Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 17:20

«Ҡыҙҙарыңдан тиҙ арала ҡотолмаһаң, үҙең дә үләсәкһең...»

“Өс кешенең доғаһы ҡабул булыуға шик юҡ: ҡыйырһытылған (рәнйетелгән) кешенең, юлсының (мосафирҙың) һәм ата-әсәнең балаһына ҡылған доғаһының” (бәйғәмбәребеҙ һүҙҙәренән).Яҙмыш беҙҙе кемдәр менән генә осраштырмай.

«Ҡыҙҙарыңдан тиҙ арала ҡотолмаһаң, үҙең дә үләсәкһең...»йәки Сиған ҡатыны юрағандың юш килгәне – етем балаларҙың ояһында күргәндәрен тормошта ҡабатланғаны( булған хәл)“Өс кешенең доғаһы ҡабул булыуға шик юҡ: ҡыйырһытылған (рәнйетелгән) кешенең, юлсының (мосафирҙың) һәм ата-әсәнең балаһына ҡылған доғаһының” (бәйғәмбәребеҙ һүҙҙәренән).Яҙмыш беҙҙе кемдәр менән генә осраштырмай. Уларҙың һәр береһе тормошобоҙға ниндәйҙер фәһем һәм һабаҡ бирә, кемдәргәлер күңел үҙенән-үҙе тартылып, әлдә донъяла шундай яҡшы кешеләр бар, тип дәрт, энергия алып, ҡанатланып, йылмайып китәһең. Үҙҙәренән-үҙҙәре этәреп торған ҡара уйлы, йөҙҙәре һәр ваҡыт йәмрәйеп, ҡаштарын төйөп, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, тормоштоң тик кире яҡтарын ғына күргәндәр ҙә осрай. Аҡыллыға – ишара, тигәндәй, улары ла беҙҙең юлыбыҙға бушҡа осрамай. Тимәк, тормошобоҙҙа хаталарҙы йыш ҡабатламаҫ, бер үк тырмаға әйләнгән һайын баҫмаҫ өсөн кешегә әленән-әле шундайҙарға ҡарап, үҙ йәшәйешен анализлау ҡамасауламай.Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙә битарафлыҡ көндән-көн көсәйә бара, ахыры. Кешегә йәлләү тойғоларын белдереп, уфтанырға яратабыҙмы әллә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәбеҙме? Йә булмаһа, шунда уҡ әрләү тонында бар тормошон “сәйнәү”гә күсәбеҙме? Әллә йәмғиәт шундай, әллә ғаиләләрҙә тәрбиә мәсьәләһе бөтөнләй аҡһай башланы, шулай ҙа илебеҙҙә, яҡшы күренештәр менән бер рәттән, башҡа һыймаҫтайҙары ла йәнәш бара.Алёнаның да йәшәү рәүеше ныҡ яҡшынан уҡ булмаһа ла, бигүк насарҙан да түгел: тәүге ире менән апаруҡ йәшәп, уныһы һаман эсеп ҡаңғырып, ҡул күтәреүе йышайғас, ҡатын айырылыуҙы хуп күрә. Өҫтәүенә, уларҙың балалары ла булмай. Әсәһе лә саҡ йөрөй, аҙаҡ инде аяҡтан яҙып, түшәккә лә ята. Йөҙгә һылыу, кәүҙәгә матур, эсмәгән-тартмаған, кафе-маҙар йә ҡунаҡ тип сапмаған йәш ҡатын ятаҡта ҡуртымға бүлмә алып йәшәй башлай, иртәнән кискә тиклем эштә була. Бер мәл күрше ҡатын сәйгә саҡыра. Уның дуҫлашып йөрөгән ир-егете лә була. Матур итеп сәй эсеп хушлашалар. Аҙаҡ күрше ҡатындың иптәш егете үҙе менән бергә эшләгән Максимды алып килеп, Алёна менән таныштыра. Үҙ-үҙен ҡарап йөрөткән, эшкә оҫта йәш ҡатын ирҙең күңелен арбай. Уның да тәүге никахы уңышһыҙ булып, ҡатынынан айырыла, күптән ҙурайған улы менән аралашып тора. Аҙналар буйы айыҡмаған ҡатынының бурыстарын ҡаплау, уны урамдан иҫерек килеш алып ҡайтыу, өй эргәһендәге магазиндарҙан яҙҙырып алған аҙыҡ-түлек йә шарап-араҡы өсөн түләү ирлек намыҫына ныҡ тейә. Ә Алёнаның эскелектән азат булыуы ныҡ ҡыуандыра. Шулай итеп, улар бер-береһен аңлап, матур итеп ғаилә ҡороп, бергә йәшәй башлай.Ун йәш айырмаһы булған был парға бала һөйөргә насип итмәй. Алёнаның, үҙе бала таба алмағанлыҡтан, исмаһам, балалар йортонан алып булһа ла көтөп ҡарарға, ташлап кителгән балаға әсәй наҙы биргеһе килә. Ире теләгенә ҡаршы төшмәй, әммә бәләкәйҙән түгел, ә ҙурыраҡтарын һайларға тәҡдим итә. Сөнки инде йәштәре лә бара, уларҙы аяҡҡа баҫтырып өлгөрөргә кәрәк, донъя хәлен белеп булмай. Ни тиһәң дә, ҡатынға – 44, иргә – 54 йәш. Баланы уллыҡҡа алыу процедураһын тулыһынса үтеп, кәрәкле документтарҙы йыйып, әллә нисә урынға сиратҡа баҫалар.Бер ваҡыт Яңы йыл алдынан, декабрь айында уларға Силәбе өлкәһендә бер туған апалы-һеңлеле ҡыҙҙар барлығы тураһында хәбәр итәләр, әммә уларҙы айырырға ярамағанлығын иҫкәртәләр, килеп ҡарарға саҡыралар. Күстәнәстәрен тейәп, бүләктәр алып, Алёна оҙон юлға сыға. Балаларҙы күрһәтәләр, осраштыралар. Ҡыҙҙар бик әүҙем һәм аралашыусан булып сыға. Шунда уҡ Яңы йыл кисәһенә кейергә күлдәк-туфлиҙары юҡлығын, прическа эшләргә сәстәренә биҙәүестәр кәрәклеген әйтәләр. Ҡатын күп уйлап тормай, шунда уҡ улар һораған бар нәмәне һатып алып килә. Ҡыҙҙар уның күңеленә ятҡандай була, уларҙы бик ныҡ йәлләп, килеп алырға вәғәҙә итеп, ҡайтырға сыға. Шунда ул әлеге ҡыҙҙарҙың янсығынан 10 мең һум аҡсаһын сәлдереүен аңлап ҡала. Шулай ҙа быға артыҡ иғтибар бирмәй, бары тик уларҙы йәлләй, ни атайһыҙ, ни әсәйһеҙ бахыр балалар, тип уйлай һәм Максимға шылтыратып, күргәнен еткерә, аҡсаһын урлауҙарын да һөйләй. Донъяны күп күргән ир ҡатынына балалар йортонан тиҙерәк ҡайтырға кәрәклеген, тимәк, ҡыҙҙарҙың йүнле булмауын әйтә.Ә был ике ҡыҙҙың етем ҡалыуының сәбәбен башта тулыһынса белмәһәләр ҙә, аҙаҡ бөтә мәғлүмәт билдәле була: ата-әсә һәр саҡ эске менән мауыҡҡан. Ир йыш ҡына төрмәлә ултырған, урлашҡан, йәш ҡыҙҙарҙы көсләгән. Аталарының ҡустыһы ағаһының тормошонан биҙрәп, уны үлтерә, шулай ҙа уны иркенән мәхрүм итмәйҙәр. Сөнки төрмәнән сыҡмаған ир инде күптәрҙең баш ҡайғыһына әйләнгән була. Әсә лә ошо юлды ҡыуа: эсә, тора-бара наркотиктарға “ултыра”, дауалап булмаҫлыҡ ауырыуҙар йоҡтора һәм 34 йәшендә вафат була. Шулай итеп, ике ҡыҙ етем тороп ҡала. Уларҙың өләсәһе һәм өләсәһенең бер туған һеңлеләре була, әлбиттә. Әммә ундай ҡыҙҙарҙы өләсәһе тупһаһына яҡын да юлатмай, бәләкәс ҡыҙҙы үҙенә алырға теләгән һеңлеһен дә тыя. Башта – балалар йортонда, аҙаҡ ауыр холоҡло балалар өсөн интернаттарҙа йәшәп, ике ҡыҙ ҙа буйтым сыныға. Әсәләре ауырығас, улар ҙа хәүеф төркөмөндә тороп, ваҡыты-ваҡыты менән дауаханала ята, тикшерелеп тора.Яңы йыл етәрәк, бер ҡарарға килеп, Максим менән Алёна, ҡыҙҙарҙы ҡайтырға тип, юлға сыға. Күп тә бармаҫтан, аварияға осрап, мөғжизә менән генә тере ҡалалар. Максим Алёнаны бармаҫҡа өгөтләһә лә, ҡатын ныҡ тора. Бер сыҡҡас, икенсе таксиҙы яллап, юлдарын дауам итәләр, килеп алабыҙ, тигән вәғәҙәләрен боҙмаҫҡа ҡарар итәләр. Алғараҡ китеп, шуны әйтергә кәрәк: байтаҡ ваҡыт үткәс, Алёна улар алдында сығып торған бар ҡаршылыҡты Аллаһы Тәғәләнең ебәреүен, бармаҫҡа кәрәклеген белдереп, ошондай сигналдар биреүен аңлап, үкенәсәк, Юғары көстәрҙең иҫкәрмәләренә ҡолаҡ һалмағаны өсөн илаясаҡ. Юҡҡа ғына, уңмаған юлды ҡыума, тимәйҙәрҙер бит…Үҙҙәренең шәхси йорто булһа ла, ҡалала ике бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алып торған ғаилә ҡыҙҙарҙы алып ҡайтҡас, ысын “концерт” башлана: баҡһаң, был икәү улар ике ҡатлы өйҙә йәшәйәсәк, ашарға хеҙмәтсе бешерәсәк, арттарынан йыйыштырасаҡ, хан ҡыҙҙарылай йәшәрбеҙ тип уйлаған булған. Яңы атай-әсәйле булғас, улар инде барлыҡ сикте онота: йә уныһын, йә быныһын таптыра, үҙҙәре бер нәмә лә эшләй белмәй, өйрәнергә лә теләмәй. Бар белгәндәре –аҡыртып музыка тыңлау, шаярыу. Өлкәне – 5-се, бәләкәйе 1-се класта ғына булһа ла, улар инде ҙур ҡыҙҙар һымаҡ ҡылана. Өлкәненең кире уйҙары хатта оҙаҡ йылдар йәшәгән кешеләрҙе лә ҡурҡытыр: уның барыһын да үлтергеһе килә, мәктәп насар, кешеләрҙең барыһы ла яман... Һеңлеһе апаһына ҡарап, уның ҡылыҡтарын ҡабатлай. Вахта ысулы менән эшләгән Максим йыш ҡына өйҙә тормай, ә Алёнаның әйткәндәренә ҡыҙҙар ҡолаҡ һалмай, көндән-көн шашып, улар инде ҡатынды дауахана карауатына илтә. “Тиҙ ярҙам” саҡыртырҙан алда өйҙә ауырып ятҡан ҡатындың, сәй яһап килтерегеҙ, тиеүенә улар сәйгә “Белизна” ҡушып алып килә, өйөнөң аҫтын-өҫкә әйләндереп, булған нәмәне шул белизна менән йыуалар. Уларҙы әрләү йә нимәлер әйтеү стенаға борсаҡ ташлау менән бер: өлкән ҡыҙ алдашыуға һәм ҡурҡытыуға бик оҫтарып алған була. “Әгәр һин беҙҙе кире ҡайтарырға уйлаһаң, мин ҡан тамырҙарымды ҡырҡам”, – тип, бысаҡҡа йәбешә, ҡурҡытырлыҡ итеп саҡ ҡына ҡан сығарып, ҡырҡып та ебәрә. Балалар йортона һәм интернатҡа кире бармаҫ өсөн ул һәр ваҡыт шулай ҡыланған икән.Апалы-һеңлеле тураһында күп нәмәне белмәгән Алёна бер мәл шаңҡып ҡала: ҡыҙҙарҙы уларға тиклем алты ғаилә аҫрауға алып, кире тапшырған икән! Эштең бындай айышын көтмәй, әлбиттә, ҡатын. Ул бер йылда тормошто яратҡан, көлөп торған һылыу ҡатындан гөлләмә ауырыуға дусар булып, төн йоҡолары ҡасып, биттәре шешмәкләнеп, йөрәген тотоп, бөгөн үләмме әллә иртәгәме, тигән әбейгә әйләнә яҙа. “Тиҙ ярҙам” саҡыртҡанда уның хәле, инсульт алдынан була торған хәл, тип баһалана.Максимдың 28 йәш менән барған улы атаһының ғаиләгә балалар алыуына ризаһыҙлыҡ белдермәһә лә, йөҙөндә барыбер ҡәнәғәтһеҙлек билдәләре сағыла. Ул һаман эш тип йөрөп, һаулығына иғтибар итмәй, пневмония менән дауаханаға барып эләгә, ауырыуы аҙып, йөрәгенә төшөп, күп тә үтмәй, үлеп тә ҡуя. Уның ҡара таҫма менән уратылған рамка эсендәге фотоһы өҫтәлдә урын ала. Ҡыҙҙар был юлы инде тәртипһеҙлектең сигенә барып етә: фотоға ҡара маркер менән һаҡал-мыйыҡ төшөрәләр, сәстәр яһап ҡуялар. “Уға нимәгә илайһығыҙ, үлгәс, яҡшы булған!” – тип шарҡылдап көләләр, карауатта һикерешәләр...Алёна, дауаханаға эләкһә лә, көндөҙ генә дауаланып, өйөнә ҡайтып йөрөй. Сөнки ҡыҙҙарҙың нимә ҡыланырын белеп булмай – үҙ иңдәренә яуаплылыҡ алғандар. Бер көндө яңғыҙ ҡалған ҡыҙҙар билмән бешермәксе була. Туңдырғыстан ике килограмм билмәнде сығарып, алты литрлыҡ кәстрүлде алалар. Эсенә 2 – 3 стакандай һыу ҡоялар ҙа, уның ҡайнап сығыуын да көтмәй, бар билмәнде ауҙаралар. Үҙҙәре йоҡо бүлмәһендә аҡыртып музыка ҡуя, карауатта һикерешеп уйнай. Кәстрүлдең һыуы ҡайнап бөтөп, яна башлай, эргәһендәге кәстрүлгә тоҡана. Фатирҙан сыҡҡан еҫкә аҫта йәшәгән күршеһе килеп, саҡ ишекте астыра, сөнки музыка тауышына алйотланған ҡыҙҙар еҫте лә тоймай, туҡылдатҡан тауышты ла ишетмәй. Шулай саҡ янғын сыҡмай ҡала.“Был ҡыҙҙар мине теге донъяға алып барып тыҡмаҫ борон уларҙы нисек тә булһа кире тапшырырға кәрәк!” – тип уйлай башлай меҫкен ҡатын. Ярай әле уны ошондай хәлдә ире ташламай, һәр саҡ яҡлап, ҡурсалап ҡына тора. Ҡатындың уйҙарын дөрөҫләгәндәй, бер көн урамда китеп барғанда ҡаршыһына сиған ҡатыны осрай һәм: “Ҡыҙҙарыңдан тиҙ арала ҡотолмаһаң, үҙең дә үләсәкһең. Тағы ла түштәреңде һаҡла һәм дауала!” – тип, хаҡ та һорамай китеп бара. Был ваҡытта уның, ысынлап та, бер яҡ түше һыҙлап, ниндәйҙер шеш сығып, дауахана юлын тапай башлаған була. Сиған ҡатынының дөп-дөрөҫ әйткән һүҙҙәре уны тағы ла уйға һала. Ә бит урамда тәүгә осраған ҡатын нисек уның аҫрауға ике ҡыҙ алғанын белһен ти? Мәхшәр ҡатыш көн менән төн буталған балаһыҙ ғаиләнең балалы тормошо, бына шулай итеп, кирегә тәгәрәй ҙә тәгәрәй. Һуңғы тапҡыр ҡасан туйғансы йоҡлағанын да онотҡан Алёна көндән-көн кибә, ябыға, байтаҡ кәүҙә ауырлығын юғалта. Телефонында бер йыл элек төшкән фотоһында йылмайып торған йәш, матур, күҙҙәрендә бөтмәҫ осҡон, йөҙөндә ҡәнәғәтлек билдәләре сағылған ҡатын торһа, бөгөн инде ул ун йыл тирәһенә ҡартайған, оло сырайлы. Етем быҙау аҫраһаң, өҫтәлең тулы ит булыр, етем бала аҫраһаң, ауыҙың тулы ҡан булыр, тигән боронғолар. Алёна был әйтемде бик яҡшы белә. 15 йылға яҡын ире менән йәшәп, үҙҙәренеке булмағанға күрә кеше балаһын тәрбиәгә алып, бауыр баҫырбыҙ, үҙебеҙгә лә йәшәүе күңеллерәк булыр, тигән изге уйҙар уны саҡ ҡәбергә еткермәй. Әйткәндәй, уның ғаризаһы буйынса ҡыҙҙарҙы балалар приютына урынлаштырырға ҡарар сығарғас, өлкәне ҡарғай-ҡарғай сығып китә, киләсәктә уларҙы эҙләп табып, үлтереп китәсәктәрен дә әйтә. Уларҙы аласаҡ һигеҙенсе ғаилә табылырмы-юҡмы – әлегә билдәһеҙ. Әммә шуныһы асыҡ: ҡыҙҙарҙа ата-әсәһенең ҡаны йүгерә, хәҙерҙән улар алдаша, урлаша, шаҡшы холоҡтарын күрһәтә беләләр. Быларҙың аңлатмаһы ла ябай: уларҙың ата-әсәһе үлгән, шуға ла ҡыҙҙар үҙҙәрен етем, башҡа балаларҙан кәм итеп тоя, ҡырағай холоҡтары менән кешеләргә үстәрен белдерә, үҙҙәренсә һаҡланыу сараһын күрә. Улар әле эстәге асыуын тыйып тоторға өйрәнмәгән, шуға күрә лә ҡарғау, һуғышыу, урлашыу һ.б. аша шунда уҡ белдереп баралар, үҙҙәре һымаҡтарҙы эҙләп, бик тиҙ генә компанияға ойошоп алалар. Шулай иртә ҙурайған, ата-әсәһенең яңылыш аҙымға баҫҡанлығы арҡаһында иғтибарҙан ситтә ҡалып, урам тәрбиәһе алған балалар үҙ артынан башҡаларҙы ла эйәртеп, аҙҙыра.Алёна бөгөн инде бер аҙ тынысланған: ауылдағы шәхси йорттарын һатып, ҡаланан фатир алғандар, ремонт эштәре менән булыша, һаулығын ипкә килтерә. Ҡыҙҙарҙы кире тапшырғанға һис үкенмәйҙәр, сөнки артабанғы ғүмерҙәренә етерлек һабаҡ алдылар. Бары тик ҡартлыҡтары хаҡында уйлайҙар. Максимдың улы ла өйләнеп өлгөрмәйенсә, баҡый донъяға китеп бара. Балаһы ҡалған булһа, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, донъяларын ҡалдырырға кешеләре, үҙҙәренә йыуаныс булыр ине…Тәрбиәгә бала алған барлыҡ ғаилә лә бер иш түгел, әлбиттә. Матур йәшәгәндәр ҙә күп. Тик был осраҡта беҙ уларға туҡталманыҡ. Ә үрҙә яҙылғандар буйынса был ғаиләнең ғибрәтле тарихына ошонда нөктә ҡуйылды. Тик ундай ғаиләләр илебеҙҙә әҙме һуң? Хәҙер атайлы атайһыҙ балалар күп, һәр икенсе ғаиләлә тигәндәй балаларын яңғыҙ әсәй тәрбиәләй. Бында, үрҙә һөйләп үтелгәнсә, эскелек һәм енәйәт юлындағы ғаиләләрҙә генә ярты етем балалар үҫмәй шул. Үҙ балаларын ташлап, икенселәрҙекен үҙ ҡанаты аҫтына алған, әммә балаһына алимент түләүенән, яҡшы тәрбиә биреүҙән, килеп күреп, хәл белеүҙән ҡасып йөрөгән, яңы ғаиләһендәге кеше балаларына, ярайым тип, аҡсалата ярҙам иткән, хатта үҙенең исем-фамилияһын да бирергә тартынмаған атайҙар ҙа бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ балаларынан баш тартҡан йәш әсәйҙәр ҙә йыш осрай башланы. Балалары булған йәш ғаиләнең араһына инеп, айырттырырға тырышҡан, йә киленен, йә кейәүен яратмаған, инде оло йәштә лә һаман аҡыл менән эш итергә теләмәгән ҡайны-ҡәйнәләр ҙә бихисап арабыҙҙа. Йә булмаһа, һуңғы осорҙа үҙенең кескәй ҡыҙын да йәлләмәй, көсләгән атайҙар тураһындағы мәғлүмәттәрҙең күбәйә барыуы кешеләргә булған ышанысты тағы ла кәметеп, уғата ҡурҡыуға һала түгелме?Абынмаҫ аяҡ булмаҫ, ярылмаҫ таяҡ булмаҫ, ти халыҡ мәҡәле. Һәр нәмәнең сиген белеү, ямандан яҡшыны айырыу, изгелек төшөнсәләре балаға тап ғаиләлә һеңдерелә. Был бурыс атай-әсәй елкәһендә генә түгел, олатай-өләсәйҙәрҙең дә иңенән төшмәй. Сөнки һәр кемебеҙ хәйерле ғәмәлдәре өсөн хәйерле сауап һәм насар ғәмәлдәре өсөн тейешле язаһын аласаҡ. Шуны онотмаһаҡ инеЗ.Таhирова
Читайте нас: