Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең VII форумында ҡатнашты. Федерация Советында республика етәксеһе Мәскәү менән Минск араһында видеокүпер тәртибендә үткән “Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының батырлығы – ватансылыҡ һәм граждан яуаплылығы тәрбиәләү нигеҙе” секцияһында сығыш яһаны.
“Ошондай иҫтәлекле форумда барыбыҙ өсөн дә бик ҡәҙерле темаға сығыш яһау – минең өсөн оло мәртәбә. Мин дә атай-олатайҙарыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығын хөрмәт иткән, тарихи иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлаған төбәктә үҫтем. Белорустарҙы туғандарыбыҙ кеүек ҡабул итәбеҙ. Был халыҡ башҡорттарға һәр ваҡыт бик яҡын. Башҡорт полктары белорустар менән Наполеонды ҡыйратҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында меңдәрсә яҡташым белорус туғандары менән иңгә-иң терәшеп дошманға ҡаршы һуғышҡан”, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында Башҡортостанда тыуып үҫкән белорустарҙың һуғыштағы ҡаһарманлығын, Белоруссиянан бик күп завод, учреждениеларҙың, меңдәрсә ғаиләнең Башҡортостанға эвакуацияланғанын, бөгөн Башҡортостандың төп сауҙа партнерҙары иҫәбенә Беларусь Республикаһының да инеүен, Өфөнөң быйыл “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән юғары исемгә лайыҡ булыуын телгә алды.
“Әле беҙҙең Еңеүгә яла яғырға тырышалар. Уны беҙҙән тартып алырға маташалар. Хәҡиҡәткә, һәләк булған миллиондарса ата-бабаларҙың иҫтәлегенә ҡаршы ысын мәғлүмәти, идеологик һуғыш бара, – тине Радий Хәбиров. – Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путин ошондай тышҡы һөжүмдәргә ныҡлы ҡаршы тора. Беҙ, хөрмәтле коллегалар, уға был йәһәттән һәр яҡлап булышлыҡ итергә тейешбеҙ”.
Сығышының аҙағында Башҡортостан Башлығы генерал Шайморатов тураһындағы фильмдан өҙөк тәҡдим итте.
Автор: Лилия Давлетбакова.