Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 16:25

15 йәшлек үҫмер үҙ-үҙенә ҡул һалған

Өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән 15 йәшлек үҫмер йорт янында урынлашҡан теплицала үҙ ғүмерен ҡыйған, аҫылынған.

Аяныслы хәл Йылайыр районы ауылдарының береһендә булған. Өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән 15 йәшлек үҫмер йорт янында урынлашҡан теплицала үҙ ғүмерен ҡыйған, аҫылынған. Ейәненең кәүҙәһен күргәс тә, өләсәһе "Ашығыс ярҙам" һәм полиция саҡыртҡан, әммә уларға туғыҙынсы класс уҡыусыһының үлемен раҫларға ғына ҡалған.
Ваҡиға урынында үҫмерҙең ни өсөн ошондай аҙымға барыуын асыҡлау маҡсатында, Эске эштәр министрлығы, прокуратура, Тикшереү комитеты хеҙмәткәрҙәре эшләй. Мәйет эргәһендә үлер алдынан яҙылған хат та табылған. Әлегә уның йөкмәткеһе хаҡында әйтелмәй. Үҫмерҙең мәйете суд-медицина экспертизаһына тапшырылған.
Фото: beresta.by
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: