Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 18:00

Ҡурғанда милләттәштәребеҙ башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләй

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумының тап Ғафури районында үтеүе осраҡлы түгел. Был бәрәкәтле төбәк донъяға әллә күпме телселәрҙе һәм әҙәбиәтселәрҙе биргән. Улар араһынан арҙаҡлы ғалим, тел белгесе Жәлил Кейекбаевты ғына телгә алыу ҙа етә!

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумының тап Ғафури районында үтеүе осраҡлы түгел. Был бәрәкәтле төбәк донъяға әллә күпме телселәрҙе һәм әҙәбиәтселәрҙе биргән. Улар араһынан арҙаҡлы ғалим, тел белгесе Жәлил Кейекбаевты ғына телгә алыу ҙа етә!
Оло йыйында республикабыҙҙан тыш, илебеҙҙең бүтән төбәктәренән дә бихисап ҡунаҡтарҙы күреү шатлыҡлы. Мәҫәлән, башҡорттар күпләп йәшәгән Ҡурған өлкәһенән дә уҡытыусылар байтаҡ.
– Мин тыумышым менән Сафакүл районының Баҡый ауылынан, шунда белем алдым, буй еткерҙем, – тип Ҡурған тарафтарынан сәләмен еткерә Сөләймән урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Жәлил Садиҡов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡасандыр гөрләп торған Баҡый ауылы мәктәбенең ишегенә бөгөн йоҙаҡ эленгән. Ни хәл итәһең, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлайыҡ. Баҡый менән Сөләймән ауылдары араһы 20 саҡрымдан ашыу, көн дә ошо Сөләймән мәктәбенә (бында бөтәһе 76 уҡыусы) йөрөп эшләйем. Ҡурғанда башҡорт балалары туған телендә белем алһын, артабан әсә телендә һөйләшһен тигән ҙур маҡсатты алдыма ҡуйғанмын. Ошо уй-ниәтте эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырырға ине. Әйткәндәй, минең менән бергә тағы ла 11 ҡыҙ һәм малай, буран тип тормай, өҫтән ҡойоп ямғыр яуғанға ла ҡарамай, көн дә әллә нисәмә саҡрым үтеп Сөләймән мәктәбенә йөрөп белем эстәй. Балаларға “Афарин!"дан бүтән һүҙ юҡ.
Жәлил Фәйрүз улының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул 5-се һәм 9-сы кластарҙа аҙнаһына берәр сәғәт башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Иң беренсе – Баҡый, йәнә бер нисә йылдан Надеждинка мәктәбе ябылған, ошо ике мәктәптең бөтөүенә күңеле ныҡ әрней. Сөләймәнгә лә шундай бәлә килмәһен ине тигән хәүефләнеүен йәшермәй.
– Үкенесле, әммә беҙҙә балалар күбеһенсә русса һөйләшә, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Урамда булһынмы, мәктәп коридорында тиһеңме, үҙ-ара рус телендә аралашалар. Ә бына өлкәндәргә килгәндә, улар башҡорт телен яҡшы белә, бер-береһе менән туған телендә әңгәмәләшәләр, әсә теленә оло һөйөү менән ҡарай. Бына быныһы инде ҙур шатлыҡ.
Жәлил Садиҡов билдәләүенсә, ошо ише файҙалы сараларҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк. Үҙ ҡаҙаныңда ҡайнауға ҡарағанда, ситкә сығыу, коллегаларың менән тәжрибә уртаҡлашыу һәр йәһәттән дә отошло. Мәҫәлән, ул үҙе 2015 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, тәүге урындарҙың береһен яулаған. Йыш ҡына уҡыусы балаларҙы төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға өндәй, унан еңеүсе булып ҡайтҡан ҡыҙҙарҙа һәм малайҙарҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҙур теләк уянғанын күреп һөйөнә.
"Башҡортостан" (автор: Илдар Аҡъюлов)
Автор фотоһы.
Читайте нас: