Юлдарҙағы фажиғәләр тетрәндермәй ҡалмай. Күптән түгел Өфө-Инйәр юлында тотош ғаиләнең: ата-әсәнең, 3 һәм 5 йәшлек балаларҙың ғүмерен өҙгән авария барыһын да шаңҡытты. Әле килеп Учалы районындағы авария ҡорбандарһыҙ ғына булманы.
Был турала республика ЮХХДИ-һы хәбәр итә. 26 сентябрҙә Белорет - Учалы - Мейәс юлының 149-сы километрында "Мазда МПВ" (рулдә - 58 йәшлек Учалы кешеһе) һәм ВАЗ-2109 (18 йәшлек Мейәс кешеһе) бәрелешә. Көслө бәрелеүҙән ВАЗ автомобилендә ултырған пассажир ҡыҙ ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Бынан тыш, ошо уҡ машиналағы 26 йәшлек ҡыҙ зыян күргән. Шундай ҙур аварияға нимә сәбәпсе булған - әлеге ваҡытта тикшерелә.