Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 11:47

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ярҙамға килә

Өргән һаҙлыҡҡа әйләнмәһен!

Гүзәл ҡомартҡыбыҙ – Өргән күле үңәҙләнеүе, имәнес лайла менән ҡапланыуы тураһында алдан хәбәр иткәйнек. Был бәләнең бер яғы ғына икән әле.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы вәкилдәре БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына рәсми рәүештә мөрәжәғәт иттеләр, Өргөн күлен сәләмәтләндереү саралары комплексын әҙерләүҙе һоранылар. Баҡһаң, күл ҡорой бара икән, быйыл ғына һыу кимәле ярҙан 5 метрға сигенгән, ти. Шишмәләрҙән һыу килеү кәмегәс, данлыҡлы һыу ятҡылығы ләмләнә бара, ошолай һаҙға әйләнеү ҡурҡынысы юҡ түгел. Эх, заманында сапропель (күл төбөнә тупланған органик ашлама) етештереү теләге менән яныусылар бар ине, аяҡ салыусылар күп табылды..... Ә бит күләмле производство йәйелдерелгән булһа, икеләтә файҙа булыр ине, әлеге проблема тураһында уйлап та бирмәҫ инек.
Күлде ҡаплай башлағын цианобактериялар (күкһел-йәшкелт ләм) икенсе яҡтан да ҡурҡыныс – кеше һәм йәнлектәр өсөн заралы токсиндар бүлә, тип тә әйтелә мөрәжәғәттә.
Илфат Янбаев
Фотолар - Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты сайтынан. https://onf.ru/2020/09/29/onf-v-bashkortostane-prosit-vlasti-prinyat-mery-po-spaseniyu-ozera-urgun/ © onf.ru
Читайте нас: