Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 21:40

Республиканың федераль конкурста ҡатнашҡан туристик проекттары өсөн тауыш биреү башланды

30 сентябрҙә Бөтә Рәсәй турист-рекреация кластерҙарын булдырыу һәм экотуризмды үҫтереү конкурсы сайтында https://priroda.life «География» бүлегендә финалсылар өсөн тауыш биреү башланды, улар иҫәбендә – Башҡортостандан ике проект.

Республикабыҙҙан финалда еңеүгә «Мәғрүр Ирәмәл» (уға «Ирәмәл» тәбиғәт паркы һәм «Урал-Тау» дәүләт тәбиғәт заказнигы биләмәләре инде), шулай уҡ «Башҡортостан йөрәге» проекттары дәғүә итә. Ул «Еҙем» тәбиғәт паркын, «Башҡортостан» милли паркын, Торатауҙы, Толпар шыршылыҡтарын, Киндерле-Леднев-Октябрьский мәмерйә системаһын, Туғар һалған күлен, Аҫҡын боҙ мәмерйәһен үҙ эсенә ала.
Проект авторҙары һүҙҙәренсә, конкурста еңеү төбәккә миллиард һум инвестициялар йәлеп итергә, Башҡортостанда бөтә уңайлыҡтары булған ял урындары ойошторорға, ауыл халҡын эш урындары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирер ине.
Һөҙөмтәләр 16 октябрҙән һуң билдәле була.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1501533-startovalo-golosovanie-za-turproekty-bashkirii-uchastvuyushchie-v-federalnom-konkurse/
Читайте нас: