Республикала көҙгө каникул 26 октябрҙә башланасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
«Республика уҡыусыларының 10 көнлөк көҙгө каникулы 2020 йылдың 26 октябрендә башлана», - тип белдерҙеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.
Балалар 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөнән һуң ғына мәктәпкә бара.
Бынан алда киң мәғлүмәт саралары Мәскәүҙә каникулдың 5 октябрҙә башланып, ике аҙна дауам итәсәге тураһында хәбәр иткәйне. Баш ҡала мэры һүҙҙәренсә, каникул ваҡытында дистанцион дәрестәр булмай, теләгән уҡыусылар яңы материалды үҙ аллы өйрәнеп, үтелгәндәрҙе ҡабатлай ала.
https://www.bashinform.ru/news/1500611-v-bashkirii-osennie-kanikuly-prodlyatsya-desyat-dney-/