Тәтешле районында 21 сентябрҙә кис көнө урамда бәлиғ булмаған малай менән бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. 14 йәшлек уҡыусы дуҫы менән магазинға килгән, сауҙа нөктәһе янында уның хәле насарайған. Малай ергә йығылған. Дуҫы һәм осраҡлы кешеләр ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Килеп еткән табиптар үҫмерҙең үлемен теркәгән. Бәлки, бала ниндәйҙер сирҙән яфаланғандыр йә иһә нимәлеп ашап, ағыуланғандыр тигән фараздар бар.
Башҡортостан Республикаһы Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, үҫмерҙең үлеме буйынса тәфтиш алды тикшереүе үткәрелә.
«Үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, енәйәт эҙе юҡ», — тип белдерҙеләр ведомствола.
https://www.bashinform.ru/news/1498041-v-bashkirii-ryadom-s-magazinom-vnezapno-skonchalsya-14-letniy-malchik/