Яйыҡ
-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 16:25

“НАҘАН” БАШ МЕНӘН ДӘ “5”-ЛЕ АЛЫП БУЛҒАНЫ...

Һәр дәрес һайын уҡытыусы беҙҙе һәр төрлө сағыштырыуҙар ҡулланып әрләй торғайны. “Бер нисә йылдан “Таң” гәзитенең беренсе битендә, Багдинова, Байзитова алдынғы һауынсылар, тип яҙылып, фотоғыҙ торор әле”, тигәне айырыуса хәтерҙә ҡалған.

Һәр дәрес һайын уҡытыусы беҙҙе һәр төрлө сағыштырыуҙар ҡулланып әрләй торғайны. “Бер нисә йылдан “Таң” гәзитенең беренсе битендә, Багдинова, Байзитова алдынғы һауынсылар, тип яҙылып, фотоғыҙ торор әле”, тигәне айырыуса хәтерҙә ҡалған.
...Беҙ мәктәптә уҡыған ваҡыттарҙа сит ил теле итеп, нигеҙҙә, немец теле уҡытылды. Беҙҙе Байғаҙы мәктәбендә был фәндән белгес уҡытҡанын бөтөнләй хәтерләмәйем. Кем әҙерәк немец теле алфавитын белә йәки кемдең дәресе тулыңҡырамай, ахыры, шуларға йөкмәтелде ул дәрес.
Шул рәүешле, ауыл мәктәбендә “Гутен таг”тан башҡа нәмәне белмәй сығылды, тиһәм дә хата булмаҫ. Әй, юҡ, Шрайбикусты белдек.Район үҙәгенә килгәс, район үҙәгенекеләр, поселоктыҡылар һәм Әтек ауылынан килгәндәр менән бер класта белем ала башланыҡ. Немец теле дәрестәрендә, уларҙың күпмелер нигеҙе булғандыр инде, тегеләр уҡытыусының немец телендә һөйләгәндәрен буйтым аңлап, ул ҡушҡандарҙы эшләп ултыралар. Ә беҙ әхирәтем Фирҙәүес менән сит планетаға барып эләккән һымағыраҡ хис иттек үҙебеҙҙе. Һөҙөмтәлә, һәр дәрес һайын уҡытыусы беҙҙе һәр төрлө сағыштырыуҙар ҡулланып әрләй торғайны. “Бер нисә йылдан “Таң” гәзитенең беренсе битендә, Багдинова, Байзитова алдынғы һауынсылар, тип яҙылып, фотоғыҙ торор әле”, тип мыҫҡыл иткәне айырыуса хәтерҙә ҡалған. Һауынсы булыуҙың нимәһе насар булғандыр, әле лә аңламайым. Шул һауынсы туйындыра ине түгелме һуң илде?.. Ярай әле, ысынлап та, ул ваҡытта беҙҙең һымаҡ “ҡара наҙандар” өсөн фермалар гөрләп эшләп торҙо. Уҡырға-фәлән инә алмаһаң, ферма - “запас аэродром”! Эйе, унды бөткән йылы БДУ-ға уҡырға ингән ерҙән, әҙерәк әсәйемә ярҙам итәм, атыу апайым менән икебеҙҙе уҡытыуы уға ҡыйын була, тип кире ҡайтҡан миңә лә башта ауыл клубында, унан, романтика эҙләп, фермала эшләп алырға тура килде. Әлбиттә, фотом гәзиттең беренсе битендә торорлоҡ оҙаҡ эшләмәһәм дә, һәр хәлдә, иң арттан да һөйрәлеүселәр рәтендә булманым. Ул ваҡытта 25 һыйырҙы көнөнә өс тапҡыр ҡул менән һауҙыҡ, етмәһә. Силос бушатыу, малға таратыу, бесән һалыу, ҡаҙанлыҡтан әллә нисә көйәнтә фураж ташыу, малдың аҫтын көнөнә әллә нисә ҡат таҙартыу... Йәйләү мәлдәре айырым бер тарих... Берәй яҙырмын әле ул хаҡта ла... Ферманан башты айырып, баш ҡалаға юлланырға көс тапҡанмын шулай ҙа, шөкөр. Юғиһә, уныһы ла бөтөрөлөп ҡуйҙы бит.
Ярай, теманан ситкә кителде бер аҙ. Теге немец теленә әйләнеп ҡайтһаҡ, мәктәпте тамамлағанда аттестатта немец теле тапҡырын “не изучался” тигән яҙыу “биҙәне”.Юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс, йәнә әлеге лә баяғы немец теле мәсьәләһе алға килеп баҫты бит. База юҡ... Төрлө райондарҙан килгән курсташтар шытырҙатып ҡына ултыралар. Йән көйә. Ауыл мәктәбендә белгес булған булһа, моғайын да, мин ошо хәлдә ултырмаҫ, кешенән кәм булмаҫ инем, тип эс яна. Дәрестәргә ятлап булһа ла әҙерләнеп барам. Әллә ней төшөп ҡалып йөрөмәйем былай. Иң мөһиме, уҡытыусы минең һымаҡ “наҙанды” ла кешегә һанап, көсөм етерҙәй эштәр бирә, бәләкәй генә уңышыма ла һөйөнә, маҡтай... Тәүге семестрҙа зачет ҡына булды, икенсеһендә – имтихан, шуныһы ҡурҡыта. Етмәһә, уҡытыусы алышынды. Элекке йомшаҡ телле уҡытыусыбыҙ урынына икенсе семестрҙа йылмая белмәгәнерәк бер ханым килде. Былай үҙе дәресте яҡшы аңлата. Хатта мин байтаҡ төшөнә, немец телен күпмелер дәрәжәлә аңлай башланым. Кешенән ҡалышмаҫ өсөн, был дәрескә тормошомда иң кәрәк буласаҡ фән һымаҡ итеп әҙерләнәм.
Шулай яйлап имтихан мәле лә килеп етте. Бүтән фәндәрҙән имтихандарға иң беренсе булып мин инәм һәм иң беренсе яуап бирәм. Быға курсташтар өйрәнгән. Ләкин был юлы ғәҙәтте боҙоп, ҡурҡа-ҡурҡа иң һуңғылар рәтендә индем. Билет алып, яуап әҙерләнем дә уҡытыусы алдына барып ултырҙым. Ҙур ғына тексты телдән рус теленә тәржемә итергә һәм немец телендә шунда уҡ эстәлеген һөйләп бирергә кәрәк. Үҙемсә тәржемә итеп, немец телендә вата-емерә һөйләп маташам. Ә уҡытыусы мине бөтөнләй тыңламаған һымаҡ, минең зачетканы “өйрәнә”. Унан ҡапыл йылмайып ебәрҙе лә:
-Әлбиттә, яуабығыҙ өсөн, дәрестәр ҡалдырмауығыҙҙы, практик дәрестәр ваҡытында яуап биреүегеҙҙе иҫәпкә алып, “4”-ле ҡуйырға мөмкин. Ләкин минең һеҙҙең зачеткағыҙҙы боҙғом килмәй. Был бит стипендияғыҙға ла йоғонто яһаясаҡ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, яңынан билет тартып алығыҙ ҙа, шул һорауға ғына әҙерләнеп, иртәгә миңә бишле билдәһе ҡуйырлыҡ итеп яуап бирегеҙ. Бүтән был фән һеҙгә инмәйәсәк. Был оценка дипломығыҙға китәсәк. Йәнә... немец теле тормошоғоҙҙа ул тиклем кәрәк булыр тип тә уйламайым, - тимәһенме.
Эйе, студенттар араһында йөрөгән: “Башта зачетка өсөн уҡыйһың, аҙаҡ зачетка һинең өсөн уҡый”, тигән лаҡап буштан барлыҡҡа килмәгән икән шул.Тегегә аптырап ҡарап ултырам. Йылмайһа, бигерәк матур ханым икән дә баһа, ҡырыҫ, йылмай белмәй, тигән уҡытыусыбыҙ. Уҫал ғына күренһә лә, боҙоҡ түгел, аҡыллы уҫал икән.
Мин, әлбиттә, шатланып риза булдым. Кискеһен немец телен миңә ҡарағанда яҡшыраҡ һупалаған әхирәтем менән теге тексты рус теленә тәржемә иттек. Унан төндә ҡыҙҙар йоҡлағанда ванна бүлмәһенә инеп тексты ятланым.
Иртәгеһенә инде зачеткамды “5”-ле билдәһе биҙәй ине. Хәйер, тәфсилләберәк туҡталғанда, мин инеп ултырып, һөйләй башлағанда уҡ уҡытыусы баһаны ҡуйып ҡуйғайны инде.Ат менгәндәй булып ятаҡҡа елдереп ҡайтып барғанда ғына ҡапыл башҡа һуҡҡандай булды - һуң теге “аруҡ һупалаған”дар араһында “5”ле алыусылар булманы түгелме һуң ?.. Үҙемде урлашҡан кеше һымаҡ хис итеп киттем. Баяғы “ат менгән” кәйеф елп итеп юҡҡа сыҡты.
Икенсе факультетта белем алыусы райондаш әхирәтем янына барып, хәлде һөйләп биргәс, уның был хәлгә ҡарата фекере генә әҙерәк тынысландырҙы.
-Мәктәбегеҙҙә белгес булмауына һин ғәйепле түгел бит. Әгәр белгес уҡытҡан булһа, ышанам, һин немец телендә һөйләшеп йөрөр инең әле. Икенсенән, һин был билдәне, бахырланып, уҡытыусынан инәлеп ҡуйҙырып алмағанһың, һинең тырышлығыңды баһалап, уҡытыусы үҙе тәҡдим иткән. Уның нимәһенә уңайһыҙланаһың, - тине ул.
Бәлки, ризаһыҙҙар булғандыр, ләкин мин яҡындан аралашҡандар, нигеҙҙә, баяғы райондашымдың фекерен белдерҙеләр. Рәхмәт инде уларға.Ләкин был яҙмамдың төп асылы уҡытыусы этикетына, уҡытыусының бала күңелен аңлай белеү-белмәүенә ҡайтып ҡала.
Уҡытҡыс ҡына түгел, психолог та булған уҡытыусылар күберәк булһа, моғайын, белемле, ғилемгә тартылып торған уҡыусылар ҙа күберәк булыр ине, минеңсә... Ә ундай уҡытыусылар, шөкөр, беҙҙең районда ла бихисап. Тик күптәре баштарын баҫып балалар араһында эшләп тик йөрөйҙәр, уҡыусылары араһынан баштары ла күренмәгәндәй...Ә мин үҙ заманымдағы уҡытыусыларымдан Байғаҙы мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәрзәнә Исрафил ҡыҙы Сабитованы, математиканан белем биргән Садиҡ Сәйфетдин улы Байғусҡаровты, Иҫке Собханғол мәктәбенән тарих уҡытыусыһы Роза Әнүәр ҡыҙы Сәлихованы, физика уҡытыусыһы Ғиниәт Ғибат улы Йәғәфәровты, йәмғиәт белеменән уҡытҡан Исмәғил Сәхи улы Ишбаевты, химиянан белем биргән Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатованы үҙ фәндәренә ысын-ысындан һөйөү уята алған уҡытыусылар итеп хәтеремә алам һаман.
Ә немец теленән алған “5”-ле өсөн намыҫым тамам тынысланды. Сөнки тормош кеше баштары аша йөрөүҙәрҙең унан былайыраҡ миҫалдарын күрһәтеп кенә тора...
Тансылу Багаутдинова
Читайте нас в