Яйыҡ
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 17:35

Республикала 18 меңдән ашыу кеше оҙон ғүмерле тип иҫәпләнә

Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, республикабыҙҙа 60 йәштән өлкәнерәк 849 меңдән ашыу кеше йәшәй.

Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, республикабыҙҙа 60 йәштән өлкәнерәк 849 меңдән ашыу кеше йәшәй.
Өлкән йәштәгеләрҙең дөйөм һанынан 623 мең кеше — 60-74, 207 меңе — 75-89 йәштә. 18 меңдән ашыу кеше оҙон ғүмерлеләр йәшенә еткән — 90 йәштә һәм унан өлкәнерәк.
Башҡортостанда 60 йәштән өлкәндәрҙең өлөшө йыл башына 21% тәшкил иткән.
Былтырғы йомғаҡтар буйынса, республикала халыҡтың ғүмер оҙонлоғо күрһәткесе — 72 йәш.
2020 йылдың башында ҡалаларҙа 60 йәште уҙған 497 меңгә яҡын кеше йәшәгән, ауыл ерендә иһә 352 мең кеше булған.
Бөтә донъялағы кеүек үк, ололар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда күберәк. Беҙҙең республикала 60 йәштән өлкәнерәк 533 мең ҡатын-ҡыҙ һәм 316 мең ир-егет иҫәпләнә. Ир-егеттәрҙең аҙлығы тәү сиратта улар араһында үлем осраҡтарының юғары булыуына бәйле. Былтыр республикала ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың көтөлгән ғүмер оҙайлығы араһында айырма 10,7 йәш тәшкил иткән.
Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, никахҡа инеүселәр ҙә күп. Мәҫәлән, 2019 йылда 60 йәштә һәм унан өлкәнерәк 700 ир-егет һәм 424 ҡатын-ҡыҙ өйләнешкән. Улар араһынан 69 ир-егет һәм 43 ҡатын-ҡыҙ бер ҡасан да никахта тормаған.
2018 йылда халыҡтың йәшәү шарттарын күҙәтеү йомғаҡтары буйынса, эшкә һәләтле йәштәге өлкәндәрҙең 68% – үҙҙәренең сәләмәтлеген ҡәнәғәтләнерлек, 25% ашыуы мөшкөл тип баһалай. Хаҡлы ялдағыларҙың 58% күберәге хроник сирҙәрҙән яфалана.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1500143-v-bashkirii-bolee-18-tysyach-lyudey-schitayutsya-dolgozhitelyami-/
Читайте нас в