Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 18:20

Алтын һатып маташҡандар

Башҡортостанда йәшәгән берәү һәм күрше Силәбе өлкәһенән ике кеше законһыҙ рәүештә ҡиммәтле металл һатырға тырышыуҙа ғәйепләнә.

Башҡортостанда йәшәгән берәү һәм күрше Силәбе өлкәһенән ике кеше законһыҙ рәүештә ҡиммәтле металл һатырға тырышыуҙа ғәйепләнә. Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ведомство хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 29 сентябрь Магнитогорск ҡалаһында өс ир алтын ҡойолмаһы һатырға маташҡандар. Әммә ҡара уйҙарын тормошҡа ашырырға хоҡуҡ органдары бирмәй. Был бәндәләрҙе шундуҡ ҡулға алалар. Уларҙан кустарь ысул менән эшләнгән 4 кг ашыу алтын ҡойолмаһы һәм 4,7 миллион һум аҡса тартып алына. Тикшереү эше башланған.
Читайте нас: