Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 16:50

Ҡарағаттан телеңде йоторлоҡ тәмле асыҡ ләүеш

Дуҫтар, һеҙгә ҡарағаттан телеңде йоторлоҡ тәмле асыҡ ләүеш рецептын тәҡдим итәбеҙ! 200 грамм аҡ майҙы иретәбеҙ, уға әҙ генә йылымыс һөт, шәкәр, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Табаға ҡамырҙы һалып ҡул менән таба формаһына килгәнсе баҫып-баҫып йәйәбеҙ.

200 грамм аҡ майҙы иретәбеҙ, уға әҙ генә йылымыс һөт, шәкәр, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Табаға ҡамырҙы һалып ҡул менән таба формаһына килгәнсе баҫып-баҫып йәйәбеҙ.Туңдырылған ҡарағатты ҡамыр өҫтөнә йәйеп һалырға. Ҡала ҡаймағына (200гр) шәкәр (50-70гр), манный ярмаһы(2 аш ҡалағы) һалып ныҡ итеп туғырға. Ошо массаны ҡарағат өҫтөнә ҡойорға ла табаны 40 минут ҡыҙыу мейестә бешергә.Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Файҙалы кәңәштәр төркөмөнән.
Читайте нас: