Яйыҡ
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 15:57

“Үҫеш нөктә”ләре асылды

Иманғол һәм ҡала уҡыусылары шатлана

Бөтә ил буйынса "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә "Үҫеш нөктәһе" тип аталған һанлы һәм гуманитар белем биреү үҙәктәре асыла бара. Былтыр бындай бәхет районыбыҙҙағы дүрт мәктәпкә йылмайҙы тип яҙғайныҡ (Илсе, Уральск, 6-сы Миндәк һәм Ә .Ғ. Хөснөтдинов исемендәге Учалы ауылы мәктәбе).
Быйыл 29 сентябрь көнө Ж.Ғ. Сөнәғәтуллин исемендәге Иманғол һәм ҡалалағы 10-сы урта белем биреү мәктәптәре яңы йыһаз һәм ҡорамалдар алып шатланды.
«Технология», «Информатика», “ Йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре” дәрестәрен хәҙер заманса әсбаптар ҡулланып уҡытасаҡтар, дөйөм үҫеш, ижад менән шөғөллнеү даирәләре киңәйә.
Читайте нас в