Яйыҡ
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 15:25

Емештәрҙән бәлеш

Кәрәк: 250 гр он, 6 йомортҡа, 100 гр аҡ май, 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 сәй ҡалағы он күперткес, төрлө емештәр (сейә, абрикос, ҡара емеш һ.б).Рецепт тулыһынса:

Кәрәк: 250 гр он, 6 йомортҡа, 100 гр аҡ май, 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 сәй ҡалағы он күперткес, төрлө емештәр (сейә, абрикос, ҡара емеш һ.б).
Майҙы иретеп уттан алабыҙ. Шәкәр өҫтәп майҙа иреп бөткәнсе туғыйбыҙ. Уға 5 йомортҡаны берешәрләп һалып айырым бутайбыҙ. Ондо күперткес менән бергә ҡушып болғатабыҙ. Уны йомортҡалы массаға һалабыҙ. Шыйыҡ ҡамыр әҙерләйбеҙ. Емештәрҙе ваҡ киҫәктәргә теләбеҙ.
Духовканы 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ. Ҡамырҙы формаға һалабыҙ. Өҫтөнә емештәрҙе теҙәбеҙ. Ҡаймаҡты 1 йомортҡа һәм 1 аш ҡалағы шәкәр менән туғып емештәр өҫтөнә тигеҙ генә итеп ағыҙабыҙ. Тәмлекәс духовкала 40 минутта бешеп сыға.
Фото: инстаграмдан
Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в