Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 18:40

100 йәшлек ветеранды үлтереүсе: "Был енәйәт өсөн тамуҡта янырмын..."

9 июлдә Ҡыйғы районының Ләүйылға ауылында 100 йәшлек һуғыш ветераны Иван Несмеяновты үлтергән ҡырағай осраҡ бөтә республиканы тетрәндергәйне.

9 июлдә Ҡыйғы районының Ләүйылға ауылында 100 йәшлек һуғыш ветераны Иван Несмеяновты үлтергән ҡырағай осраҡ бөтә республиканы тетрәндергәйне.
Енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған кешеләрҙе ике айҙан таптылар. Улар Силәбе өлкәһе Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең элекке хеҙмәткәрҙәре 41 йәшлек В. һәм 32 йәшлек Ю. булып сыҡты. Береһе – хаҡлы ялда, икенсеһе юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң эштән ебәрелгән икән. Унда-бында осраҡлы табыш алып көн иткәндәр.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығы етәксеһе Рәмил Йәрмиев "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына был фажиғәле хәлдең нескәлектәрен бәйән иткән.
Уның һөйләүенсә, йәйгеһен әшнәләрҙең береһе икенсеһенә ҡунаҡҡа килә һәм, бай эшҡыуарҙы табып, таларға тәҡдим итә. Шунда Ләүйылғала йәшәгәне үҙенең ветеран күршеһенең байлығын хәтергә төшөрә. Ауылда ғына түгел, районда ла ветерандың арыу ғына пенсияһын, башҡа һаҡлам аҡсаһын баҙында банкаларҙа һаҡлағаны тураһында һүҙ йөрөгән була. Йәнәһе, элегерәк бабайға хужалыҡта ярҙамлашҡан эшсе быны үҙ күҙҙәре менән күргән.
Иван Несмеянов һәм уның туғандары аҡсаны банк иҫәбенә һалырға йыйынған, әммә өлгөрмәгәндәр...
"Енәйәтселәргә ветеран аҡсаның ҡайҙалығын үҙе әйтә. Өй баҫыусылар битлектә, бирсәткәлә була. Саҡ-саҡ атлап йөрөгән ҡарт кешене үлтереүҙән мәғәнә лә юҡ бит... Ни өсөн?.." – тип аптырай Йәрмиев.
Әле ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәр һаҡ аҫтында. Тикшереүсе әйтеүенсә, уларҙың береһе тәүбәгә килгән: "Был енәйәт өсөн мин тамуҡта янырмын..."
Фото: proufu.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: