Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 11:28

Йәнә ике ярышта беренсе булды

Беҙҙең иң танылғанмәргәнбикәбеҙ

V Төбәк-ара “Мәргән уҡсы” фестивале үтте. Иглин районының Ивано-Казанка ауылы янында, түмәр умарталығында (колодно-бортевая пасека) – Фәнис Хәлилов атлы уҙамандың крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында ойошторола. Этноҡаласыҡ төҙөлгән был хужалыҡ киләһе йыл Башҡортостан ҡабул итәсәк Бөтә донъя фольклориадаһының бер майҙансығына әйләнәсәк, тигән һүҙ сыға. Нисек кенә булмаһын, әлеге турнир сағыу милли байрам төҫө алып үткән.
БР Мәҙәниәт эргәһендәге Йәмәғәтселек Советы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рафаэль Шафиҡов фестивалде асҡанда, “Мәргән уҡсы” – уникаль күренеш, йолаларыбыҙҙы тергеҙә, милләтебеҙҙең мәҙәни һәм фольклор ҡомартҡыларын пропагандалай, йәш быуындарҙы тәрбиәләй, тип билдәләй. Тап шулай.
Көс һынашырға Башҡортостан ҡала-райондарынан ғына түгел, Мәскәү, Ярославль, Һамар, Ижевск, Екатеринбург, Силәбе кеүек ҙур ҡалаларҙан да киләләр. Әлбиттә, Учалы уҡсылары бер нисек тә ситтә ҡала алманы. Һәм ярайһы уңыштарға өлгәштеләр. “3Д һунар” ярышында Учалы ҡалаһынан Руслан Әхмәҙиев 3-сө урынға сыҡһа, Наурыҙ ауылынан Динә Вәлиева ике төр һынауҙа үҙенең иң мәргән икәнлеген раҫланы.
Һуңлабыраҡ булһа ла, юбилейы менән ҡотлап ҡуяйыҡ уны: 14 августа Дина Мәһәҙи ҡыҙы 45 йәшлек “түңәрәк датаһын” билдәләгән. Төп сығышы буйынса Әбйәлил районының Байым ауылынан. Ринат Вәлиевҡа кейәүгә сыға ла, хәҙер байтаҡ йылдар килен булып төшкән Наурыҙ ауылында йәшәй. Урындағы мәктәптә немец теле, хеҙмәт һәм музыка дәрестәренән уҡыта.
Ринат Фәрит улы әлегә тиклем уғатарлыҡ менән шөғөлләнмәгән. Эйе, фәҡәт “әлегә” һүҙен ҡулланып яҙыу урынлылыр. Сөнки хәләл ефете мут йылмайып бер хәйләһе тураһында бәйән итте беҙгә: “ Һуңғы ярышта еңгән өсөн миңә приз итеп уҡ-һаҙаҡ тотторҙолар, ә мин ул янды иремә бүләк иттем. Моғайын да, көҙ миҙгеле эштәренән бер аҙ бушап алғас, ул да мауығып китер!
Ә нисек башлана һуң үҙенең уғатарлыҡ менән мауығыуы? Наурыҙ ауылы уҙаманы, күренекле мәҙәниәт эшмәкәре Рәис Низаметдинов боронғо хәрби сәнғәтте популярлаштырыу маҡсатында 2017 йылдың 1 майында мастер-класс үткәргән була. Тормошонда тәүләп уҡ атып ҡараған Динә ханымды: “Һиндә уҡсы таһыллығы бар!”- тип ҡанатландыра. Шунан һуң башлана ла инде күнекмәләр. Ә тыуған районындағы “Яҡты күл” санаторийында ойошторолған турнирҙа ярайһы сығыш яһап ҡайта алғас, тамам дәрт өҫтәлә.
Бөгөнгө көнгә төбәгебеҙҙә иң танылған мәргәнбикә инде ул, бик күп ярыштарҙа призер булды, иҫәпләп осо-ҡырына ла сығырлыҡ та түгел.
-Аллаһҡа шөкәр, һынатманым буғай, миңә бағлаған өмөттәрҙе аҡлай киләм, - ти ул.- Быйыл ғинуар айында Орел ҡалаһында үткәрелгән Рәсәй чемпионатында Башҡортостанды вәкилләнем. Ҡаршылаштарҙың байтағы уҡ спорты буйынса спорт мастерҙары, бик күптән шөғөлләнәләр. Финалға үтә алыуым минең өсөн ҙур ҡаҙаныш булды, тигән фекерҙәмен. Бик яҡшы тәьҫораттар менән ҡайттым.
Ә әлеге “Мәргән уҡсы – 2020” турниры айырыуса көтөп алған сара булған икән. Ниңә тигәндә, коронавирус пандемияһы сәбәпле байтаҡ ярыштар үткәреү кисектерелгән бит.
Ашҡынып, һыуһап тигәндәй барыуҙың һөҙөмтәһе шул инде – Динә ханым бер түгел, ике дисциплинала чемпионка булды.
-Этаптар ҡыҙыҡлы ойошторолған, - тип һөйләне ул беҙгә. –“Мәргән уҡсы” номинацияһы - күптән өйрәнгәнсә ҡәҙимге сәптәргә атыу булһа, “3Д Һунар”ҙа үҙемде тәүләп һынаным. Махсус резинан яһалған, ысынбарлыҡтағы ҙурлыҡтағы ҡыр кейектәре һындарына атыу шулай атала. Әллә һунарсылыҡ ҡанға һалынған, әллә сит тарафтарҙан килгән “көндәш-әхирәттәргә” еңеүҙе һис тә бирге килмәйенсә ныҡ ғәрселләнеп тотонғанмын, әммә беренсе ҡатнашыуҙан беренсе урын алыуыма бик тә шатмын!
Аңлашыла, уғатарлыҡ Динә ханымдың иң яратҡан шөғөлө. Тормош өсөн көс-дәрт бирә, ти. Әммә ҡомарҙары бының менән сикләнмәй – мәргәнбикәбеҙ сәскә-гөлдәргә мөкиббән киткән кеше , йыл һайын баҡсаһында өс йөҙләп (!) төп үҫенте ултырта ултырта, ҡәҙерләп үҫтерә -күҙҙең яуын алған гүзәллек булдырырға күнеккән.
Тегенеүгә, гармунда өҙҙөрөп уйнауға ла бик теләп тотона. Яҡшы хужабикә, иренә тоғро ҡатын, хәстәрлекле әсә, тәжрибәле педагог икәнлеге тураһында әйтеп торорға ла кәрәмәйҙер! Бына шулай ул, күҙ генә теймәһен, бер кешегә бирһә бирә ул Хоҙай күркәм һәләттәрҙе.
Руслан Әхмәҙиев менән дә һөйләштек. Ул да танылған уғатар, ҡалабыҙҙағы “Ирәмәл” спорт клубында карате буйынса тренер булып эшләй.
-Традицион яндан атышыу буйынса ярыштар йылдың-йылы яңы, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелә бара. Мәргәндәр ҙә туҡтауһыҙ оҫтара, камиллаша. Әммә барыбыҙ ҙа бер ҙур ғаиләгә тупланып бөттөк буғай - ҡайһы саҡ еңеләң икән, көнләшеү, ғәрләнеү тойғоһо бөтөнләй юҡ, киреһенсә, был тапҡырҙа уңыш йылмайған иптәштәр өсөн шатланып ҡына ҡуяһың. Иманым камил – уғатарҙар хәрәкәте халҡыбыҙҙың иң яҡшы сифаттары тергеҙелеүгә, милли рух нығыныуға булышлыҡ итә, спорт ҡына түгел ул – әһәмиәте күпкә киңерәк!- тип иҫәпләй ул.
Был фекер менән һис тә килешмәй булмай. Мәргәндәребеҙгә яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: