Яйыҡ
+5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 16:15

"Ирәмәл һауаһы" сувениры еңеүселәр рәтендә

"Туристик маршрут сувениры" номинацияһында Учалы туризм, экскурсиялар һәм крайҙы өйрәнеү үҙәге тәҡдим иткән "Ирәмәл һауаһы" сувениры 200 дәғүәсе араһында 1 урын алды.

25-26 сентябрҙә Екатеринбург ҡалаһында "Оло Урал" тип исемләнгән VIII Халыҡ-ара туристик форум уҙҙы. Сара сиктәрендә "Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Волга яны федераль округына ҡаарған 19 төбәктән йәмғеһе 1434 сувенир тәҡдим ителде. Һөҙөмтәлә, "Туристик маршрут сувениры" номинацияһында Учалы туризм, экскурсиялар һәм крайҙы өйрәнеү үҙәге тәҡдим иткән "Ирәмәл һауаһы" сувениры 200 дәғүәсе араһында 1 урын алды. Үҙәк хеҙмәткәрҙәрен һәм учреждениеның директоры Рәмил Мөслимовты еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: