Яйыҡ
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 18:40

Ҡышҡа - ҡабаҡтан икра

Уңған баҡсасы-хужабикәләргә - беҙҙән тағы бер рецепт. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ ырамлы булһын, дуҫтар!Ярты килограмм ҡабаҡ, 250 грамм кишер, 120 грамм һуған, ¼ стакан үҫемлек майы, бер аш ҡалағы шәкәр, ярты аш ҡалағы тоҙ, бер стакан һыу, бер аш ҡалағы 9 процентлы һеркә кәрәк.

Уңған баҡсасы-хужабикәләргә - беҙҙән тағы бер рецепт. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ ырамлы булһын, дуҫтар!
Ярты килограмм ҡабаҡ, 250 грамм кишер, 120 грамм һуған, ¼ стакан үҫемлек майы, бер аш ҡалағы шәкәр, ярты аш ҡалағы тоҙ, бер стакан һыу, бер аш ҡалағы 9 процентлы һеркә кәрәк.
Тәүҙә һуған менән кишерҙе йыуып, таҙартып киптерәбеҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һуғанды, ҡабаҡты ваҡлап турайбыҙ.
Шунан ҡабаҡты, кишерҙе, һуғанды кәстрүлгә һалып, һыу ҡойоп, 40 минут тирәһе ҡайнатабыҙ ҙа, уттан алып, блендер аша үткәрәбеҙ. Уға тоҙ, шәкәр, томат пастаһы, үҫемлек майы өҫтәп, 15 минут ҡайнатабыҙ. Уттан алғас, һеркә ҡушып, стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: top10a.ru
Автор: Рисаля Юмагулова.
Читайте нас: