Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 13:12

Ҡала Советы сессияһынан

Учалы ҡала хакимиәте башлығы кем булыр икән?

Учалы ҡала ултырағы Советының яңы составта тәүге ултырышы үтте, тип хәбәр иткәйнек. Был депуттар составының үҙенсәлеге – 13 депутат “Берҙәм Рәсәй”ҙән булһа, 6 депутатты – КПРФ күрһәткән. Бер депутат үҙен-үҙе күрһәткән була. Егерме депутаттың туғыҙы тәүләп һайландылар.
Ир уртаһында булыуына ҡарамаҫтан, иң “аҡһаҡал депутат”(дүрт тапҡыр депутат итеп һайлана!) – “Ирәмәл” спорт клубы директоры, карате буйынса тренер Р.А.Сабанбаев икән. Фәҡәт Ринат Абдулхай улына, яңы Совет рәйесе һайланғанға тиклем беренсе ултырышты алып барыу йөкмәтелде.
Шулай итеп, яңы ҡала ултырағы Советы рәйесе итеп А.Х. Ғимазитдинова һайланды. Айгөл Хәмиҙулла ҡыҙы – Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы директоры. 1976 йыл тыуған, ике юғары белемгә эйә, хеҙмәт биографияһын 1996 йыл Учалы ҡалаһында балалар баҡсаһы музыка етәксеһе итеп башлай, мәҙәниәт училищеһында уҡытыусы булып хеҙмәт итте һәм 2013 йылдан әлегә тиклем был колледжды етәкләй, ҡала Советына алдағы саҡырылыш депутаты итеп тә һайланған була.
Рәйес урынбаҫары итеп И.И.Немчинов һайланды. Иван Иванович – 1976 йылғы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының энергоцех начальнигы урынбаҫары.
Дүрт саҡырылыш рәттән (16 йыл!) Совет рәйесе вазифаһын башҡарған Хәҙис Әхмәҙулла улы Нәсибуллинға рәхмәт һүҙҙәре күп яңғыраны был көн.
Шулай уҡ һигеҙ йыл ал-ял белмәй ҡалабыҙға хеҙмәт иткән ҡала ултырағы хакимиәте башлығы И.Х.Килмөхәмәтовтың да контракт ваҡыты сыҡҡан икән. Шуға ла Ильяс Хәбибулла улының вәкәләттәре туҡтатылды, әммә яңы конкурс үткәнсе был вазифаны башҡарыу йәнә уға йөкмәтелде. Ҡала ултырағы хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүәселәрҙән документтар 5-9 октябрь ҡабул ителеп, конкурс үҙе 20 октябрь көнөнә билдәләнде.
Читайте нас: