Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 12:55

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин отставкаға китәме?

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин «Башинформ» менән әңгәмәлә үҙенең отставкаһы тураһында имеш-мимеште кире ҡаҡты.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин «Башинформ» менән әңгәмәлә үҙенең отставкаһы тураһында имеш-мимеште кире ҡаҡты. Бынан алда республиканың ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында ведомство башлығының вазифаһын ҡалдырырға йыйыныуы тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡты.
«Бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым. Яҡын арала тормошҡа ашырырға теләгән пландарым бар»,— тип хәбәр итте ул агентлыҡ вәкиленә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Максим Забелин республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 2019 йылдың декабренән етәкселек итә башланы.
https://www.bashinform.ru/news/1499823-ministr-zdravookhraneniya-rb-maksim-zabelin-prokommentiroval-informatsiyu-o-svoey-otstavke-/
Читайте нас в