Башҡортостан прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылда лесничий булып эшләүсе был кеше районыбыҙҙың Урал аръяғы лесничествоһында законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыу тураһында план ҡора. Күп уйлап тормай ҡара эшенә таныштарын да йәлеп итә. Шулай итеп, был әҙәмдәр 39 төп ылыҫлы ағас киҫә. Уларҙың берәүһе әсәһенең крәҫтиән-фермер хужалығы исеменән ағастарға ялған документтар төҙөй. Ләкин урман һатып байыу ниәте килеп сыҡмай. Урланған ағастарҙы машинаға тейәп алып китеп барғанда уларҙы полиция туҡтата. Дөйөм ҡаза 830 мең һум тәшкил итә.