Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 18:40

Луиза суд ҡарарын ишеткәс, илап ебәргән...

Былтыр бөтә илде шаңҡытҡан урлашыу тарихына нөктә ҡуйылды.

Былтыр бөтә илде шаңҡытҡан урлашыу тарихына нөктә ҡуйылды. Салауат ҡалаһында 25 миллион һум аҡса урлап, ғаиләһе менән ҡасҡан Луиза Хәйруллина менән уның ире Марат өҫтөнән суд булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдағы судтарҙа прукорор Луизаны алты һәм енәйәтте ойоштороусы Маратты ете йылға иректән мәхрүм итеүҙе һорағайны. Шулай итеп, быға тиклем дә СИЗО-ла тотолған Луиза дөйөм режимлы колонияла биш йыл ултырасаҡ. Быға тиклем өйҙәге һаҡ аҫтында ултырған Марат аныҡ срок алды, ул алты йылға колонияға китәсәк. Уны суд залында ҡулға алдылар һәм ҡулына бығау кейҙерҙеләр.
Бынан тыш, ғаилә банкка үҙҙәре урлаған 25 миллион һумды ла ҡайтарырға тейеш.
Суд ваҡытында асыҡланыуынса, Хәйруллиндарҙың балалары ата-әсәһенең енәйәте тураһында телевизорҙан ҡарап ҡына белгән. Ҡыҙҙарҙың артабанғы яҙмышы нисек булыры әле билдәле түгел.
Марат белдереүенсә, ул ҡатыны менән был ҡарарға юғары инстанцияла ялыу бирергә йыйына. Ул үҙен суд залынан бығауҙа килеш сығып китермен тип көтмәгән.
Луиза иһә ҡарарҙы ишеткәс, илап ебәргән...
Фото: newsbash.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: