Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 16:11

Наркотиктар тураһында Һүҙ бара икән

Учалы кешеһе 12 йылға хөкөм ителде

Учалы ҡалаһында көн күргән был 33 йәшлек кеше интернет селтәре аша күптәргә таныш. Кеше хоҡуҡтары һаҡлау буйынса эшмәкәрлеге, властар менән йыш ҡына конфронтация юлына баҫырға ынтылыуы менән исеме сыҡҡан . Тап шуның өсөн үс алдылар, 12 йылға төрмәгә ултырттылар, тигән хәбәр урындағы виртуаль даирәлә йәшен тиҙлеге менән таралды.
Бик тә сетерекле һорау, шуға күрә нисектер баһа биреүгә бармайынса, БР прокуратураһының рәсми белдереүен тәржемә итеп сығарайыҡ:
“ Учалы район суды 33 йәшлек урындағы кешегә хөкөм сығарҙы. Ул РФ Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһы (мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын ҡулланып законһыҙ рәүештә ҙур күләмдә наркотик һатыу һәм һатырға әҙерләнеү) һәм 318-се статьяһы (власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланыу) буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды.
Судта асыҡланыуынса, 2015 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында ул шәхесе билдәләнмәгән кешенән ҙур партия наркотиктар ала һәм бер тапҡыр ҡулланыу дозаларына бүлеп төрә. Тыйылған матдәнең бер өлөшөн “закладка” (йәшерен урын) аша урындағы кешегә һата, ҡалғанын үҙе йәшәгән урында һаҡлай.
Был ирҙең енәйәтсел эшмәкәрлегенә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре сик ҡуя, һатыуға әҙерләнгән наркотик менән төргәктәрҙе тартып алалар.
Бынан тыш, 2019 йыл район суды рәйесе рөхсәтен алмайынса суд бинаһы эсендә видео төшөрә. Хоҡуҡ боҙоу менән бәйле был ҡылмышты туҡтату тураһында суд приставтарының законға ярашлы талаптарына буйһонмай. Закон менән ҡаралған яуаплыҡтан ҡасыу өсөн ир власть вәкиленең бите һәм башы өлкәһенә йәш ағыҙа торған газ һиптертә, үҙе ваҡиға урынынан юҡ була.
Һуңынан тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына.
Судҡа тарттырылыусы енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйебен танымаған.
Уға суд ҡаты режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында 12 йыл иректән мәхрүм ителеүҙе һәм 600 мең һум күләмендә штрафты яза итеп билдәләне”.
Ошо материал әҙерләнгән ваҡытта суд ҡарары законлы көсөнә инмәгән ине, тип тә билдәләнә. Кемгә ҡыҙыҡ, үҙе лә сайтҡа инеп ҡарай ала, һылтанма адресы -https://epp.genproc.gov.ru/web/proc_02/mass-media/news?item=53730408.
Аладғы гәзит һанында ғына яҙғайныҡ – наркотиктарға бәйле статьялар ныҡ ҡаты, һатып маташҡан өсөн 20 йылға төрмәгә ултыртыуҙары ла бар.....
Читайте нас: