Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 19:00

Испанка

Элек анһат ине: ҡыңғырауға баҫалар, ул зыңғырлай, һин ишегеңде асаһың. Ә бына подъездарға тимер ишектәр ҡуйып сыҡҡайнылар - башланды. Ишек телефонына өйрәнеп китә алмай байтаҡ ҡына аптыранды Сусана әбей. Тәүҙәрәк, ул зыңғырлаһа, кеҫә телефонын ала ла, уныһының өнө-тыны сыҡмаһа ла:- Әлеү - әлеү! Кем һин? Кем әле был? - тип, бер килке ҡаңғырып ала ине. Шунан, яуап булмағас, һуҡрана-һуҡрана ишек телефонына тотона.- Мына бер бәйнәт! Ҡайһы алйото уйлап сығарҙы икән был бәйнәтте? Кем? Хто? Ә, һинме ни? Әйҙә, ин! - тип, ингән кешене айҙай балҡып ҡаршы ала үҙе.Тышта ҡалып, фатирына инә алмай йөрөгән саҡтары ла булды. Ул саҡта берәйһе ишекте асып сыҡҡанды, йә берәйһе асып ингәнде көтөп ултыра ла, зыйт итеп кенә инеп өлгөрә подъезға.Аҙаҡ ҡына тауышын айыра башланы домофондың - ейәне Мирас телефонына "Сафия, ҡарале, алда ғүмер бар әле" тип йыр ҡуйып биргәс кенә.- Өләсәй, мобильныйыңдың рингтонын үҙгәртәйемме? - тигәс, тәүҙә риза булмағайны:- Нимәһен? Теймә бер нәмәһенә лә, болғама, былай ҙа башым етмәй, - тип ҡаршы төшкәйне. Хәҙер ҡыуана.- Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ,Һөйөүселәр етәрлек, - тип өҫтәп йырлай ҙа телефонын ҡолағына терәй Сусана.Балалары, ейәндәре килер булһалар, алдан иҫкәртәләр хәҙер - әлеге Сафияны йырлаталар. Уларға асҡыс биреп ҡуйған Сусана. Домофоны тауыш бирһә, ингәндәрен көтөп, ишек төбөндә ултыра.Ғәлимәлә лә, тәүге уҡытыусыһының ҡыҙында, асҡыс бар. Сусана ҡалаға килеп йәшәй башлағас, ҡыҙ Сусананы үҙе эҙләп тапты - әсәһе әйтеп киткән. Ғәлимәнең килгәнен көтөп ала Сусана. Эсе бүҫкәреп ҡала ул килһә. Берәүгә лә сисмәгән серҙәрен асып һала уға. Әсәһе кеүек, эс-бауырыңа инеп бара уҡытыусы ҡыҙ. Үҙ балаларың менән бик үк оҙаҡлап, асылып һөйләшеп ултырып булмай шул - эштәре күп, ваҡыттары тар. Берәй нәмәне һораһаң, аҡыл өйрәтә башлайҙар.Балаларының, бигерәк тә ҡалалағы ҡыҙының өгөтөнә, әжеүәләүенә күнеп күскәйне һуғыш ветераны булған атаһына бирелгән ике бүлмәле фатирға. Үҙҙәре, атаһы менән әсәһе, күсмәнеләр фатирға. Ауылды ташлап китмәнеләр. Балалары, ейәндәре, үҙ донъяларын ҡорғансы йәшәп-йәшәп алдылар. Буш торорға тейеш түгел, тигәнгә генә риза булды Сусана.Ултыр инде бына домофондың, телефондың тауыш биргәнен көтөп...Кеҫә телефонын да, уны Сусана "Ҡолаҡ телефоны" ти, мәшәҡәтле әйбер тип һанай. Оло кешегә бармай ул. Ҡолаҡҡа терәмәҫ элек күҙлек элергә кәрәк. Көс йыйҙырып торорға кәрәк. Ҡулдан да ысҡынып төшә лә китә. Яңылыш баҫып ебәрһәң, әллә нимәләре килеп сыға. Өй телефонынан да уңғаны юҡ оло кешегә. Уны ярата Сусана әбей. Әхирәте кеүек күреп ярата. Шуға ла ҙур бүлмәһенең иң түрендә телефондың урыны. Заказ биреп, ҡупшы өҫтәл эшләтеп алды. Саң ҡундырмай өҫтөн һөртөп кенә тора, аҫтына түшәк бәйләп һалды, төнгөлөккә матур селтәр ябып ҡуя. Эргәһенә әллә нисә төрлө гөл ултыртҡан. Бер туҡтауһыҙ сәскә ата улары. Өҫтәл янында - һандыҡ. Һандығын ауылдан күскәндә иң алда ултырттырҙы машина кузовына. Бөтә мөлкәте һандыҡта. Күлдәктәре лә. Уларҙы ағас элгескә яурындарынан кейҙереп ҡуйырға йәлләй Сусана - ауырттыралыр кеүек тойола.Телефоны тауыш бирһә, йүгерә уның эргәһенә Сусана. Һөйгәненән хәбәр көткән ғашиҡ ҡыҙ тиерһең.- Әлеү, әлеү! Хәҙер, хәҙер, - тип көйләй-көйләй йүгерә. Иң тәүҙә яулығын ҡолаҡтарының артына ҡыҫтыра, шунан устарын бер-береһенә һуғып-ҡағып ала, өҫ-башын һыпыра. Кеҫәһенән ҡулъяулығын алып, бит-күҙҙәрен, ауыҙ-моронон һөртә ниңәлер. Быларҙы ул өҫтәл янына барып еткәнсе эшләп өлгөрә. Шунан һуң ғына телефон трубкаһын ала.- Эйе. Тыңлайым.Ғәмһеҙ, тыныс тауыш менән әйтә. Әле генә тыны бөтөп йүгереп килеп баҫҡан Сусана тимәҫһең дә. Трубканы ситтәрәк тотоп, тәрән-тәрән тын ала ла, йөрәген урынына ултырта.- Эйе-эйе. Мин был, Сусанна. Сусанна Кудратовна слушыйыт.Ҡаланан шылтыратһалар, уның яуабы ошолай башлана. Ә ауылдыҡылар шылтыратһа, Сусана башҡасараҡ һүҙ башлай. Алдан уҡ танып тора шылтыратыуҙың ауылдан икәнен - трубканы алһаң, телефон тәүҙә ҡыҫҡа ғына зыңң итеп ҡуя. - Дә-дә! Мин был, мин! Испаңкы! Һаумы-шәпме? Өйҙәмен, атыу ҡайҙа булайым. Серем итеп алайым, тип ятҡайным ғына.Телефонын ни өсөн зыңғырлағас та алмауына, алғас та тауыш бирмәйерәк тороуына төрлө сәбәп таба Сусана: әле генә өҫкө ятаждағы әхирәтенең артынан ишек ябып ҡалған, әле генә аяттан ҡайтып тора, әле бына балконында кер элеп йөрөгән, әле генә килене менән сутывыйҙан һөйләшеп, быныһын ишетмәйерәк торған.Берәйһе шылтыратмаҫ микән, тип зарығып ҡына телефон төбөндә көтә лә ултыра икән был бисара, шул ыңғайы ғына алды, тип әйтмәһендәр өсөн шулай эшләй Сусана. Шуға, ауылда ҡалған әхирәт әбейҙәренә бер ҡасан да үҙе башлап шылтыратмай. Яйлап, һалмаҡлап һүҙ башлай Сусана ауылдыҡылар менән. Әйтерһең, тыны бөтөп йүгереп килеп баҫмаған өҫтәл янына.- Шәпмен, һәйбәтмен, Аллаға шөкөр. Мин ни... Гурытта ни... Ашау байҙа-ан... Гурытта кеше буш ултыра, эшһеҙлектән йонсоп, тиҙәрҙер. Әҙерләп ҡуйған, ти! Ҡапсығыңды щире тот! Үҙенә күрә эше сығып ҡына тора беҙҙең дә. Ҡалала гурытса йәшәргә лә кәрәк бит әле. Ауылдан күстең дә рәхәткә сумдың түгел ул. Шулай бит?Яулығын рәтләп ябынып, тағы өҫ-башын һыпырған арала Сусана телефонға һөйләй быларын.Ауылдан кемдең ҡасан ҡалаға юлы төшөрөн белеп тора үҙе. "Аңғармаҫтан" ғына тап була юлдарына, ай-уайҙарына ҡарамай фатирына алып ҡайта, һыйлай, бүләктәр өләшә, күстәнәстәр бирә. Ашау байҙан икәнде күрһәтеп ҡала. Эштәре ҡабалан булмағандарҙы йоҡлатырға ҡалдыра, бындағыларға ҡунаҡ күрһәтә.* * *Сусана әбейҙең телефондан һөйләшеүен күреү үҙе бер матур тамаша ҡарап ултырыуға тиң. Бер килгәнендә Ғәлимә йәшереп кенә төшөрөп алды быны. Ҡат-ҡат ҡарай хәҙер үҙҙәрендә. Кино ҡараймы ни. Сусана инәһенең һылыулығына хайран ҡала. Йәш сағында һуш юйырлыҡ булғандыр ул. Исеме генә ни тора! Анау данлыҡлы яҙыусының әҫәрендәге ят исемле һылыу киленде уйлап сығармағандар, тимәк. Тормошта ла осрай икән улар. Ул килендең исеме ятыраҡ булһа ла - башҡортса. Ә бында бит - Сусанна!Хәҙер ҙә төҫ ташламаған Сусана инәй: ҡаштары ҡыйылып киткән, керпектәре оҙон, ҡуйы. Төпһөҙ йәшкел-ҡуңыр күҙҙәренең ҡараштары һаман серле. Һаман икенән үреп йөрөткән сал юлаҡлы толомдары - биленән. Яҙып ябынған яулығы аҫтында йылыға эйәләгән йыландай рәхәтләнәләр. Ғәлимә һоҡланыулы ҡараштарын ала алмай инәйҙән. Үҙе уңайһыҙланып китә хатта. Сусана өйрәнгәндер бындай тексәйеүле ҡараштарға - иғтибар итмәй. Ә буй-һыны ниндәй! Ғүмер буйы ауылда йәшәгән, биш бала тапҡан, бик иртә ирҙән ҡалған, тимәҫһең.Ғәлимә шуны ла белеп ҡалды: Сусана трубканы алмаш-тилмәш ҡуя ҡолағына. Үҙе һөйләгәндә трубка уң ҡолаҡта, теге яҡты тыңлағанда - һулда. Ҡайһы ҡулы бушай, шул ҡулы менән телефонын һыйпай, бармағын еүешләп, ишелгән провод араларын һөртә. Һүҙ ыңғайында эйелеп телефонының һандары араһындағы булмаған саңды өф тә өф итеп осороп ебәрә. Теле генә хәбәр һөйләү менән мәшғүл икән, тимәгеҙ. Ҙур күҙҙәре, ҡалын ҡара ҡаштары, ҡуйы керпектәре - бөтәһе лә ҡушыла әңгәмәгә. Тут йөҙө йә яҡтырып китә, йә ҡараңғыланып ала. Бүлтәйеп торған ҡалынса ирендәре йә ҡымтыла, йә мыҫҡыллы кәүшәйә, йә йырыла. Үҙе ултырып та, тороп та сыҙамай. Ҡыланыштарына ҡарап, хас та анау сериалдарҙағы испанкамы, итальянкамы, тиерһең. Улар шулай ялпылдап тора бит. Улар менән сағыштыра ла, Ғәлимә оҡшашлыҡҡа таң ҡала. Ә Сусана тик телефон янында ғына шулай талпына. Башҡа саҡта ул тын күлдәге томбойоҡ.* * *Ҡайҙан иҫкә төштө бынау испанка тигәне? Испанка, имеш. Испанкалар ҡайҙа ла, Сусана ҡайҙа. Исеме генә инде-е... Яҙып та, һөйләп тә килештереп булырлыҡ түгел Сусананың исемен. Төпкөлдөң дә төпкөлөндә ҡап-ҡара, ҡап-ҡапыс башҡорт Ҡөҙрәт Ҡыямов үҙенән дә ҡарараҡ ҡыҙына Сусана тип исем ҡуштырһын сәле мулла саҡырып тороп. Кәләшенең илауына ла, силсәүиттекеләрҙең өгөтөнә, оялтырға маташыуҙарына ла ҡараманы.- Үҙем беләм. Һеҙ нимә беләһегеҙ? Китап уҡығыҙ. Белерһегеҙ Сусаннаның кем икәнен. Яҙығыҙ мин әйткәнсә! Ике "н" хәрефе менән яҙығыҙ...Әсәһе бик оҙаҡ ҡараҡай ҡыҙына исеме менән өндәшә алмаған, ят исемгә өйрәнеп китә алмай бер булған. Ҡыҙын 1-се синыфҡа ояла-ояла алып барған - уҡытыусыға нимә тиер? Тәүгә генә эшкә килгән йәш ҡыҙ аптырап, ғәжәпләнеп түгел, ә һоҡланып, хайран ҡалып уҡыған Сусананың таныҡлығын.- Иих кенә! Бына, исмаһам, исем! Ҡалай матур исем ҡушҡанһығыҙ ҡыҙығыҙға, апай! - тигән. Шул көндән һуң ғына йөҙө яҙылған әсәһенең.Ә тауышына ни әйтерһең? Ҡайҙан килгән төпкөлдөң дә төпкөлөндә ятҡан бәләкәй генә башҡорт ауылында тыуған башҡорт ҡыҙыҡайына бәрхәт һымаҡ йомшаҡ, ебәк кеүек һалҡын, таң елендәй талғын тауыш? Баш етерлек түгел Хаҡ Тәғәләнең ҡылғанына.Сусананың тауышын да уҡытыусы ҡыҙ белеп ҡалды. Сусана ул көндө үҙе лә яҡшы хәтерләй. Тәүге тапҡыр кеше алдына сығып йырлағанғалыр - иҫендә ныҡ ҡалған.- Йә, кемегеҙ йырлай белә? - тип һораны йыр дәресендә Зөһрә Әхмәтовна. Уҡытыусы апайҙары гармун уйнап ебәргәйне, Сусана сыҡты ла баҫты таҡта янына.- Апай, Сусана йырҙайым, ти! Сусана! Сусана!- Сусана түгел, балалар. Су - сан - на. Дөрөҫ әйтегеҙ Сусаннаның исемен. Һин йырлайһыңмы, Сусанна? Башла.- Алма алһыу, алма алһыу,Алма алһыу була ул.Сит ерҙәрҙә күп йөрөһәң,Йөрәк ярһыу була ул.- Тағы йырла, Сусанна. Тауышҡайың, Сусанна...Зөһрә апайҙарының йәшле күҙҙәренә ҡарап алды ла Сусана йырын дауам итте.- Һибелә сәсем, һибелә сәсем,Һибелә сәсем ел яҡҡа.Сығып киттем илдәремдәнСәсем һибелгән яҡҡа.Шундай йырҙарҙан башҡа йырҙар бар икәнде лә белмәй әле Сусана, ошоларҙы ғына ишетеп, отоп алған. Атаһының һуғыштан яҙған хаттарындағы шиғырҙарҙы әсәһе йыр итеп йырлаған икәнде лә белмәй әлегә. Ниңә уҡытыусы апаһының күҙҙәренә эркелеп йәш тулғанды ла аңламай әлегә....Илаһи мәл ине был. Тал сыбыҡтай нескә йәш ҡыҙ өҙҙөрөп гармунда уйнай, ҡалынса тауышлы бәләкәй генә ҡыҙыҡай һағышлы йыр һуҙа. Һалҡын ғына һыулы шишмә сылтырап аға, ысыҡ, ҡылған, әрем, мәтрүшкә еҫтәре таратып, иртәнге наҙлы ел ипкене килә ул йырлағанда...* * *Уҡытыусы үҙе генә Сусанна тип өндәште уға, атаһы Сусанна, тип һөйҙө ҡыҙын. Һөйөндөгө: "Сусаннам", - тип иркәләне, наҙланы. Ә башҡалар өсөн ғүмер буйына Сусана булып ҡалды Сусанна.Үҙешмәкәр әртистәрҙең смотрҙарында ҡатнашып, район, ҡала сәхнәләрендә тауышы менән залдарҙы әсир иткәндә лә уны Сусана тип белделәр. Яңғыҙ йыр бәйгеләрендә алған дипломдарға ла, гәзит мәҡәләләренә лә "Сусана" тип яҙҙылар. Бәләкәй саҡта ҡалын толомонан ауырттырғансы тартып ҡасҡан малайҙар: Сусаҡа! Сусаҡа! - тип үсекләйҙәр ине. Парталашы Һөйөндөккә ул ғына етмәй: дәрес мәлендә Сусананың ҡолағына шыбырҙай: "Сусаҡа - сысаҡа..." Сусана тегегә ҡап-ҡара ҡалын ҡаштары аҫтынан бер яндыра ҡарай ҙа күҙ йәштәрен эскә йота.Үҫә төшкәс, теге еүеш танауҙарҙың танауҙары еҫ тоя башлағас, тағы һүҙен таптылар.- Оо! Щао, испаңка! Әй, донна-мадонна! Башҡортса беләңме, әй?Сусана тегеләргә оҙон керпектәре араһынан көйҙөрә ҡарай ҙа өндәшмәй. Һөйөндөк кенә ниңәлер ситтәрәк йөрөй хәҙер.Нимә тиһен Сусана? Тиҫтер ҡыҙҙары кеүек, үсекләшкән малайҙар менән баҫтырышып йөрөй алмай - тағы әллә нимәләр әйтеп үсекләрҙәр. Етмәһә, Сусананы үҙе лә аңлап етмәгән нимәлер эстән тыя кеүек. Исеме микән? Ниңә уға ниндәйҙер сәйер, ят исем ҡуштырған атаһы? Ниңә Сәлимә йәки Сәмсиә түгел?Ана бит, малайҙар:- Сәмсекәй, мәсекәй!- тип ирештерәләр Шәмсиәне, уныһы рәхәтләнеп баҫтыра тегеләрҙе.* * *...Сусана ҡыҙының мөлдөрәмә ҡараштары үҙенә йышыраҡ төбәлә барған һайын, Ҡөҙрәт Ҡыямов исемдең серен сисергә мәл етәсәкте аңлай барҙы.Бер кистә:- Килегеҙ әле эргәмә, - тине Ҡөҙрәт. Мөйөшкә терәп ҡуйылған ҙур, йомшаҡ яҫтыҡҡа һөйәнеп ултырҙы ла һул аяғын урындыҡҡа йәтешләп һалды. Тубығынан бөгөлмәй атайҙарының аяғы. Ә янбашының ите юҡ, ти Сөнғәт ағаһы. Һөйәк тә тире, ти. Мунсала күргән.- Әйткән әйтеүем бар ине, ҡыҙым. Нәҙер әйткәйнем һуғышта. Әсәйегеҙ генә белә ине - хатҡа яҙҙым. Әсәйегеҙ теше-тырнағы менән ҡаршы торһа ла, илаһа ла, үпкәләһә лә һындыра алманы ниәтемде - Сусанна икән Сусанна! Әйттем - бөттө! Атаһы менән әсәһе бер-береһенә ҡарашып алды. Улар шулай әллә нисек кенә матур итеп ҡараша беләләр.- Исемең матур һинең, ҡыҙым, кәмһенмәй йөрөт исемеңде. Тыңдама кеше һүҙен. Улар нимә белһен? Нух заманынан ҡалған боронғо исем ул. Беҙҙә, башҡортта ғына юҡ. Аҡыллы, тоғролоҡло йәш кәләштең исеме. Бер китапта егет саҡта уҡығайным. Бик оҡшап ҡалғайны. Ҡыҙым булһа, Сусанна, тип исем ҡуштырырмын тигәйнем. Оноттом аҙаҡ был турала. Тик һуғыш яңынын иҫкә төшөрҙө... Беҙ йөрөгән румын ерҙәрендә һуғышыуы ҡыйыныраҡ булды. Сөнки ниместәр генә түгел ине ҡаршы яҡта. Румын ғәскәрҙәре, венгр, болгар, тағы әллә кемдәр менән һуғышырға тура килде. Румындар ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтте. Бухарест эргәһендә беҙҙең частың бер нисә һөжүмен кире ҡаҡтылар 1944 йылдың 14 ауғысында. Мин шунда яраландым. Яраланғанмын - үҙем белмәйем. Фугасный эснәрәт шартлап, ярсығы һул янбашты юндап алып киткән, ударный валнаһы башымды лафетҡа ҡуша һуҡҡан. Мин наводчик булдым һуғышта, артиллерист. Ҡан күп аҡҡан, үҙем иҫһеҙ ятҡанмын. Санитарҙар килеп тапҡан...Ҡаты яраланып, ауыр контузия алған атайҙары сентябрь урталарында саҡ ныҡлап аңына килгән. Был турала "После контузии находится в госпитали" тип, ауылға ла хәбәр иткәндәр. Һуғыштың башынан алып яу эсендә йөрөгән Ҡөҙрәт Ҡыямов 44-тең декабрендә ҡайтып төшә ауылына. 4 йәшлек улы Сөнғәтте күтәреп, кәләше Сәхибә ҡаршы ала уны. Быларын Сусаналар белә. Бер йылдан һуң тыуған ҡыҙҙары ғүмерһеҙ була. Тағы ике малай - Сибәғәт, Бүләкбай, ике ҡыҙ - Нәсимә, Сусана тыуа Ҡыямовтарҙа. Малайҙар нәҡ Ҡөҙрәт, Нәсимә - әсәһе. Күрше Салих ҡарт әйтмәксе, Сусана иһә үҙе бер "сорт". Әгәр инде Сәхибә ҡырҙа йөрөп ҡайтҡан булһа, яуабы бер булыр ине - һалып алып ҡайтҡан. Ә бында ... - Ә исем? Ниңә - Сусанна?- Иҫем ҡайта башлағас, һөйләшергә, һүҙ әйтергә маташҡанмын. Кем аңлаһын минең телемде? Башҡортто? Тотлоға-тотлоға нимә әйтергә теләгәнмендер инде... Кем ҡолаҡ һалһын беҙгә - госпиталь лыҡа тулы яралылар. Ә ҡолаҡ һалыусы булған минең һаташыуыма. Ваенвращ ҡатын тыңлап йөрөгән. Тыңлап ҡына түгел, яҙып алып барған. Ул ҡағыҙ киҫәге әле лә бар - документтарым менән алып ҡайттым. Шәп ҡатын ине ваенвращ! Ниндәй генә ауыр яралы булмаһын, эсендә йәне ҡалған һәр һалдатты аяҡҡа баҫтыра ине. Мине лә терелткән бит, ярым үлекте. Сабырһыҙыраҡтарҙы ирҙәрсә уҫал итеп һыҙыра әрләп ташлай ҡайһы саҡта - терпи, казак! Баштарын ҡайҙа тығырға белмәй теге бәләсниктәр...Мәрйә түгел ине. Русса ҡаты һөйләшә, хәбәрҙе еренә еткермәйерәк әйтә. Тауышы ҡалынса, үҙе яғымлы. Беҙҙең СССР-ҙыҡы түгел, Испания тигән илдән. Испанияла граждандар һуғышы булған беҙҙәге һуғыштан алда. Беҙҙән күп барғандар унда ярҙам өсөн. Шунда урыҫ афисырына ғашиҡ була был. Илен ташлап, беҙгә килә. Беҙҙә һуғыш ҡалҡҡас, ире менән һуғышта йөрөй. Ире батырҙарса һәләк була ҡамауҙан сыҡҡанда.Минең һаташҡан саҡта урыҡ-һурыҡ әйткән һүҙҙәремде яҙып барған военвращ. Урыҫ булһам, аңлар ине, бәлки, яҙып та алмаҫ ине. Ә минекен яҙған. Ҡайҙа әле ул ҡағыҙ? Бир әле.Әсәһе алып биргән ҡағыҙҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡаранылар.- Йыртып ҡуймағыҙ. Мына мин әйткән һүҙҙәрҙе ошолайтып яҙып алған ваенвращ: "Алабира. Исан калхам. Кы-ымбула. Исим кучам. Враш".Мин быларҙы бер юлы түгел, ә иҫемә килгән саҡтарҙа әйткәнмен. Бына ҡарағыҙ - көнөн, сәғәтен яҙған хатта.Сусаналар бергәләп һөйләмен килтереп сығарҙылар был яҙыуҙың: "Алла бирһә, иҫән ҡалһам, ҡыҙым булһа, врачтың исемен ҡушам..."- Ваенвращтың исеме Сусанна ине, балалар. Мин уҡыған китаптағы һымаҡ. Яралы саҡта һаташып әйткән нәҙеремде үтәргә тейеш инем мин, ҡыҙым. Сусанна ҡыҙым.Ул ҡағыҙҙы хәҙер Сусана күҙ ҡараһындай һаҡлай...* * *-Әлеү! Һинмеһең, Ғәлимә?- Эйе, Сусанна инәй, мин. Яңылыҡтарығыҙ бармы?- Бар, бар! Шуны һөйөнсөләйем, тием. Осона сыҡтыҡ кәнителдең. Эшләп бөттөләр ҡағыҙҙарын. Мирасыма мираҫ иттем олатаһының фатирын. Ҡайтам, ҡайтам ауылыма! Төйнәнеп бөттөм. Ошо кесаҙна күсенәм Аллам бойорһа. - Рәхәттән йәйәү ҡастығыҙ инде, Сусанна инәй.- Рәхәте ят бит, балам. Өс йылы утыҙҙай булды. Ауылда ла өйҙө атайым нигеҙенә нәйәт итеп эшләп бирҙеләр малайҙарым. Барғас, күрерһең. Килеп йөрө, йәме, Ғәлимә, ташлама мине. Бөгөн дә килеп урарһың әле, йәме. Исемемдең таныҡлығын күрһәтермен. Унда минең исемем Сусанна...Таңһылыу Ҡарасурина

Элек анһат ине: ҡыңғырауға баҫалар, ул зыңғырлай, һин ишегеңде асаһың. Ә бына подъездарға тимер ишектәр ҡуйып сыҡҡайнылар - башланды. Ишек телефонына өйрәнеп китә алмай байтаҡ ҡына аптыранды Сусана әбей. Тәүҙәрәк, ул зыңғырлаһа, кеҫә телефонын ала ла, уныһының өнө-тыны сыҡмаһа ла:- Әлеү - әлеү! Кем һин? Кем әле был? - тип, бер килке ҡаңғырып ала ине. Шунан, яуап булмағас, һуҡрана-һуҡрана ишек телефонына тотона.- Мына бер бәйнәт! Ҡайһы алйото уйлап сығарҙы икән был бәйнәтте? Кем? Хто? Ә, һинме ни? Әйҙә, ин! - тип, ингән кешене айҙай балҡып ҡаршы ала үҙе.Тышта ҡалып, фатирына инә алмай йөрөгән саҡтары ла булды. Ул саҡта берәйһе ишекте асып сыҡҡанды, йә берәйһе асып ингәнде көтөп ултыра ла, зыйт итеп кенә инеп өлгөрә подъезға.Аҙаҡ ҡына тауышын айыра башланы домофондың - ейәне Мирас телефонына "Сафия, ҡарале, алда ғүмер бар әле" тип йыр ҡуйып биргәс кенә.- Өләсәй, мобильныйыңдың рингтонын үҙгәртәйемме? - тигәс, тәүҙә риза булмағайны:- Нимәһен? Теймә бер нәмәһенә лә, болғама, былай ҙа башым етмәй, - тип ҡаршы төшкәйне. Хәҙер ҡыуана.- Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ,Һөйөүселәр етәрлек, - тип өҫтәп йырлай ҙа телефонын ҡолағына терәй Сусана.Балалары, ейәндәре килер булһалар, алдан иҫкәртәләр хәҙер - әлеге Сафияны йырлаталар. Уларға асҡыс биреп ҡуйған Сусана. Домофоны тауыш бирһә, ингәндәрен көтөп, ишек төбөндә ултыра.Ғәлимәлә лә, тәүге уҡытыусыһының ҡыҙында, асҡыс бар. Сусана ҡалаға килеп йәшәй башлағас, ҡыҙ Сусананы үҙе эҙләп тапты - әсәһе әйтеп киткән. Ғәлимәнең килгәнен көтөп ала Сусана. Эсе бүҫкәреп ҡала ул килһә. Берәүгә лә сисмәгән серҙәрен асып һала уға. Әсәһе кеүек, эс-бауырыңа инеп бара уҡытыусы ҡыҙ. Үҙ балаларың менән бик үк оҙаҡлап, асылып һөйләшеп ултырып булмай шул - эштәре күп, ваҡыттары тар. Берәй нәмәне һораһаң, аҡыл өйрәтә башлайҙар.Балаларының, бигерәк тә ҡалалағы ҡыҙының өгөтөнә, әжеүәләүенә күнеп күскәйне һуғыш ветераны булған атаһына бирелгән ике бүлмәле фатирға. Үҙҙәре, атаһы менән әсәһе, күсмәнеләр фатирға. Ауылды ташлап китмәнеләр. Балалары, ейәндәре, үҙ донъяларын ҡорғансы йәшәп-йәшәп алдылар. Буш торорға тейеш түгел, тигәнгә генә риза булды Сусана.Ултыр инде бына домофондың, телефондың тауыш биргәнен көтөп...Кеҫә телефонын да, уны Сусана "Ҡолаҡ телефоны" ти, мәшәҡәтле әйбер тип һанай. Оло кешегә бармай ул. Ҡолаҡҡа терәмәҫ элек күҙлек элергә кәрәк. Көс йыйҙырып торорға кәрәк. Ҡулдан да ысҡынып төшә лә китә. Яңылыш баҫып ебәрһәң, әллә нимәләре килеп сыға. Өй телефонынан да уңғаны юҡ оло кешегә. Уны ярата Сусана әбей. Әхирәте кеүек күреп ярата. Шуға ла ҙур бүлмәһенең иң түрендә телефондың урыны. Заказ биреп, ҡупшы өҫтәл эшләтеп алды. Саң ҡундырмай өҫтөн һөртөп кенә тора, аҫтына түшәк бәйләп һалды, төнгөлөккә матур селтәр ябып ҡуя. Эргәһенә әллә нисә төрлө гөл ултыртҡан. Бер туҡтауһыҙ сәскә ата улары. Өҫтәл янында - һандыҡ. Һандығын ауылдан күскәндә иң алда ултырттырҙы машина кузовына. Бөтә мөлкәте һандыҡта. Күлдәктәре лә. Уларҙы ағас элгескә яурындарынан кейҙереп ҡуйырға йәлләй Сусана - ауырттыралыр кеүек тойола.Телефоны тауыш бирһә, йүгерә уның эргәһенә Сусана. Һөйгәненән хәбәр көткән ғашиҡ ҡыҙ тиерһең.- Әлеү, әлеү! Хәҙер, хәҙер, - тип көйләй-көйләй йүгерә. Иң тәүҙә яулығын ҡолаҡтарының артына ҡыҫтыра, шунан устарын бер-береһенә һуғып-ҡағып ала, өҫ-башын һыпыра. Кеҫәһенән ҡулъяулығын алып, бит-күҙҙәрен, ауыҙ-моронон һөртә ниңәлер. Быларҙы ул өҫтәл янына барып еткәнсе эшләп өлгөрә. Шунан һуң ғына телефон трубкаһын ала.- Эйе. Тыңлайым.Ғәмһеҙ, тыныс тауыш менән әйтә. Әле генә тыны бөтөп йүгереп килеп баҫҡан Сусана тимәҫһең дә. Трубканы ситтәрәк тотоп, тәрән-тәрән тын ала ла, йөрәген урынына ултырта.- Эйе-эйе. Мин был, Сусанна. Сусанна Кудратовна слушыйыт.Ҡаланан шылтыратһалар, уның яуабы ошолай башлана. Ә ауылдыҡылар шылтыратһа, Сусана башҡасараҡ һүҙ башлай. Алдан уҡ танып тора шылтыратыуҙың ауылдан икәнен - трубканы алһаң, телефон тәүҙә ҡыҫҡа ғына зыңң итеп ҡуя. - Дә-дә! Мин был, мин! Испаңкы! Һаумы-шәпме? Өйҙәмен, атыу ҡайҙа булайым. Серем итеп алайым, тип ятҡайным ғына.Телефонын ни өсөн зыңғырлағас та алмауына, алғас та тауыш бирмәйерәк тороуына төрлө сәбәп таба Сусана: әле генә өҫкө ятаждағы әхирәтенең артынан ишек ябып ҡалған, әле генә аяттан ҡайтып тора, әле бына балконында кер элеп йөрөгән, әле генә килене менән сутывыйҙан һөйләшеп, быныһын ишетмәйерәк торған.Берәйһе шылтыратмаҫ микән, тип зарығып ҡына телефон төбөндә көтә лә ултыра икән был бисара, шул ыңғайы ғына алды, тип әйтмәһендәр өсөн шулай эшләй Сусана. Шуға, ауылда ҡалған әхирәт әбейҙәренә бер ҡасан да үҙе башлап шылтыратмай. Яйлап, һалмаҡлап һүҙ башлай Сусана ауылдыҡылар менән. Әйтерһең, тыны бөтөп йүгереп килеп баҫмаған өҫтәл янына.- Шәпмен, һәйбәтмен, Аллаға шөкөр. Мин ни... Гурытта ни... Ашау байҙа-ан... Гурытта кеше буш ултыра, эшһеҙлектән йонсоп, тиҙәрҙер. Әҙерләп ҡуйған, ти! Ҡапсығыңды щире тот! Үҙенә күрә эше сығып ҡына тора беҙҙең дә. Ҡалала гурытса йәшәргә лә кәрәк бит әле. Ауылдан күстең дә рәхәткә сумдың түгел ул. Шулай бит?Яулығын рәтләп ябынып, тағы өҫ-башын һыпырған арала Сусана телефонға һөйләй быларын.Ауылдан кемдең ҡасан ҡалаға юлы төшөрөн белеп тора үҙе. "Аңғармаҫтан" ғына тап була юлдарына, ай-уайҙарына ҡарамай фатирына алып ҡайта, һыйлай, бүләктәр өләшә, күстәнәстәр бирә. Ашау байҙан икәнде күрһәтеп ҡала. Эштәре ҡабалан булмағандарҙы йоҡлатырға ҡалдыра, бындағыларға ҡунаҡ күрһәтә.* * *Сусана әбейҙең телефондан һөйләшеүен күреү үҙе бер матур тамаша ҡарап ултырыуға тиң. Бер килгәнендә Ғәлимә йәшереп кенә төшөрөп алды быны. Ҡат-ҡат ҡарай хәҙер үҙҙәрендә. Кино ҡараймы ни. Сусана инәһенең һылыулығына хайран ҡала. Йәш сағында һуш юйырлыҡ булғандыр ул. Исеме генә ни тора! Анау данлыҡлы яҙыусының әҫәрендәге ят исемле һылыу киленде уйлап сығармағандар, тимәк. Тормошта ла осрай икән улар. Ул килендең исеме ятыраҡ булһа ла - башҡортса. Ә бында бит - Сусанна!Хәҙер ҙә төҫ ташламаған Сусана инәй: ҡаштары ҡыйылып киткән, керпектәре оҙон, ҡуйы. Төпһөҙ йәшкел-ҡуңыр күҙҙәренең ҡараштары һаман серле. Һаман икенән үреп йөрөткән сал юлаҡлы толомдары - биленән. Яҙып ябынған яулығы аҫтында йылыға эйәләгән йыландай рәхәтләнәләр. Ғәлимә һоҡланыулы ҡараштарын ала алмай инәйҙән. Үҙе уңайһыҙланып китә хатта. Сусана өйрәнгәндер бындай тексәйеүле ҡараштарға - иғтибар итмәй. Ә буй-һыны ниндәй! Ғүмер буйы ауылда йәшәгән, биш бала тапҡан, бик иртә ирҙән ҡалған, тимәҫһең.Ғәлимә шуны ла белеп ҡалды: Сусана трубканы алмаш-тилмәш ҡуя ҡолағына. Үҙе һөйләгәндә трубка уң ҡолаҡта, теге яҡты тыңлағанда - һулда. Ҡайһы ҡулы бушай, шул ҡулы менән телефонын һыйпай, бармағын еүешләп, ишелгән провод араларын һөртә. Һүҙ ыңғайында эйелеп телефонының һандары араһындағы булмаған саңды өф тә өф итеп осороп ебәрә. Теле генә хәбәр һөйләү менән мәшғүл икән, тимәгеҙ. Ҙур күҙҙәре, ҡалын ҡара ҡаштары, ҡуйы керпектәре - бөтәһе лә ҡушыла әңгәмәгә. Тут йөҙө йә яҡтырып китә, йә ҡараңғыланып ала. Бүлтәйеп торған ҡалынса ирендәре йә ҡымтыла, йә мыҫҡыллы кәүшәйә, йә йырыла. Үҙе ултырып та, тороп та сыҙамай. Ҡыланыштарына ҡарап, хас та анау сериалдарҙағы испанкамы, итальянкамы, тиерһең. Улар шулай ялпылдап тора бит. Улар менән сағыштыра ла, Ғәлимә оҡшашлыҡҡа таң ҡала. Ә Сусана тик телефон янында ғына шулай талпына. Башҡа саҡта ул тын күлдәге томбойоҡ.* * *Ҡайҙан иҫкә төштө бынау испанка тигәне? Испанка, имеш. Испанкалар ҡайҙа ла, Сусана ҡайҙа. Исеме генә инде-е... Яҙып та, һөйләп тә килештереп булырлыҡ түгел Сусананың исемен. Төпкөлдөң дә төпкөлөндә ҡап-ҡара, ҡап-ҡапыс башҡорт Ҡөҙрәт Ҡыямов үҙенән дә ҡарараҡ ҡыҙына Сусана тип исем ҡуштырһын сәле мулла саҡырып тороп. Кәләшенең илауына ла, силсәүиттекеләрҙең өгөтөнә, оялтырға маташыуҙарына ла ҡараманы.- Үҙем беләм. Һеҙ нимә беләһегеҙ? Китап уҡығыҙ. Белерһегеҙ Сусаннаның кем икәнен. Яҙығыҙ мин әйткәнсә! Ике "н" хәрефе менән яҙығыҙ...Әсәһе бик оҙаҡ ҡараҡай ҡыҙына исеме менән өндәшә алмаған, ят исемгә өйрәнеп китә алмай бер булған. Ҡыҙын 1-се синыфҡа ояла-ояла алып барған - уҡытыусыға нимә тиер? Тәүгә генә эшкә килгән йәш ҡыҙ аптырап, ғәжәпләнеп түгел, ә һоҡланып, хайран ҡалып уҡыған Сусананың таныҡлығын.- Иих кенә! Бына, исмаһам, исем! Ҡалай матур исем ҡушҡанһығыҙ ҡыҙығыҙға, апай! - тигән. Шул көндән һуң ғына йөҙө яҙылған әсәһенең.Ә тауышына ни әйтерһең? Ҡайҙан килгән төпкөлдөң дә төпкөлөндә ятҡан бәләкәй генә башҡорт ауылында тыуған башҡорт ҡыҙыҡайына бәрхәт һымаҡ йомшаҡ, ебәк кеүек һалҡын, таң елендәй талғын тауыш? Баш етерлек түгел Хаҡ Тәғәләнең ҡылғанына.Сусананың тауышын да уҡытыусы ҡыҙ белеп ҡалды. Сусана ул көндө үҙе лә яҡшы хәтерләй. Тәүге тапҡыр кеше алдына сығып йырлағанғалыр - иҫендә ныҡ ҡалған.- Йә, кемегеҙ йырлай белә? - тип һораны йыр дәресендә Зөһрә Әхмәтовна. Уҡытыусы апайҙары гармун уйнап ебәргәйне, Сусана сыҡты ла баҫты таҡта янына.- Апай, Сусана йырҙайым, ти! Сусана! Сусана!- Сусана түгел, балалар. Су - сан - на. Дөрөҫ әйтегеҙ Сусаннаның исемен. Һин йырлайһыңмы, Сусанна? Башла.- Алма алһыу, алма алһыу,Алма алһыу була ул.Сит ерҙәрҙә күп йөрөһәң,Йөрәк ярһыу була ул.- Тағы йырла, Сусанна. Тауышҡайың, Сусанна...Зөһрә апайҙарының йәшле күҙҙәренә ҡарап алды ла Сусана йырын дауам итте.- Һибелә сәсем, һибелә сәсем,Һибелә сәсем ел яҡҡа.Сығып киттем илдәремдәнСәсем һибелгән яҡҡа.Шундай йырҙарҙан башҡа йырҙар бар икәнде лә белмәй әле Сусана, ошоларҙы ғына ишетеп, отоп алған. Атаһының һуғыштан яҙған хаттарындағы шиғырҙарҙы әсәһе йыр итеп йырлаған икәнде лә белмәй әлегә. Ниңә уҡытыусы апаһының күҙҙәренә эркелеп йәш тулғанды ла аңламай әлегә....Илаһи мәл ине был. Тал сыбыҡтай нескә йәш ҡыҙ өҙҙөрөп гармунда уйнай, ҡалынса тауышлы бәләкәй генә ҡыҙыҡай һағышлы йыр һуҙа. Һалҡын ғына һыулы шишмә сылтырап аға, ысыҡ, ҡылған, әрем, мәтрүшкә еҫтәре таратып, иртәнге наҙлы ел ипкене килә ул йырлағанда...* * *Уҡытыусы үҙе генә Сусанна тип өндәште уға, атаһы Сусанна, тип һөйҙө ҡыҙын. Һөйөндөгө: "Сусаннам", - тип иркәләне, наҙланы. Ә башҡалар өсөн ғүмер буйына Сусана булып ҡалды Сусанна.Үҙешмәкәр әртистәрҙең смотрҙарында ҡатнашып, район, ҡала сәхнәләрендә тауышы менән залдарҙы әсир иткәндә лә уны Сусана тип белделәр. Яңғыҙ йыр бәйгеләрендә алған дипломдарға ла, гәзит мәҡәләләренә лә "Сусана" тип яҙҙылар. Бәләкәй саҡта ҡалын толомонан ауырттырғансы тартып ҡасҡан малайҙар: Сусаҡа! Сусаҡа! - тип үсекләйҙәр ине. Парталашы Һөйөндөккә ул ғына етмәй: дәрес мәлендә Сусананың ҡолағына шыбырҙай: "Сусаҡа - сысаҡа..." Сусана тегегә ҡап-ҡара ҡалын ҡаштары аҫтынан бер яндыра ҡарай ҙа күҙ йәштәрен эскә йота.Үҫә төшкәс, теге еүеш танауҙарҙың танауҙары еҫ тоя башлағас, тағы һүҙен таптылар.- Оо! Щао, испаңка! Әй, донна-мадонна! Башҡортса беләңме, әй?Сусана тегеләргә оҙон керпектәре араһынан көйҙөрә ҡарай ҙа өндәшмәй. Һөйөндөк кенә ниңәлер ситтәрәк йөрөй хәҙер.Нимә тиһен Сусана? Тиҫтер ҡыҙҙары кеүек, үсекләшкән малайҙар менән баҫтырышып йөрөй алмай - тағы әллә нимәләр әйтеп үсекләрҙәр. Етмәһә, Сусананы үҙе лә аңлап етмәгән нимәлер эстән тыя кеүек. Исеме микән? Ниңә уға ниндәйҙер сәйер, ят исем ҡуштырған атаһы? Ниңә Сәлимә йәки Сәмсиә түгел?Ана бит, малайҙар:- Сәмсекәй, мәсекәй!- тип ирештерәләр Шәмсиәне, уныһы рәхәтләнеп баҫтыра тегеләрҙе.* * *...Сусана ҡыҙының мөлдөрәмә ҡараштары үҙенә йышыраҡ төбәлә барған һайын, Ҡөҙрәт Ҡыямов исемдең серен сисергә мәл етәсәкте аңлай барҙы.Бер кистә:- Килегеҙ әле эргәмә, - тине Ҡөҙрәт. Мөйөшкә терәп ҡуйылған ҙур, йомшаҡ яҫтыҡҡа һөйәнеп ултырҙы ла һул аяғын урындыҡҡа йәтешләп һалды. Тубығынан бөгөлмәй атайҙарының аяғы. Ә янбашының ите юҡ, ти Сөнғәт ағаһы. Һөйәк тә тире, ти. Мунсала күргән.- Әйткән әйтеүем бар ине, ҡыҙым. Нәҙер әйткәйнем һуғышта. Әсәйегеҙ генә белә ине - хатҡа яҙҙым. Әсәйегеҙ теше-тырнағы менән ҡаршы торһа ла, илаһа ла, үпкәләһә лә һындыра алманы ниәтемде - Сусанна икән Сусанна! Әйттем - бөттө! Атаһы менән әсәһе бер-береһенә ҡарашып алды. Улар шулай әллә нисек кенә матур итеп ҡараша беләләр.- Исемең матур һинең, ҡыҙым, кәмһенмәй йөрөт исемеңде. Тыңдама кеше һүҙен. Улар нимә белһен? Нух заманынан ҡалған боронғо исем ул. Беҙҙә, башҡортта ғына юҡ. Аҡыллы, тоғролоҡло йәш кәләштең исеме. Бер китапта егет саҡта уҡығайным. Бик оҡшап ҡалғайны. Ҡыҙым булһа, Сусанна, тип исем ҡуштырырмын тигәйнем. Оноттом аҙаҡ был турала. Тик һуғыш яңынын иҫкә төшөрҙө... Беҙ йөрөгән румын ерҙәрендә һуғышыуы ҡыйыныраҡ булды. Сөнки ниместәр генә түгел ине ҡаршы яҡта. Румын ғәскәрҙәре, венгр, болгар, тағы әллә кемдәр менән һуғышырға тура килде. Румындар ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтте. Бухарест эргәһендә беҙҙең частың бер нисә һөжүмен кире ҡаҡтылар 1944 йылдың 14 ауғысында. Мин шунда яраландым. Яраланғанмын - үҙем белмәйем. Фугасный эснәрәт шартлап, ярсығы һул янбашты юндап алып киткән, ударный валнаһы башымды лафетҡа ҡуша һуҡҡан. Мин наводчик булдым һуғышта, артиллерист. Ҡан күп аҡҡан, үҙем иҫһеҙ ятҡанмын. Санитарҙар килеп тапҡан...Ҡаты яраланып, ауыр контузия алған атайҙары сентябрь урталарында саҡ ныҡлап аңына килгән. Был турала "После контузии находится в госпитали" тип, ауылға ла хәбәр иткәндәр. Һуғыштың башынан алып яу эсендә йөрөгән Ҡөҙрәт Ҡыямов 44-тең декабрендә ҡайтып төшә ауылына. 4 йәшлек улы Сөнғәтте күтәреп, кәләше Сәхибә ҡаршы ала уны. Быларын Сусаналар белә. Бер йылдан һуң тыуған ҡыҙҙары ғүмерһеҙ була. Тағы ике малай - Сибәғәт, Бүләкбай, ике ҡыҙ - Нәсимә, Сусана тыуа Ҡыямовтарҙа. Малайҙар нәҡ Ҡөҙрәт, Нәсимә - әсәһе. Күрше Салих ҡарт әйтмәксе, Сусана иһә үҙе бер "сорт". Әгәр инде Сәхибә ҡырҙа йөрөп ҡайтҡан булһа, яуабы бер булыр ине - һалып алып ҡайтҡан. Ә бында ... - Ә исем? Ниңә - Сусанна?- Иҫем ҡайта башлағас, һөйләшергә, һүҙ әйтергә маташҡанмын. Кем аңлаһын минең телемде? Башҡортто? Тотлоға-тотлоға нимә әйтергә теләгәнмендер инде... Кем ҡолаҡ һалһын беҙгә - госпиталь лыҡа тулы яралылар. Ә ҡолаҡ һалыусы булған минең һаташыуыма. Ваенвращ ҡатын тыңлап йөрөгән. Тыңлап ҡына түгел, яҙып алып барған. Ул ҡағыҙ киҫәге әле лә бар - документтарым менән алып ҡайттым. Шәп ҡатын ине ваенвращ! Ниндәй генә ауыр яралы булмаһын, эсендә йәне ҡалған һәр һалдатты аяҡҡа баҫтыра ине. Мине лә терелткән бит, ярым үлекте. Сабырһыҙыраҡтарҙы ирҙәрсә уҫал итеп һыҙыра әрләп ташлай ҡайһы саҡта - терпи, казак! Баштарын ҡайҙа тығырға белмәй теге бәләсниктәр...Мәрйә түгел ине. Русса ҡаты һөйләшә, хәбәрҙе еренә еткермәйерәк әйтә. Тауышы ҡалынса, үҙе яғымлы. Беҙҙең СССР-ҙыҡы түгел, Испания тигән илдән. Испанияла граждандар һуғышы булған беҙҙәге һуғыштан алда. Беҙҙән күп барғандар унда ярҙам өсөн. Шунда урыҫ афисырына ғашиҡ була был. Илен ташлап, беҙгә килә. Беҙҙә һуғыш ҡалҡҡас, ире менән һуғышта йөрөй. Ире батырҙарса һәләк була ҡамауҙан сыҡҡанда.Минең һаташҡан саҡта урыҡ-һурыҡ әйткән һүҙҙәремде яҙып барған военвращ. Урыҫ булһам, аңлар ине, бәлки, яҙып та алмаҫ ине. Ә минекен яҙған. Ҡайҙа әле ул ҡағыҙ? Бир әле.Әсәһе алып биргән ҡағыҙҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡаранылар.- Йыртып ҡуймағыҙ. Мына мин әйткән һүҙҙәрҙе ошолайтып яҙып алған ваенвращ: "Алабира. Исан калхам. Кы-ымбула. Исим кучам. Враш".Мин быларҙы бер юлы түгел, ә иҫемә килгән саҡтарҙа әйткәнмен. Бына ҡарағыҙ - көнөн, сәғәтен яҙған хатта.Сусаналар бергәләп һөйләмен килтереп сығарҙылар был яҙыуҙың: "Алла бирһә, иҫән ҡалһам, ҡыҙым булһа, врачтың исемен ҡушам..."- Ваенвращтың исеме Сусанна ине, балалар. Мин уҡыған китаптағы һымаҡ. Яралы саҡта һаташып әйткән нәҙеремде үтәргә тейеш инем мин, ҡыҙым. Сусанна ҡыҙым.Ул ҡағыҙҙы хәҙер Сусана күҙ ҡараһындай һаҡлай...* * *-Әлеү! Һинмеһең, Ғәлимә?- Эйе, Сусанна инәй, мин. Яңылыҡтарығыҙ бармы?- Бар, бар! Шуны һөйөнсөләйем, тием. Осона сыҡтыҡ кәнителдең. Эшләп бөттөләр ҡағыҙҙарын. Мирасыма мираҫ иттем олатаһының фатирын. Ҡайтам, ҡайтам ауылыма! Төйнәнеп бөттөм. Ошо кесаҙна күсенәм Аллам бойорһа. - Рәхәттән йәйәү ҡастығыҙ инде, Сусанна инәй.- Рәхәте ят бит, балам. Өс йылы утыҙҙай булды. Ауылда ла өйҙө атайым нигеҙенә нәйәт итеп эшләп бирҙеләр малайҙарым. Барғас, күрерһең. Килеп йөрө, йәме, Ғәлимә, ташлама мине. Бөгөн дә килеп урарһың әле, йәме. Исемемдең таныҡлығын күрһәтермен. Унда минең исемем Сусанна...
Таңһылыу Ҡарасурина
Читайте нас: