Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 17:35

ПЕДИАТР КАБИНЕТЫНДА ЙӘН БИРГӘН

Өфө дауаханаларының береһендә бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Педиатр кабинетында дүрт йәшлек малай үлгән.

Өфө дауаханаларының береһендә бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Педиатр кабинетында дүрт йәшлек малай үлгән. Был турала “КП-Уфа” баҫмаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағы хәбәр иткән.
Баланы дауаханаға 20 сентябрҙә таң менән килтерәләр. “Ашығыс ярҙам” машинаһы уларҙы Иглин районынан алып килгән. Табиптар балаға "клиник үлем” диагнозы ҡуйған – ул бер нәмәгә лә реакция бирмәгән. Дауахана табиптары ҡулдарынан килгәндең бөтәһен дә эшләгән, тик килеп етеп, бер нисә минут үтеүгә бала йән биргән.
Табиптар был туралағы мәғлүмәтте полиция бүлексәһенә еткергән. Баланың кәүҙәһен ҡарап сыҡҡас, унда бер ниндәй ҙә йәрәхәт эҙҙәре тапмағандар. Уның ни сәбәптән үлгәнен суд медицина экспертизаһы асыҡлаясаҡ.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: