Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 18:40

«Йырсы шишмәләр» паркы асыла

Бәләбәйҙә «Йырсы шишмәләр» паркын (уның проекты федераль грант алды) булдырыу эштәре тамамлана. Башҡортостандың Ҡалаларҙы үҫтереү институты вәкиле Әлиә Айсина социаль селтәрҙә фотоһүрәттәр менән бүлеште.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Бәләбәйҙә «Йырсы шишмәләр» паркын (уның проекты федераль грант алды) булдырыу эштәре тамамлана. Башҡортостандың Ҡалаларҙы үҫтереү институты вәкиле Әлиә Айсина социаль селтәрҙә фотоһүрәттәр менән бүлеште.
«Яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйыу, майҙанда түшәү, «Бублик» бинаһы – күп функциялы павильон эштәре тамамлана. Бәләкәй архитектура формалары урынлаштырылды. Уң яҡ ярҙа балалар өсөн уйын зонаһы булдырыла», — тине ул. Паркты рәсми асыу тантанаһы 17 октябрҙә була, ул фестиваль форматында ойошторола, тип хәбәр итте Әлиә Айсина.
«Йырсы шишмәләр»ҙе асыу сараһына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров килергә йыйына. Ул был объектты уның үҙенсәлекле булыуы һәм лайыҡлы тормошҡа ашырылыуы өсөн бер нисә тапҡыр билдәләне.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1498214-v-belebee-park-poyushchie-rodniki-otkroetsya-17-oktyabrya/
Фото: facebook.com
Читайте нас: