«Шуныһы асыҡ: коронавирус ниндәйҙер мәғәнәлә кире әйләнеп ҡайта» — Радий ХәбировБашҡортостанда ковид менән сирләүселәрҙең артыуы теркәлде. Был хаҡта «Сәләмәтлек сәғәте»ндә Башҡортостан Республикаһыныңһаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтте. Шул уҡ ваҡытта ул үлем осраҡтарының түбән (0,5%) һәм һауыҡҡандарҙың проценты юғары (әлеге ваҡытта 93%) булыуын билдәләне.Радий Хәбиров әйтеүенсә, инфекция «әйләнеп ҡайта», Европала һәм башҡа төбәктәрҙә сирләүселәр арта.— Ошо шарттарҙа беҙҙең бер аҙ тынысланыуыбыҙ күренә. Эпидемиологик хәүефһеҙлеккә айырым иғтибар бүлергә кәрәк, тәү сиратта медицина учреждениеларында. Әйҙәгеҙ, оҙайлы эшкә әҙер булайыҡ, көҙгө-ҡышҡы осор еңел булмаҫ, — тине Хәбиров.Аҙна аҙағына тиклем Өфөлә ковидлы пациенттар өсөн өҫтәмә 200 койка әҙерләнә.Өҫтәп шуны ла әйтәйек: Мәскәү властары өлкән йәштәгеләрҙән - өйҙә ҡалыуҙарын, эш биреүселәрҙән - хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсереүҙәрен, ә халыҡтан битлек кейеп йөрөүҙәрен һораны."Башинформ"