Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 16:50

Саҡырыу буйынса ҡыҙ

Сәғәт киске 11-ҙәр тулып, ятырға әҙерләнәбеҙ. Шул саҡ ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Был ваҡытта кем йөрөй икән, тип барып асһам, Ғәлиә баҫып тора. Тунының төймәләрен ысҡындырып ебәргән, шәле лә муйынына шылып төшкән. Ҡара бөҙрә сәстәренә, оҙон керпектәренә ҡар бөртөктәре ҡунып, ут яҡтыһында йондоҙҙар емелдәшәләр.

Сәғәт киске 11-ҙәр тулып, ятырға әҙерләнәбеҙ. Шул саҡ ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Был ваҡытта кем йөрөй икән, тип барып асһам, Ғәлиә баҫып тора. Тунының төймәләрен ысҡындырып ебәргән, шәле лә муйынына шылып төшкән. Ҡара бөҙрә сәстәренә, оҙон керпектәренә ҡар бөртөктәре ҡунып, ут яҡтыһында йондоҙҙар емелдәшәләр.
-Был төн нишләп йөрөй тиһегеҙме? Давай, өҫтәл әҙерләгеҙ, һеҙгә ҡунаҡҡа килдем!-тине ул, инеү менән һәм ҡулындағы пакетты миңә тотторҙо. – Был күстәнәс, бажаңдың бөгөн ҡырҡы бит – поминать будем!
Мин Ғәлиәнең сәйерерәк йылтыраған күҙҙәренә иғтибар иттем һәм: “Әҙерәк “һалып алған”, буғай”, - тип уйлап ҡуйҙым. Был ҡойоп ҡуйғандай буй-һынлы, бик тә сибәр, инде иллеһен тултырып килһә лә ҡыҙҙарға биргеһеҙ ҡатын, минең бисәгә сыбыҡ осо тигәндәй туған. Техникумда ла бергә уҡығандар. Аҙаҡ ситтән тороп институт тамамлап, хәҙер заводта баш бухгалтер булып эшләй. Күптән түгел генә Себерҙә эшләп йөрөгән ире, скважина шартлап һәләк булды һәм уны бында ҡайтарып күмгән инек.
Ғәлиә өҫ кейемдәрен сисеп, кухняға уҙҙы.
-Көндөҙ бер нисә әбейҙе саҡырып алып, Ҡөрьән уҡыттым. Шунан күрше Лариса кереп, бер аҙ ултырып алдыҡ, -тип һөйләнде ул ҡатыным табын әҙерләгән арала.
Бажаны иҫкә ала-ала, арыу ғына ултырып ташланыҡ. Ҡатындар “балауыҙ ҙа һығып” алдылар. Минең ҡатын күстәнәсте йотҡолап ҡына ултырһа ла, Ғәлиә бер-ике рюмканы төп күтәрә эсеп ҡуйҙы.
- Ғәниҙең үлеменә мин генә ғәйепле…Хоҙай минең ҡылыҡтарым, хыянатым өсөн уны минән тартып алды, -тине Ғәлиә ҡапыл ғына. Ҡатынымдың:
- Ни һөйләйһең, һин, ниндәй хыянат? – тиеүенә Ғәлиә:
- Мин бит фәхишә, йәғни девушка по вызову! Бына йылдан артыҡ инде заводтың ҡунаҡханаһында башҡалаларҙан килгән түрәләрҙе обслуживать итәм, -тине ҡырт ҡына һәм мыҫҡыллы йылмайҙы.
Ҡатыным менән аптырашып бер-беребеҙгә ҡараштыҡ.
- Булмағанды…
- Ниңә булмаһын –булды! Мин настоящая проститутка! –Ғәлиә был һүҙҙәрҙе асыулы тауыш менән ҡысҡыра биреп әйтте лә, алдындағы рюмкаһын эсеп ҡуйҙы һәм ҡапыл йомшарып, үҙенә-үҙе өндәшкәндәй, шым ғына һөйләп алып китте. - Берәүгә лә белдермәҫкә тырышһам да, гонаһтарым күп минең. Хоҙай алдында ла, Ғәнием алдында ла ғәйеплемен…Бер үк кисерә күрһендәр инде. Бынан һуң Алланан көн-төн шуны ялбарасаҡмын…Ә әле эсемдәгеләрҙе бушатам тип килдем һеҙгә. Ул күптән инде тулышҡан шеш һымаҡ. Урыҫтарҙың сиркәүҙәге батюшкаларына исповеды һымаҡ булһын…
Ул бер аҙға тынып ҡалды ла, беребеҙгә лә ҡармай, тоноҡ ҡына тауыш менән һөйләп алып китте:
-Ғәниҙе беләһегеҙ бит инде - эш тиһәң башы менән инеп китә ине, бахырҡай. Балаларыбыҙ, минең өсөн үлергә лә әҙер ине…һәм үлеп тә китте. Бында анау мәхшәр башланып, УБР-ҙа аҡса түләмәү башланғас, инженер башы менән ябай быраулаусы булып Себергә китеп барҙы бит. Урлаша белмәй, намыҫлана ине. Ана, эреле-ваҡлы түрәләр, моментын файҙаланып ҡалып, миллиондарҙы кеҫәһенә тыҡты. Беҙҙекеләр ҙә, шул иҫәптән мин дә ҡоро ҡалманым. Уны ниңә йәшерергә – бергә урлашмаһаҡ мине эш урынымда тотмаҫтар ҙа ине. Күрәһегеҙ бит, ниндәй коттедждар төҙөп ҡуйҙыҡ, беҙҙең заводтыҡыларҙың ғына үҙе бер урам, тип әйтерлек. Әлбиттә, Ғәнигә белдермәнем, эш хаҡыбыҙ шулай, тип кенә ебәрҙем. Белһә нишләр ине икән, мәрхүмкәй…Бәлки, һиҙенгәндер ҙә…- Ғәлиә һүҙен бүлеп, ҡатынымдан ҡаты ғына итеп сәй яһатып алды. Башымдан: “Мин дә, ярҙам итәм, тип өйөгөҙҙө төҙөшөп йөрөнөм. Бажа Себерҙә эшләгәс ни, шуның аҡсаһына һалаларҙыр, ҡатыны заводтан техника-фәлән менән генә ярҙам итәлер, ти инем бит”, - тигән уй үтте.
Ә Ғәлиә, сәйен йота-йота, артабан һөйләп алып китте:
-Бер заман башҡаланан уҡ ревизорҙар килеп төштө. Бар нәмәгә документтар әҙер, ҡурҡырлыҡ бер нәмә лә юҡ тиһәк тә, аҙыраҡ шөрләтә лә ине. Тәүге көндә үк директор заводтың ҡунаҡханаһында банкет ойошторорға бойороҡ бирҙе. Ә миңә шул банкетта тегеләрҙең етәксеһе, үҙемдән күпкә йәш иргә опекун булырға ҡушты. Ну, ул иркәй бик аҫыл ине. Уны тәү күрәс тә йөрәгем әллә нишләп ҡуйғайны.
Уны-быны уйламай, табында тегенең артынан ухаживать итәм. Шулай ҡыланыуым, уның эргәһендә ултырыу хатта миңә рәхәтлек тә бирә ине. Эргәлә йәш ҡыҙҙар, бисәләр барҙа миңә йәбешеп ятыр, тип башыма ла килмәне. Әҙерәк ҡыҙып алғас,ҡолағыма мөхәббәт һүҙҙәре шыбырҙай башланы. Аҙыраҡ эсеп тә алғанмын, шулай уҡ аҙыраҡ ҡына ғашиҡмын да, тегенең һүҙҙәре иҫерткес сихри моң булып яңғырап, күңелемә һеңә бара. Етмәһә Ғәниҙең айлап Себерҙә ятҡан сағы…Короче, арбаны ул мине һәм янында ҡуна ҡалдым…
Йәш ир ҡосағында онотолмаҫлыҡ ләззәт татыһам да, аҙаҡ еңел аҡыллылығым өсөн үҙемде ҡәһәрләнем-ҡәһәрләүен. Ә бер аҙҙан шул төн арҡаһында директор ҡорған ауға эләккәнемде һиҙҙем. Беҙҙең директор заводтың пләмән айғыры булыуы күптәргә билгеле ине. Күҙенә салынған ҡатын-ҡыҙҙы үҙенеке итер өсөн ниндәй генә сара ҡулланманы. Хатта уның арҡаһында бер нисә ғаилә тарҡалды. Миңә лә бер-ике рәт намекать итеп ҡараны. Ҡаты ғына итеп урынына ултыртҡас, баҫылғандай булғайны ла. Уңайы сыҡҡанды ғына көткән икән.
Бер көндө ул үҙенә саҡыртып алды һәм эш буйынса бер-ике нәмә һорашты ла, миңә фото һуҙҙы. Уны күргәс тә йөрәгем “жыу” итеп ҡалды. Банкетта һәммәһен дә “шарт та шорт” карточкаға төшөрөп, ниндәйҙер фотограф йөрөй ине. Әлеге фотола теге иркәй менән икебеҙҙе генә шундай итеп төшөрөп алған – постельдә асыҡтан-асыҡ ятмаһаҡ та, уны күргәс тә барыһы ла аңлашыла ине.
-Ҡайһылай матур, эффектно төшкәнһегеҙ! Быныһын үҙеңә ал, -тип аҫтыртын йылмайҙы һәм эштән һуң минең менән ҡунаҡханаға барасағын әйтте.
Мин фотоны өҫтәлгә ташланым да, бер нәмә лә өндәшмәй, ҡырҡа боролоп, сығып киттем. Башта уҡ, эштән китһәм - китәм, әммә ул бугайҙың аҫтында ятмам, тип уйлаған инем. Ләкин уның ниндәй шантажист, яһил кеше икәнен, әгәр ҡарышһам мине мыҫҡыл итер, өҫтөмә сүп өйөр өсөн барыһын да эшләйәсәген, бигерәк тә ирем һәм балаларым алдында мине проститутка итеп күрһәтергә тырышасағын белеп, тешемде ҡыҫып булһа ла ризалашырға тура килде. Тәүҙә, үҙемдең ҡатнашым булһа ла, заводтың “һулға осҡан” миллиондары тураһында “тишәм” тип ҡурҡытырға, өркмәй икән тейешле ергә еткерергә лә уйлаған инем. Ләкин ул юғарылағы күп һанлы таныштары ярҙамында һыуҙан ҡорор сығасаҡ, ә барыһын да миңә өйөп, башымды төрмәлә серетәсәк, бар мөлкәтебеҙҙе конфискациялаһалар, ә унда беҙ тип Себерҙә себерелеп, өшөп-туңып, аслы-туҡлы эшләп йөрөгән Ғәниҙең өлөшө лә ҙур бит, ирем һәм балаларым ни эшләр, тип туҡталып ҡалдым.
Барҙыҡ ҡунаҡханаға. Ҡатыны курортта ятҡанда бер нисә рәт дачаһында, саунала ла булдыҡ. Аҙаҡ, юғарыла эшләгән бер дуҫы килгәс, шуға “бүләк итте”. Унан икенсеһе, өсөнсөһө…Һаҙға бер эләкһәң – йотҡандан-йота бара шул…
Һуңға табан телефондан ғына саҡыртып ала башланылар. Ғәни вахтала саҡта ҡунаҡханаға мин йөрөйөм, өйҙә булһа, плановый отделдан бер бисә. Тәнем менән дә, күңелем менән дә юйылмаҫлыҡ бысраҡҡа баттым…- Ғәлиә ҡапыл ҡулдары менән битен ҡаплап, үкһеп иларға тотондо. Уның яуырынынан ҡосаҡлап алған ҡатынымдың да күҙҙәренән йәш бөртөктәре тәгәрәне. Ишеткәндәрем мине лә тетрәндерҙе. Ҡатындар бер аҙ тынысланһындар, тип тәмәке тартып индем.
Һулҡылдауын баҫа алмаған Ғәлиә, йәшле күҙҙәрен миңә төбәп, һүҙен дауам итте:
-Бажаңдың быларҙы белмәй китеп барыуы бәлки һәйбәттер ҙә…Ишетһә барыбер йөрәге ярылып үлер ине. Ә ундай нәмә ишетелмәй булмамы һуң?! Бәлки, түҙмәй, үҙем дә һөйләп бирер инем…Йөрөмә, тиһәм шул Себергә китеп тә бармаҫ ине, бәлки. Ир башы менән бында бушҡа эшләп йөрөйһө буламы. Башта балаларҙы уҡырға индерергә кәрәк, унан туй эшләргә, фатир хәстәрләргә, тегенеһе-быныһы, тигән булды бит. Ней, үҙем анау дворецтай өйҙө башлап ебәрҙем. Йәнәһе, баш бухгалтер башым менән мин кемдән кәм! Фатирыбыҙ ҙа бына тигән, бик еткән ине лә бит. Ултыра хәҙер һерәйеп, күсенергә унда күңел тартмай…Ситтәге өйләнгән малай ғына күсеп ҡайтмаһа. Икенсеһе ҡасан уҡып сыға, ҡасан кәләш ала әле…
Ғәлиә стеналағы сәғәткә күҙ төшөрөп алды ла, урынынан һикереп торҙо һәм, беҙҙән ғәфү үтен-үтенә, ҡайтырға йыйына башланы. Беҙ ҡатыным менән уны өйөнә тиклем оҙатып ҡуйырға булдыҡ.
Юлдабарғанда Ғәлиә :
-Ҡунаҡханаға ҡабат аяҡ баҫаһым юҡ! Заводтан китәм мин. Берәй тынысыраҡ урында эш табырмын әле…Гонаһтарым күп. Ҡалған ғүмеремде Хоҙайҙан ярлыҡауын ялбарып уҙғарырмын инде…Ҡабатлап әйтәм: Ғәниҙе минән юҡҡа тартып алмағандыр бит?!-тип ҡуйҙы.
Ә өйөнә еткәс:
-Һөйләп тә, илап та алғас ҡайһылай еңел булып китте. Рәхмәт инде һеҙгә, -тип хушлашып инеп китте.
Ҡатыным менән шым ғына кирегә атланыҡ. Башымда: “Ә тормошо ниндәй кеше көнләшерлек ине бит. Бар нәмәһе етеш – майҙа йөҙөп йәшәгәндәй йәшәне. Шул нәфсеһе генә харап итте уны”,- тигән уй ине.
Ҡатыным да уны һиҙгәндәй:
-Байҙарҙың илауы ла ғазаплыраҡ, күҙ йәштәре лә әсерәк икән, -тип ҡуйҙы.
Мөҙәрис Багаев
Фото: интернет
Читайте нас: