Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 16:15

Мәйеттең ауыҙында... ҡалаҡ

Шуныһы аптырата: ҡатынды үлтергән кеше уның ауыҙына ҡалаҡ тыҡҡан.

Мәләүез ҡалаһында хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡот осҡос күренешкә юлыҡҡан – бикле йортта 32 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен тапҡандар.
“КП-Уфа” баҫмаһының үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, был хәл шәхси йортта була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын осраҡлы үлмәгән, уның ишеген емереп ингәндәр.
Шуныһы аптырата: ҡатынды үлтергән кеше уның ауыҙына ҡалаҡ тыҡҡан. Быны ни өсөн эшләгәне әлегә билдәле түгел. Белгестәр фекеренсә, ул бер аҙна самаһы элек үк үлгән. Ә кәүҙәһе яңы табылған.
Хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре үлтереүсене асыҡларға тырыша: уның һуңғы ваҡытта кем менән аралашҡанын асыҡлай, башҡа аныҡлыҡтар индерә.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: