Яйыҡ
+6 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 00:35

«Хәлем һәйбәт». Беренселәрҙән булып коронавирустан вакцина һалдырған Өфө табибы «тәьҫораттары» менән уртаҡлашты

«Хәлем һәйбәт». Беренселәрҙән булып коронавирустан вакцина һалдырған Өфө табибы «тәьҫораттары» менән уртаҡлашты.

«Хәлем һәйбәт». Беренселәрҙән булып коронавирустан вакцина һалдырған Өфө табибы «тәьҫораттары» менән уртаҡлаштыӨфөлә 10 медицина хеҙмәткәре үҙ теләге менән «Спутник V» прививкаһын яһатты. Тәүҙә улар вакцинацияға яҙма ризалыҡ бирҙе. Улар араһында Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһынан табип-инфекционист Надежда Колесникова ла бар. Бер тәүлектән һуң ул тәьҫораттары тураһында һөйләне.— Хәлем һәйбәт. Вакцина ауырттырмай. Гриптан прививкаға оҡшаш, ул да яурынға яһала, - тине Надежда.Табип әйтеүенсә, прививка эшләткән кешеләр көндәлек алып барырға - бер ай буйына үҙен күҙәтергә, әгәр ниндәй ҙә булһа билдәләр барлыҡҡа килһә, яҙып ҡуйырға тейеш.«Спутник V» вакцинаһы ике этаптан тора, шуға күрә өс аҙнанан табиптарға икенсе дозаны ҡаҙайҙар. Колесникова, ковид сирлеләр менән эшләгән башҡа табиптар кеүек, аҙна һайын антиесемдәргә тест тапшыра.Сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: