«Бөгөн «Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификат тапшырҙым, — тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Илдә бындай программалар юҡ. Маҡсатыбыҙ — ҡаланан тыш, ауылда ла спортты үҫтереү. Хәтерегеҙгә төшөрәм, беҙҙә халыҡтың 40 проценты ауылдарҙа йәшәй, шуға күрә ҡалала ғына түгел, ауылда ла уңайлы шарттар тәьмин итергә тейешбеҙ. Ә яратҡан эше менән шөғөлләнһен, күҙҙәре янып торһон өсөн балаларҙы секцияға, һәйбәт тренерға йөрөтөү мөмкинлегенең булмауы уңайлы тормошмо һуң?».