Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 18:25

Байрамығыҙ менән!

Бөгөн Ижад йортонда тәрбиәселәрҙе тәбрикләү тантанаһы булып уҙҙы. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов тәрбиәселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы, иң изге теләктәрен еткерҙе. Ҡотлауҙарға район Советы рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов, Учалы ҡала ултырағы башлығы Ильяс Килмөхәмәтов, мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова ла ҡушылды.

27 сентябрҙә тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнде. Тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнөн уҙғарыу тарихы 2004 йылдан рәсми билдәләнә. Ниһайәт, балаларға көн дә байрам ойоштороусылар үҙ байрамлы булды! Бөгөн Ижад йортонда тәрбиәселәрҙе тәбрикләү тантанаһы булып уҙҙы. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов тәрбиәселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы, иң изге теләктәрен еткерҙе. Ҡотлауҙарға район Советы рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов, Учалы ҡала ултырағы башлығы Ильяс Килмөхәмәтов, мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова ла ҡушылды.
Тәрбиәселәр, уларҙың ярҙамсылары, кескәйҙәрҙе тәмле аш менән һыйлаусы ашнаҡсылар, музыкаль хеҙмәткәрҙәр, логопедтар, физкультура буйынса белгестәр Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнделәр.
Читайте нас: