Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 16:25

Улын... егерме йылдан һуң тапҡан

Республикалағы социаль учреждение етәкселәренең береһе ошондай үҙенсәлекле һәм хайран ҡалырлыҡ хәл һөйләгәйне. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Республикалағы социаль учреждение етәкселәренең береһе ошондай үҙенсәлекле һәм хайран ҡалырлыҡ хәл һөйләгәйне. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
“Был тормошта ошондай хәлдәр йыш осрап тора: бала инвалид булып тыуһа, йәш ата-әсәләр киләсәктәге проблемаларҙан ҡурҡып, унан баш тарта. Ә инде дауаханала: “Бала бындай диагноз менән барыбер йәшәмәйәсәк”, - тип өҫтәһәләр, бөтөнләй эштәр харап...
Беҙҙең учреждениеға ошо юл менән эләккән балалар бихисап. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бар ғүмере тиерлек ошо стеналарҙа үтә. Әммә мөғжизәгә һәр саҡ урын бар.
Хәҙер социаль селтәрҙәрҙең, Интернеттың булыуы бихисап мөмкинлектәр аса: балалар яҡындарын йә яҡындары уларҙы табып алыуы ихтимал. Унан хат алыша, аралаша башлайҙар... Мәҫәлән беҙҙә, үрҙә телгә алынғанса, бала табыу йортонда уҡ ата-әсәһе баш тартҡан А. тигән малай бар ине. Бер аҙ ваҡыт үткәс, улар дауаханаға кире әйләнеп килгән, тик унда балағыҙ үлде, тип әйткәндәр. Артабан ғаиләнең тормошо бер ҙә ыңғай бармаған: сабыйҙары тыуғандан һуң үлеп тик торған, ғаилә лә ошо нигеҙҙә тарҡалған. Әсә Башҡортостанда ҡалған, ә атай кеше алыҫ Себергә эшкә юлланған...
Егерме йыл самаһы ваҡыт үткәс, А. - ның яҡын туған тейешле кешеһе социаль селтәрҙә үҙенә оҡшаған егетте күреп хайран ҡалған, уның менән бәйләнешкә ингән һәм аралашҡас, үҙенең ағаһының улы икәнлеген асыҡлаған. Был хаҡта кисекмәҫтән үҙенең ағаһына ла еткергән. Ошо йылдар эсендә ир, әлбиттә, күптән икенсе ғаилә ҡорған, балалар үҫтергән, әммә ошондай шаҡ ҡатырғыс хәбәрҙе ишеткәс, ул малайын килеп алырға ҡарар иткән. Тик үҙе вахта ысулы менән тайгала эшләү сәбәпле, ул Башҡортостанға ҡатынын ебәргән.
Шулай итеп, был ханым тиҙ арала республикаға килде һәм А.-ны атаһы янына алып ҡайтып китте. Ул егеттең ҡыуанғанын, беҙҙең шатланғанды күрһәгеҙ! Ошо мөғжизә түгелме ни? Бындай ваҡиғалар яҡтылыҡҡа өндәй, өмөт уята бит ул”, – тип уртаҡлашҡайны оло йөрәкле етәксе ханым.
Фото: m.infox.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: