Был яңғырауыҡлы тарихҡа бер йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, Луиза Хәйруллинаның яҙмышы тирәләй тауыш һаман тынмай әле.
Ҡомарлы уйындар яратҡан ире Марат өсөн ул үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум самаһы аҡса урлап, аҙаҡ ғаиләһе менән ҡасып бөтә илгә танылды. Хәйруллиндарҙы бер ни тиклем ваҡыт үткәс таптылар. Эштә ҡатнашсы булған Марат өйҙә ареста булһа, Луиза төп ғәйепләнеүсе булараҡ ошоға тиклем СИЗО-ла ултыра.
Бөгөн Салауат ҡалаһында сираттағы тапҡыр Луиза Хәйруллина һәм уның ире Марат өҫтөнән суд булды. Унда яҡтар үҙ фекерҙәрен әйтте. Шулай уҡ Хәйруллиндар һуңғы һүҙ менән сығыш яһаны. Луиза үҙен ярлыҡауҙы һораны. Ул ғәйебен таныны һәм үкенеүен белдерҙе.
"Мин - ике бәләкәй бала әсәһе. Уларҙы бик ныҡ һағынам. Шулай уҡ быға тиклем закон менән проблемаларым булманы, эштән һәм йәшәгән урынымдан тик яҡшы ҡылыҡһырламалар бар. Миңә иркемде сикләмәгән яза биреүегеҙҙе һорайым", - тине ул.
Һөҙөмтәлә прокурор Луизаны алты йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һораны. Уныңса, ҡатын дөйөм режимдағы колонияла ултырырға тейеш. Ире Маратты ете йылға иркенән мәхрүм итеүҙе талап итте. Ул, билдәле булыуынса, енәйәттә ҡатнашсы булып һынала. Бынан тыш, ете йыл ултырғас, тағы бер йылға уның иркен сикләүҙе талап иттеләр.
Һуңғы һүҙ менән сығыш яһаған Марат төрмәгә ултыртмауҙы һораны. Хатта урлаған аҡсаны банкка кире ҡайтарырға вәғәҙә лә бирҙе.
Ғәйепләнеүселәр һуңғы һүҙҙәрен әйткәс, судья кәңәшмә бүлмәһенә китте. Хәйруллиндарҙың яҙмышы 28 сентябрҙә үтәсәк суд ултырышында хәл ителәсәк.