Яйыҡ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 18:20

Коронавирус йоҡтороусылар арта

Башҡортостанда пандемия башланғандан алып яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 9 меңгә яҡынлаша.

Башҡортостанда пандемия башланғандан алып яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 9 меңгә яҡынлаша. 28 сентябргә 8 708 сирле теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 39 яңы осраҡ асыҡланған. Тәүлек эсендә – 110 дауахананан тыш пневмония осрағы, ул бер нисә аҙна инде ошо кимәлдә тора.
«Был илдәге һәм донъялағы дөйөм эпидемиологик хәл менән бәйле. ОРВИ, грипп миҙгеле башланды, өҫтәүенә яңы коронавирус инфекцияһы», — тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин оператив кәңәшмәлә.
Әлеге ваҡытта коронавирус диагнозы раҫланған 57 кеше дауаханала ята. Өсәүһенең хәле ауыр тип баһалана, икәүһе – реанимацияла. Бөтәһе 8089, һуңғы аҙнала йәнә 197 кеше һауыҡҡан. Республикала 23 лаборатория 978 мең пациентты тикшергән.
«Беҙҙең йоғошло сирҙәр дауаханаһы «тулы» режимда эшләй. Ләкин тыныс ҡына эшләргә кәрәк. Беҙ битлек кейеү, ҡулдарҙы йыуыу тураһында пропаганданы көсәйтербеҙ. «Башавтотранс»тың да пассажирҙарҙы битлекһеҙ индереүен күреп йөрөйөм», — тине Башҡортостан башлығы.
Шулай уҡ Радий Хәбиров яҡынлашып килгән байрам – 11 октябрҙә билдәләнгән Республика көнө һәм бер урында 50-нән ашыу кеше йыйылырға ярамауы тураһында ла иҫкә төшөрҙө. Республика етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына ошо шарттарҙа байрамды нисек билдәләү хаҡында уйларға кәңәш бирҙе.
https://www.bashinform.ru/news/1499667-ministr-zdravookhraneniya-bashkirii-nazval-prichinu-rosta-infitsirovannykh-covid-19/
Читайте нас: