юҡҡа инмәгәндәр икән икән Минира апайымдың төшөнә. Ярай әле килгәнмен, тәртипкә килтерергә кәрәк”, - тигән уй менән сығыр яҡҡа боролдо.Юлында яйлаңҡырап, башҡаларҙың ҡәберенә күҙ һала-һала, нимәләр эшләргә кәрәклеген уйлай-уйлай килә торғас, күҙе оло юл ситенә иң яҡын рәттәге ҡәбергә төштө. Ҡәбер киң итеп матур кирбес менән уратылып, шыйыҡ ҡына йәшкелт төҫкә буялған, ҡупшылығы менән үҙенә йәлеп итеп тора. Хәмиҙә, аҙымдарын аҡрынайтып, яҡыныраҡ килде. Ҡәбер өҫтөндәге ташҡа мөләйем йөҙлө, һөйкөмлө уртаса йәштәге ир рәсеме беркетелгән. Һәр урында бөхтәлек, мәрхүмгә ихтирам, һөйөү һиҙелә - яңыраҡ ҡына тәрбиә ҡылғандары күренеп тора. Ҡәберҙең тап уртаһында былтырғы күп йыллыҡ сәскәләр шытып килә. Шул саҡ күҙҙәре ҡәберҙең ике ҡапма – ҡаршы мөйөшөндәге үҫентеләргә төштө. Бәй-й-й-й... Раузалар бит ... Әллә бөгөн генә ултыртҡандар инде, һипкән һыуҙары ла йүнләп һеңеп бөтмәгән.“Һе, ҡыйбат тип тормағандар, ултыртҡандар бит әле. Тик улар үҫеп китерме икән?! Баҡсала үҫтереү ҙә анһат түгел. Тәрбиә, һыу булмаһа, улар ҡорор бит”, - тип һөйләнә-һөйләнә ары атланы, тик ҡапҡаға барып етмәне – кире боролдо, яңынан ҡәбер янына килде. Ҡайһы арала яралғандыр башында гонаһлы уй: “Улар бында барыбер үҫмәҫ, әрәм булмаһындар, аҡса емеше бит! Йәй буйы күҙ яуын алып балҡып ултырған төрлө төҫтәге раузаларым араһында был икәүгә лә урын табылыр”.Тәпешкәләре менән еүеш ҡәбер тупрағына баҫып, рауза үҫентеләрен һурып алыуын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Тирә яғына ҡарана-ҡарана үҫентеләрҙе пакетына тыҡты. Шул саҡ ниндәйҙер көс Хәмиҙәне рәсемгә ҡарарға мәжбүр итте – һүрәттәге ҙур зәңгәр күҙҙәр уға тере кеүек ҡарайҙар, хатта илаған төҫлө ине. Ҡатын ҡурҡышынан ҡалтырана – ҡалтырана ҡапҡаға ашыҡты. Ҡәбер өҫтөндәге еүеш тупраҡта тәпешкә эҙҙәре мисәтләнеп, сәскә соҡорҙары өңөрәйеп тороп ҡалды...Өйөнә хәле бөтөп ҡайтып инде ул, гонаһлы йөгөн ҡапҡа төбөндә ятҡан полиэтилен аҫтына тыҡты. Йөрәге дарҫлап тибә, ауыҙы кипте, теле аңҡауына йәбеште. Сәйнүгенән сәй ағыҙып эсеп, дарыуҙарын йотҡас ҡына әҙерәк хәл инде уға, күңеле тынысланды. “ Ярай, әллә нимә эшләмәнем дә инде, раузаларға бында яҡшыраҡ булыр, үҫеп китеп, шау сәскәгә күмелеп ултырырҙар әле”, - тип һөйләнә-һөйләнә, ҡояш байыр алдынан ғына, кеше күҙенән йәшереп, раузаларҙы баҡсаһына ултыртып та ҡуйҙы.Иртәгәһенә урынынан ауырлыҡ менән тороп, эшләгән ҡылығының оло гонаһ икәнен оноторға, үҙен нисек тә аҡларға тырышып, бөтә уйын Минира апаһын ҡаршыларға әҙерләнеү мәшәҡәтенә йүнәлтергә булды....Башҡа раузалары менән ярышып, ҡотороп үҫте теге ике урланған сәскә. Ә бер көндө иртәнсәк баҡсаға сыҡһа, береһенең ап-аҡ, икенсеһенең балҡып торған ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге эре сәскәләрен күреп шаҡ ҡатты. Ни ғәжәптер, башҡа раузалары быға тиклем үк баҡсала хужа булһалар ҙа, бындай эре, сағыу төҫтәге сәскә атҡандары юҡ ине әле. Хәмиҙәнең күңеле күтәрелеп китте. Элекке хафаланыуҙарын онотоп, сәскәләре янына килде. Эйелеп уларҙы еҫкәп, һыйпап ҡараны. Иҫ киткес матурҙар... Был гүзәллектең баҡсала ғына түгел, өйөндә лә матур вазала ултырыуын теләп, ҙур ҡайсы алып сығып, ике ап-аҡ, өс ҡып-ҡыҙыл сәскәне оҙон итеп киҫеп алды. Ой- ой-ой... Ҡайсыны сөйгә элергә ынтылғанда, ҡулындағы раузалары ергә ҡойола башланы. Хәмиҙә уларҙы төшөрмәҫ өсөн ҡапыл ныҡ итеп тотҡайны, уң ҡулының баш бармағына сәскәнең энәһе тәрән итеп ҡаҙалды, саҡ-саҡ ысҡындырып алды. Вазаға һыу һалып торғанда бармағынан ҡан һарҡыуын абайланы, ләкин әһәмиәт бирмәне.Иртәнсәк уң ҡулының хәлһеҙлегенән, бармағы сәнсеп ауыртыуҙан уянып китте. Ҡараһа, теге энә сәнскән яра тирәһе күгәреңкерәп тора. Тороп йыуынғас бармағына йод һөрттө лә, йорт мәшәҡәттәренә сумды. Көнө буйы ни генә эшләһә лә, бармағының һулҡылдауын, ҡулының әйберҙәрҙе йүнле тотмауын абайланы. Тағы ике-өс көндән баш бармағы тотош күгәрҙе, шеште, һулҡылданы, йоҡоһо бөтөнләй ҡасты. Һис әмәле ҡалмағас, дауаханаға барғайны: “Һин бит шәкәр ауырыуы менән иҫәптә тораһың, әйттек бит, ағзаларыңды яра алыуҙан һаҡла, тип. Рауза энәләре сәнскәс тә, бармағың һыҙлай башлағас та килергә ине. Бик аҙҙырғанһың, анализыңдан күренеүенсә, шәкәрең дә бик күтәрелгән”, - тип ятырға һалып та ҡуйҙылар.Хәлдәре алға барманы Хәмиҙәнең, киреһенсә, көндән-көн мөшкөлләнде. Тәүҙә бармағын киҫтеләр, ул да файҙа бирмәгәс, ҡул суғын алып ташланылар. Тәүҙәрәк хәленең ҡыл өҫтөндә икәненә ышанмаһа ла, һуңғы ваҡыттарҙа төшөнкөлөккә бирелә башланы, был хәлгә тарыуының сәбәбен эҙләне. “Ҡәһәр һуҡҡыры сәскәләр, ни бысағыма кәрәк булды өйгә ҡуйырға”, - тип өҙгөләнде. Төп сәбәп - раузаларҙы ҡайҙан, нисек алыуы тураһындағы уй иһә башына инеп тә сыҡманы.Обход һайын табиптар Хәмиҙә янында оҙағыраҡҡа туҡталды, бер-береһенә ҡарашып, баш сайҡаны. Хәленең һаман насарланыуын һиҙгән ҡатындың йөрәген ҡурҡыу солғап алды, йоҡоһо ҡасты, төндәрен һаташып сыҡты.Уң ҡулын төптән киҫеп ташлағас, ул бөтөнләй донъянан ваз кисте, аҡ халатлыларҙың һорауҙарына ла, кәңәштәренә лә битараф ҡалды. Физик һыҙланыу, рухи төшөнкөлөк файҙаға булманы, Хәмиҙәнең хәле өмөткә урын ҡалдырманы – уны реанимация бүлегенә күсерҙеләр.Иҫе инерле-сыҡмалы була башланы ауырыуҙың. Аңына килгәндә лә йәшәү өсөн көрәшмәне, яҙмышына күнде. Ә бер төндә һаташа, ҡысҡыра башланы, имеш, уны ниндәйҙер ир кеше уң ҡулынан аҫҡа, упҡынға һөйрәй, үҙе: “Бир минең сәскәләремде, ҡалдыр, теймә уларға”, - тип инәлә. Һуңғы һулышын алғанда, Хәмиҙәнең күҙ алдында теге ҡәбер ташындағы һүрәттән ҡарап торған сибәр ирҙең әрнеүле күҙ ҡарашы ине......Ә бит был ике рауза сәскәһен 57 йәшлек мәрхүмдең 35 йыл бергә йәшәп, һөйөп-һөйөлөп тә туймаған, йөрәгенең һәр тамыры һөйгәнен һағынып ҡанһыраған ғәзиз ҡатыны ултыртҡайны.
Читайте нас: