Яйыҡ
-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2020, 16:40

Май сүлмәге тышынан биләдле

Ҡатындың сыҡҡанын көтөп, магазин алдында тәмәке көйрәтеп торам. Эргәлә генә төрлө әйбер-ҡара менән кәсеп итеүсе әбей-һәбей, бисә-сәсәләр теҙелешеп киткән. Һәр уҙғынсыға, минекен алмай китәһеңме ни, тигәндәй тилмерешеп ҡарап ҡалалар. Араларында көнбағыш һатыусы икәү ҙә бар.

Ҡатындың сыҡҡанын көтөп, магазин алдында тәмәке көйрәтеп торам. Эргәлә генә төрлө әйбер-ҡара менән кәсеп итеүсе әбей-һәбей, бисә-сәсәләр теҙелешеп киткән. Һәр уҙғынсыға, минекен алмай китәһеңме ни, тигәндәй тилмерешеп ҡарап ҡалалар. Араларында көнбағыш һатыусы икәү ҙә бар.
Уларҙың береһе кешеләр йөрөп торған һуҡмаҡ ситендә генә баҫҡан. Сауҙаһы шәп бара уның. Биҙрәһендәге көнбағыш өйөмө күҙгә күренеп кәмей.
Икенсеһе, һары сәслеһе, юлдан ситтә, кеше һирәгерәк уҙған ерҙә тора. Көнбағышы ла һатылмай, күнәге тулы килеш ҡала бирә, тип әйтерлек.
Тәүгеһенең йөҙө ихлас, кәйефе күтәренке – һатып алыусылар менән йылмайып һөйләшә. Ә икенсеһенең уның һайын сырайы ҡараңғыланып, һөмһөрө ҡойола бара.
- Ҡалай ҡыланған була…Килештерә, бисура! – ти ул эргәһендәге тәмәке менән һатыу итеүсе әбейгә, тәүгеһенә күрһәтеп.
Күршеһе өндәшмәй, шулай ҙа башын ҡағып ҡуя.
Бер аҙҙан “һары баш”:
- Симечкәһен йүнләп ҡыҙҙырмағаны әллә ҡайҙан күренеп тора…Етмәһә, яҡын тирәлә, Салауат, Стәрле газы һеңеп бөткән ерҙә урлашып һуҡҡандыр әле. Минеке һымаҡ Фиҙоровка яғындағы чиста көнбағыш булһа – бер хәйер.
Үҙе лә тәмәкеһен йүнләп һата алмаған күрше әбей:
- Шулайҙыр, сейле-бешлелер. Симечкәһен сирткәндә “шырт” иткән тауыш та сыҡмай бит, тип тегенеһенең һүҙен йөпләп ҡуя.
- Юбкаһының да арты күренеп торорлоҡ йырыҡлыһын кейгән. Ир-атты ылыҡтырыр өсөн инде. Үҙенең б….бисә икәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Май сүлмәге тышынан билдәле…Ҡатын һүҙен әйтеп бөтөрмәне, янына йырыҡ юбкалы килде.
- Әйҙә, минең янға баҫ. Бында тороп бер ни ҙә ырата алмайһың бит.
Ҡатын тегенеһенең күнәген күтәрешеп, кире үҙ урынына табан атланы. Башта аптырабыраҡ ҡалған “һары баш” стакан, гәзит киҫәктәрен алып, шым ғына уның артынан эйәрҙе.
“Ырыҫлы” урында ҡатындарҙың сауҙаһы шәп барҙы. Тәүгеһенең көнбағыш күнәге төбөндө генә ҡалһа, икенсеһенең дә кәмегәндән-кәмене. Ул кәмегән һайын һатыусының да йөҙө яҡтыра барҙы.
- Көнбағышың ҡайҙан, бик эре күренә? – тип һораны ул тәүгеһенән.
- Федоровка районынан. Ғәли исемле фермер килтерҙе.
- Пәрәс, миндә лә шуныҡы бит! Йыл да унан алам. Көнбағышы эре, таҙа була. Хаҡы ла арзан.
“Һары баш” бер аҙҙан:
- Көнбағышыңды ҡайҙа ҡыҙҙыраһың? Табаламы, духовкаламы? – тип һорап ҡуйҙы.
- Табала ҡыҙҙырам. Духовкала кибә генә бит ул.
- Эйе шул. Табала тәмле ҡыҙа. Әҙерәк көнбағыш майын бутап ебәрһәң ишү ҙә һәйбәт.
Ҡатындар яҡын әхирәттәр һымаҡ булып, һөйләшә-һөйләшә “симечкә” һаттылар.
- Ниндәй һәйбәт күңелле әҙәмгә юлыҡтым. Май сүлмәге тышынан уҡ күренеп тора шул. Кейгән кейемдәре лә бит ҡалай ҡупшы, ыҫпай! – тип ҡалды “һары баш”, тегенеһе күнәген бушатып, хушлашып ҡайтып киткәс.
Мөҙәрис Багаев
Фото: https://pixabay.com/
Читайте нас в