—Алло, Рәйлә Тимерғәлиевна, һеҙ әле ҡайһы тирәлә?—Беҙ Цюрупа урамында. Яңы сыҡтыҡ. Ни булды?—Яңы саҡырыу килде. «Монте Карло» клубы эргәһендә авария. Яраланыусылар бар, һеҙҙең ярҙам кәрәк.«Тиҙ ярҙам» машинаһы, төн булыуға ҡарамаҫтан, әйтелгән ергә тиҙ генә барып етте. Кеше арыу уҡ ҡына йыйылып та киткән. Полиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, еңел автомобиль йөк машинаһына килеп бәрелгән. Машина тулы йәш егеттәр була, күрәһең, ныҡ ҡына байрам иткән булғандар, ҙур тиҙлек менән килеп, йөк машинаһын абайламай ҡалалар...Рәйлә Тимерғәле ҡыҙы инде ун ике йылға яҡын аҡ халатын сисмәй. Ошо ваҡыт арауығында ул ниндәй генә кешеләрҙе, ниндәй генә хәлдәрҙе күрмәне. Ләкин был хәл уны ныҡ тетрәндерҙе, оҙаҡ йылдар буйы күҙ йәштәре аша ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙы һораған йәш егетте иҫләйәсәк әле ул.—Бына яраланыусыларҙың береһе. Бәлки ҡотҡарып булыр, ҡалған өсәүһенә инде ярҙам итерлек түгел,—тине Рәмил исемле коллегаһы.«Тиҙ ярҙам» машинаһы шунда уҡ геүелдәтеп ҡазаға тарыусыны дауаханаға алып китте. Иҫһеҙ ятҡан егет юлда аңына килде, үҙе менән ни булғанын, ҡайҙа икәнлеген төшөнә алмай аҙапланды.—Һеҙ аварияға эләккәнһегеҙ. Тынысланығыҙ, әле дауаханаға китеп барабыҙ. Хәлегеҙ ауыр, тере ҡалыуығыҙға шөкөр ҡылығыҙ,—тип мөмкин тиклем йомшаҡ һөйләшергә тырышты Рәйлә Тимерғәле ҡыҙы.—Авария... Беҙ бит машинала дүртәү инек. Дуҫтарым ҡайҙа? Улар ни хәлдә?—Үҙегеҙҙе ҡайғыртһағыҙ ине. Дуҫтарығыҙҙы ҡотҡарыр хәлдә түгел беҙ.—Тимәк, улар...—егет күҙен йомоп башын ситкә борҙо.Бер аҙ өндәшмәй ятҡандан һуң тағын телгә килде:—Һеҙҙең исемегеҙ нисек, апай?—Рәйлә Тимерғәлиевна. Рәйлә апай тип тә өндәшһәң була.—Ә мин—Юлдаш. Әле бит миңә 22 йәш кенә. Ошо көнгә тиклем үлем тураһында уйланғаным юҡ ине. Рәйлә апай, зинһар, ҡотҡарығыҙ мине! Зинһар...—Юлдаш, тыныслан. Беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ. Һиңә һөйләшергә ярамай, хәлең бик ауыр. Әле һин йәш, тормошоң алда. Гөрләтеп донъя көтөрһөң әле.—Гөрләтеп донъя көтөр өсөн... Тап ошо һүҙҙәр менән Артур дуҫыбыҙ тыуған көнөндә тост күтәргәйне бит. Байрам табынын дауам итергә тип, клубҡа йүнәлгәйнек. Кем уйлаған дуҫтарымдың ғүмер юлы улай өҙөлөрөн. Fәйепте кешенән эҙләйһе түгел, барыһына ла үҙебеҙ ғәйепле, үҙебеҙ... Тик ошондай хәлдә, эскән килеш, был донъянан китеүе үкенесле...Егеттең күҙенән йәш бөрсөктәре тәгәрәне. Рәйлә Тимерғәле ҡыҙы алдында булһа ла үҙенең күңелен бушатҡыһы килә ине уның ошо мәлдә.Аҡ халатлы апай ҙа уға ни тип әйтеп, нисек йыуатырға белмәне. Бер пульсын тикшерҙе, бер ҡанлы башын һөрттө. Егеттең күңелендә йәшәүгә өмөт сатҡыларын һүндермәҫкә тырышты.—Эй, Юлдаш, Юлдаш, —тип көрһөнөп ҡуйҙы ахырҙа табип.—Fүмер ҡәҙерен кешеләр ваҡытында аңламай шул. Аҙаҡтан ҡылған гонаһтары өсөн күңел ғазабы кисерәләр. Айҙың да бит ҡара таптары бар, шуның һымаҡ кешенең дә тормошта хаталанған осраҡтары була. Был донъянан үкенестәр менән китмәҫ өсөн ваҡытында тәүбәгә килеү мөһим.—Хаҡ һүҙҙәр. Ундай уйҙар алдан килһә ине башыма. Ҡыҙҙар йөрәге менән дә әҙ шаярманым түгел. Әле өйләнергә иртә тип, әле бер, әле икенсе ҡыҙ менән йөрөй бирҙем. Илағандары ла, үпкәләп киткәндәре лә булды. Ата-әсәйем алдында ғәфү үтенеп өлгөрмәнем, фатихаларын алмай китәм инде. Үкенесле, әлбиттә. Мөмкинселек булһа, ваҡытты кире ҡайтарып, тормошомдо бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа борор инем. Рәйлә апай, нисек уйлайһығыҙ, ата-әсәйем мине кисерер микән? Мин бит уларҙы ныҡ рәнйеттем...—Кисерерҙәр, Юлдаш, ғәфү итерҙәр. Ата-әсә һөйөүенең сиге юҡ бит. Һин әле бик иртә хушлашаһың. Бына хәҙер дауаханаға барып еткәс...—Юҡ, Рәйлә апай, тынысландырмағыҙ. Мине йәлләп йыуатыу кәрәкмәй, —тип ҡырыҫ ҡына бүлдерҙе егет. —Исемем Юлдаш, ә үҙем тормош юлында нимәне юлдаш иттем һуң? Ошо көнгә тиклем дуҫтарым менән төрлө клубтарҙа шаяра-көлә ваҡыт уҙғарып шайтан юлында йөрөй бирҙем…Күп ҡан юғалтыу арҡаһында Юлдашҡа һөйләү ауырлаша барҙы.—Етмәйбеҙме әле, Камил? Хәле ауырлаша бара бит, йәһәтерәк, —тип шоферға өндәште.—Бына бер генә урам ҡалды. Хәҙер етәбеҙ.Бер нисә минуттан «Тиҙ ярҙам» машинаһы дауахана ишеге янына килеп туҡтаны. Юлдашты шунда уҡ операция бүлмәһенә алып инеп киттеләр. Рәйлә Тимерғәле ҡыҙы операция бөтөүен көтөп коридорҙа улай-былай йөрөп үткәрҙе. Егеттең аяҡҡа баҫыуын бар йөрәге менән теләй ине ул. Бер нисә сәғәт үтеүгә хирург килеп сыҡты.—Ҡанын күп юғалтҡан ине. Ҡотҡара алманыҡ. Йәл, йәш кенә ине шул, —тип әсенде табип.Рәйлә Тимерғәле ҡыҙы ултырғысҡа сүгәләне. Ҡарашы ҡайҙалыр бушлыҡҡа йүнәлгән ине.—Уның бит йәшәгеһе килде. Йәшәргә тейеш ине... —тип үҙ алдына һөйләнде. Ҡатындың бите буйлап йәш бөрсөктәре тәгәрәне. —Иманың юлдаш булһын, Юлдаш, иманың юлдаш булһын...Гөлфирә Исхакова,БДУ-ның Сибай институты студенты.