Рәйестең ҡыҙы тыуҙы. 30-ҙан үткән Рәйес инде атай булырмын тигән өмөтөн өҙгән ине. Әле ғүмерҙә булмағанса шатлыҡ тойғолары кисерҙе: берсә иланы, берсә ҡысҡырып көлдө.Тәүге ике ҡатынынан балалары булмағайны. Беренсеһе менән йәшәгәндә, йәшбеҙ әле тип, бала юҡлығына әһәмиәт бирмәнеләр. Икенсеһенә өйләнгәс иһә, байтаҡ ҡына ваҡыт үтте , бәпес кәрәк беҙгә, тине кәләше. Рәйес тә юҡ тимәне. Әммә ниәттәре тормошҡа ашманы, табипҡа күренергә булдылар. Һәм ирҙең түлһеҙлеге билдәле булды. Бер ниндәй ғауғаһыҙ айырылыштылар ҙа ҡуйҙылар. Рәйес башҡаса өйләнмәм инде тип уйлағайны ла. Бына бит көтмәгәндә юлында нурлы йөҙлө, мөләйем Гөлфиә осраны. Никах уҡыттылар. Бер-нисә йылдан өсөнсө ҡатыны йөккә ҡалғас, ир ныҡ аптыраны, икеләнде, шикләнде. Бының булыуы мөмкин түгел бит. Башында ҡайнаған мең төрлө уйҙарын ҡатынына әйтергә ашыҡманы. Ошоға тиклем Гөлфиәнең "Инде эшемдә арыным, исмаһам декретҡа сығып, ял итеп алырға ине, эй бәпес тә алып ҡайтҡы килә", тигәненә лә бер ни өндәшә алмағайны.Шатланаһы урынға кәләше ауырға ҡалыуын ауыр кисерҙе Рәйес. Бер көн иптәш егете менән үҙенең хәлдәре менән уртаҡлашты. Иптәше уға үҙенсә кәңәш бирҙе:- брат, тимәк, бала һинеке түгел, барыһын да ҡатыныңа һөйләп бир, һораш, дөрөҫөн әйттер, бәлки ул ситтә йөрөйҙөр, белмәҫһең уларҙы ....-уның булыуы ла мөмкин түгел, минең өсөн был хәл аңлашылмаған мәсьәлә. Кәләш ни эшенә бара ла ҡайта, хәҙер хатта әхирәттәре менән дә ул тиклем аралашмай...Ошо һөйләшеүҙән һуң Рәйес тура өйгә ҡайтманы. Туғандарына китте һәм юғалды ла ҡуйҙы. Гөлфиә шылтыратһа, яуап бирмәне. Ҡатын аптыраны, аптырағас, шул апайындалыр әле тип, барып ҡайтырға булды. Һәм Рәйестең уларҙа йәшәп ятҡанын күреп ғәжәпкә ҡалды. Хәлде ире түгел, иренең бер туған апаһы аңлатып бирҙе. Иренең түлһеҙлеге хаҡында ишетеп хайран ҡалды: Бына һиңә мә! Ә ниңә ошоға тиклем, юҡ өйләнергә йөрөгөндә был турала әйтмәгән һуң!? Бала ҡайҙан һуң улай булғас? Юҡтыр, түлһеҙ түгел уның ире. Врачтар бит йыш ҡына яңылыша. Тиҙҙән уларҙың бәпестәре тыуасаҡ...Әле бына Рәйестең ҡулында - ҡыҙы. Танауы бит әле , шул тиклем дә оҡшар икән, ә күҙҙәре һуң!!! Рәйес шул тиклем яратып, һоҡланып баҡты сабыйына: "Гөлфиәм, ҡыҙым, ғәфү итегеҙ мине, ғәйеплемен һеҙҙең алдығыҙҙа, инде һеҙгә ныҡ хәстәрлекле, иғтибарлы, гел янығыҙҙа булырмын! Яратып ҡына торормон үҙегеҙҙе."#ЗемфираҒабдуллина@hikayabash