Яйыҡ
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 10:37

Баҡсасыларға белгес кәңәше

Көҙ ултыртҡан һуған эре була

Башлы һуғандан йыл да мул уңыш алып булмай. Орлоҡтоң да сифаты үҙенекен итә, йылдың нисек килеүе лә үҙ йоғонтоһон яһай, йә орлоҡҡа китә. Һәйбәт һәм мул уңыш алыр өсөн ни эшләргә? Һуғанды көҙҙән ултыртырға кәрәк икән. Һуғанды ултыртыу серҙәре менән Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге белгесе Мәнәүәрә Хисаметдинова уртаҡлаша. - Был осорҙа һуғандың орлоғо ла әллә ни ҡыйбат булмай. Яҙғы хаҡтар менән сағыштырғанда ике тапҡыр осһоҙораҡҡа төшә. Көҙөн ултыртылған һуған орлоҡҡа китмәй, айырыуса бәләкәй генәһен ултырҡан осраҡта. Уңышты ла бик иртә йыйып алаһың – июнь-июль айҙарында түтәлдәр бушай. Был урынға иртә өлгөрә торған үҫемлектәрҙе: шалҡан, редис, картуф, борсаҡ һәм башҡаһын ултыртырға була. Һуғанды ултыртҡанда, түтәлде дөрөҫ һайларға кәрәк. Ул ҡояшлы һәм һәйбәт елләп торған ер булырға тейеш. Яҙын һуғанды марганцовки иретмәһендә тотоп алырға кәңәш итәләр. Көҙөн ултыртҡан һуғанға был сара килешмәй: ул иртә шытымдар биреүгә этәргес булыуы ихтимал. Һуған баштарын 5 сантметр тәрәнлеккә төртөп сығабыҙ. Улар өҫтәрәк булһа, ҡырау һуғыуы, йә һыуыҡ тейеүе ихтимал. Ултыртҡан һуғанығыҙға һыуыҡ тейер тип ҡурҡһағыҙ, уны ылыҫлы ағас ботаҡтары, һалам, торф менән ябырға була. Тик япманы ҡар ирей башлау менән алырға кәрәк, - ти Мәнәүәрә Сөләймән ҡыҙы. Ысынлап та, көҙ ултыртылған һуған эрерәк тә, һутлыраҡ та була. Һуғандың уңышын арттырыу өсөн махсус һуған һәм һарымһаҡ өсөн ҡулланыла торған ашламалар ҙа һатыла.
Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.
Читайте нас в