Өфөлә COVID-19 йоҡтороусыларҙың артыуына бәйле предприятиеларҙа хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә. Баш ҡала вице-мэры вазифаһын башҡарыусы Радмил Мөслимов бөгөн, 29 сентябрҙә, мэриялағы оператив кәңәшмәлә ошондай бурыс йөкмәтте.
Уның һүҙҙәренсә, сирҙең йәки тымауҙың тәүге билдәләре беленеү менән хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләү режимына күсерергә йә иһә ауырығанлыҡ ҡағыҙы бирергә кәрәк.
Бынан тыш, Радмил Мөслимов өфөләрҙе санитар норма талаптарына яуаплыраҡ ҡарарға саҡырҙы. Һуңғы ваҡытта халыҡ тынысланды һәм коронавирус инфекцияһы менән хәл ҡатмарлашты, тип билдәләне ул.
Кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе урынбаҫары Зөлфиә Камаева әйтеүенсә, пандемия башланғандан алып республиканың баш ҡалаһында яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 3 663 осрағы теркәлгән. Өфө буйынса 100 мең кешегә ауырыу күрһәткесе 322,59 осраҡ тәшкил итә.
«Хәтерегеҙгә төшөрәм, йәмәғәт урындарында битлек кейеү һәм социаль дистанцияны һаҡлау мотлаҡ», — тине вице-мэр вазифаһын башҡарыусы.
https://www.bashinform.ru/news/1500390-v-ufe-v-svyazi-s-rostom-chisla-bolnykh-covid-19-na-predpriyatiyakh-uzhestochat-mery-bezopasnosti/