Беҙ Фәйрүзә апай менән дауаханала ятҡанда таныштыҡ. Юҡ, мин уның тураһында күп тапҡыр ишетеп белә инем, ә тормошта, күҙмә-күҙ осрашыуыбыҙ аҡҡа төрөнгән, ауырыу-һыҙланыуҙар, ғазаптар менән тулы палатала булды. Ҡайырып ябынған сәскәле яулығы аҫтынан сал сәстәр күренә, йәшел күлдәге йәштәрсә матур кәүҙәһен һығылдырып тора. Килеп инеү менән алсаҡ йылмайып:
– Ҡайһы урын буш? – мин янымдағы койкаға ымлап күрһәткәс, әйберҙәрен урынлаштырған ыңғайға һүҙен дауам итте. – Рәхмәт һылыуым. Мә, һалҡын сәй эс, көн эҫе. Кәрәк әйберҙәрең булһа, әйт, мин йөрөй алам бит. Фәйрүзә апайың булам.
– Ғәлиә – Һынған аяғымдың үҙәк өҙҙөрөп һыҙлауы йәнемде көйҙөрә, бер кемде лә күргем дә, ишеткем дә килмәй. Һуҙған шешәһен дә алманым, аралашҡым килмәгәнен аңлаһын өсөн башымды стена яғына борҙом.
Әсәйем алып килгән ризыҡтарын өҫтәлгә теҙҙе:
– Һөмһөрөң ҡойолоп ятмаһын, яҙмышыңа һынау яҙылған икән, уны лайыҡлы үтергә тырыш. Аяҡ һыныу бәлә түгел, төҙәлер. – Башҡа саҡта иркәләп кенә торған әсәйем үҙ һүҙлеләнә башлаһам, ҡаты һөйләшә.
– Рәхәт тиһеңме әллә йәйге матур көндә дүрт стенаға ҡарап ятыу?!
– Ҡайһы берәүҙәр йәйгә лә етмәйенсә мәрхүм булды. Кеше аптыратып ятма. Үҙеңде уйламаһаң мине уйла: һин илаһаң, миңә лә ҡыйын.
– Ашамай-эсмәй, һөйләшмәй ятыуың да һәйбәт түгел. Бик булмаһа илап ал, күңелең бушаныр. Бына, өләсәйең эремсек ҡоймаҡтары ебәрҙе, ашап ал.
Фәйрүзә апай ҡарап ҡына торғандай электр сәйнүген тотоп килеп инде. Әсәйемә ихлас йылмайып:
– Әйҙә, Ғәлиә менән үҙең дә сәй эсеп ал, алыҫ юлдан һыуһағанһыңдыр. Фәйрүзә булам, – алсаҡ йылмайып, бәләкәй өҫтәлгә ҡапсығынан алып, тәм-том теҙә башланы. – Район үҙәгендә йәшәгәс, ҡыҙҙарыма уңайлы, көн дә килеп торалар. Уттай эш мәлендә һеҙгә ауылдан килеп йөрөргә мәшәҡәттер инде.
– Ни хәл итәһең, бала тип үҙәк өҙөлә бит. Йүнәлһен генә, мәшәҡәттәр онотолор.
– Килә алмаған саҡта Ғәлиә кәрәк әйберҙәрен әйтер, минекеләр алып килер. Ҡыҙың бигерәк һөйкөмлө, арҡаһынан тупылдатып һөйгө килеп тора. Ниндәй ауылдан һеҙ?
– Улай икән,– Фәйрүзә апай ауыр көрһөнөп ҡуйҙы, кемдәрҙең араһы булаһың? – Ҡулыма йылы бәлеш менән сынаяҡ тотторҙо ла әсәйемде өҫтәл артына саҡырҙы.
– Байбулатовтар. Ҡыҙ фамилиям – Әсфәндиәрова. Әллә беҙҙең ауылдан берәйһен беләһегеҙме? – Әсәйем Фәйрүзә апайға текәлде.
Мин, тәүге тапҡыр ҡыҙыҡһынып, һөйләшеүгә ҡолаҡ һалдым: һүҙ минең йөрөгән егетем Зәбирҙең атаһы тураһында бара ине. Хәйер, хәҙер егетем тип тә әйтеп булмайҙыр инде…
– Туғандарымы? Әллә ғаилә дуҫтарымы? – Әсәйем бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң, һорап ҡуйҙы. – Беҙҙең урамда йәшәйҙәр, тик аралашҡан юҡ.
– Туған да түгел, дуҫ та…
Башҡаса әсәйем менән Фәйрүзә апайҙаың һүҙе ялғанманы. Әсәйем ҡайтып киткәс тағы ла үҙемдең ауыр уйҙарыма сумдым. Еҙнәйемдәр менән Өфөнән ҡайтып килгәндә, юл фажиғаһенә эләгеп, аяғымды ике урындан һындырҙым, баш мейем дә ярайһы ғына һелкенгән. Айҙан ашыу бында ҡаҡланам. Ошо арала Зәбирҙән хат та, сәләм дә юҡ. Шылтыратһам телефонын алмай. “Бәйләнештә” сайтындағы битенә көнөнә әллә күпме инеп ҡарайым, һирәк инә, яңылыҡтары ла күренмәй. Яҙған хаттарыма яуап булманы. Көйһөҙлөгөмдең төп сәбәбе ошо билдәһеҙлек. Быйыл йәй никах уҡытыуға, тип вәғәҙәләшеп бөткәйнек. Күңеле төрлө шиктәр быраулай: йә ул башҡа берәү менән дуҫлашҡан, йә атаһы никах уҡытырға ҡаршы төшкән. Закир ағай уҫаллығы, ҡырыҫлығы менән дан алған кеше. Зәбир менән дуҫлаша башлағас, әсәйемдәр тәүҙә өндәшмәне, киреһенсә, килгәнендә ҡыҫтап-ҡыҫтап сәйгә саҡырҙы, район үҙәгендә уҡығанында минең аша күстәнәстәр ҙә биреп ебәрҙе. Ә май байрамына ҡайтҡанымда, никах тураһында һүҙ ҡуҙғалтҡас, әсәйем менән атайымдың кәйефе ҡырылды.
– Ҡайҙа йәшәргә уйлайһығыҙ? – Атайымдың тәүге һорауы шул булды. – Үҙ бисәләре менән һыйыша алмаған Закир киленен һыйҙыра буламы? Әгәр ауылға ҡайтыр булһағыҙ, туйға ризалығымды бирмәйем.
– Ә беҙгә Өфөнән кем фатир бирә? – Атайым ҡаршы булһа, эш хөрт икәнен беләм.
– Район үҙәгенән эш эҙләгеҙ, унда арзаныраҡ. Бик булмаһа, тәүге осор ҡуртымға алырһығыҙ. Ә ауылда йәшәргә теләйһең икән, башҡа егет эҙлә. Закир йортонда йәшәтмәйем!
Мин был һөйләшеү хаҡында Зәбиргә әйтмәнем, никах үткәс, берәй сараһын табырбыҙ әле, тип өмөтләнгәйнем. Хәҙер инде ул турала уйларға ла кәрәкмәй. Яратҡан кешем менән бергә тормош көтөргә, тигән яҡты хыялдарым селпәрәмә килеүен аңлап, үкһеп-үкһеп иларға тотондом.
– Ғәлиә, һылыуым, нимә булды? – Фәйрүзә апай яныма йүгереп килеп тә етте. – Аяғың һыҙлаймы әллә? Хәҙер табип саҡыртам, берәй сараһын табыр…
– Берәй күңелһеҙ хәл булдымы әллә?
Закир ағайҙы беләм, ти ине, тимәк, Зәбирҙең дә хәлдәрен белә. Телефондан һөйләшеп торһалар, бәлки минең сәләмемде еткерергә риза булыр. Был уйҙарҙан бер аҙ күңел күтәрелде.
– Егетем юҡҡа сыҡты. Ике айға яҡын инде, килмәй ҙә, шылтыратмай ҙа. Нимә уйларға ла белмәйем. Закир ағайҙың улы…
Фәйрүзә апай палатанан сығып китте.
Уйланып, айырыуса билдәһеҙлектән ғазапланған саҡта төндәр бигерәк яй үтә. Тағы ла телефонға үрелдем: төнгө сәғәт өс кенә әле. Урамдағы бағаналарҙа янған уттар ап-аҡ стеналарға төрлө сүрәттәге күләгәләр төшөрә. Уларға текәлеп, нимә уйларға белмәй ятам. Көндөҙ, исмаһам, китап уҡырға була.
– Зәбир бит минең улым… – Фәйрүзә апайҙың һүҙҙәренән һикереп торорҙай булдым. Һынған аяғым күңел талпыныуынан уҡ һыҙларға тотондо. Нимә уйларға белмәй аптырап ҡалдым.
Ғазаптары, урланған бала сағы, уҫал атаһынан ситнәтелеп йәшәгәне өсөн Зәбир күрә алмаған ҡатын эргәмдә ята. Дуҫлаша башлағандан алып мин һөйгәнемдең күңел яраларын дауаларға тырыштым. Әсәйҙәр тураһында һүҙ сыҡҡан һайын үҙенә йомола ул. Халәтен яҡшы аңлайым, ошо көндө әсәйем булмаһа, мин дә бәхетле була алмаҫ инем. Нимә булғандыр теүәл белмәйем, Зәбиргә өс йәш саҡта әсәһе уны атаһына ҡалдырып сығып киткән. Кемдер, тәүҙә дуҫлашып йөрөгән егете менән сыуалған, ти, кемдер ире үҙе ҡыуып сығарған, тип һөйләй. Әммә һораған саҡта Зәбирҙең бер ҡасан да аныҡ ҡына яуап биргәне булманы. Мин белгәндә Закир ағай ике тапҡыр өйләнде, тик ҡатындарының береһе менән дә оҙаҡ йәшәй алманы.
– Минең турала һөйләшкәнегеҙ бармы?–Фәйрүзә апай тағы һүҙ ҡушты.
– Юҡ. – Тауышым артыҡ ҡаты яңғыраны. – Һорашҡанды яратмай.
– Атаһына оҡшап ҡырыҫ шул ул да. Үҫә килә аңлар тип уйлағайным, тик, киреһенсә, бөтөнләй аралашыуҙан баш тартты.
– Һис тә ҡырыҫ түгел, һәйбәт кеше ул. – Үҙем дә һиҙмәйенсә һөйгәнемде яҡлай башланым. – Ә аралашырға теләге юҡ икән, тимәк, үҙегеҙ ғәйепле, ташлап китмәҫкә ине.
– Һиндә үҙемдең йәш сағымды күрәм, – йөҙөн күрмәһәм дә, Фәйрүзә апайҙың тауышынан моңһоу йылмайыуын һиҙәм. Бер аҙ тын ятты ла һүҙен дауам итте. – Әсәйемдәр Закир менән танышҡас та уны оҡшатманы. Йөҙөнөң – нуры, йылмайыуының ихласлығы юҡ, тип төңөлдө улар. Тик мин, мөхәббәт хистәренән иҫергән ҡыҙ уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалманым. Етди икән, донъя көткәндә ышаныслы булыр, тип юраным. Ә егет кешегә көлөп, буш вәғҙәләр биреп йөрөү бөтөнләй килешмәй. Иланым, юхаландым, әрләштем һәм үҙ һүҙемде һүҙ иттем: атай менән әсәй туйға ризалашты.
Тәүге осорҙа ғаилә тормошо матур ғына барҙы: иремә ярарға тырышып, йорт тирәһендә йүгереп йөрөйөм. Ул да мин тип өҙөлөп торған кеүек. Тик бер аҙҙан тормоштоң көйө китте. Аштың тоҙо күберәк булһа ла, һыйыр көтөүҙән ҡайтмаһа ла– мин ғәйепле, һәм өйҙә оло янъял ҡуба. Хәл белергә килгән әсәйемдәр алдында, туҡмасы ойошҡан, тип бешергән ашымды эт һауытына түкте. Мине яҡлашырға иткән атайыма ла эләкте:
– Ҡыҙығыҙҙы эшкә өйрәтмәгәнегеҙгә кем ғәйепле? Мин көнө буйы эштә йөрөйөм, өйгә ҡайтҡас, донъя нығытам. Аш та бешерә белмәгәс ҡатын нимәгә ул? Беҙҙең араға ҡыҫылмағыҙ, ялҡау ҡыҙығыҙ кәрәк булһа, кире алып ҡайтығыҙ.
Ошо көндән ике ут араһында ҡалдым: Закирҙы ла яратам, әсәйемдәр ҙә ҡәҙерле. Ә кейәү менән ҡәйнә-ҡайны араһы бөтөнләй һыуынды. Ҡунаҡҡа саҡырһалар ҙа бармай, килгәндәрен дә яратмай. Килгән саҡтарында һәр ваҡыт һөмһөрө ҡойолоп йөрөгән иремде күреп, дуҫтарым да аралашыуҙан туҡтаны. Ауырлы инем, бала тыуғас, уның күңеле йомшарыр, миңә лә һөйөүе артыр, тип өмөтләндем. Тик улар аҡланманы: дауаханан килеп алғанда уҡ талаш сыҡты. Табиптарға бүләк биргәне өсөн әсәйем менән һүҙгә килеште:
– Улар эше өсөн ай һайын эш хаҡы ала. Һеҙҙең кеүек взятка биргәндәр арҡаһында кешенән бүләк, аҡса өмөт итеп, ауырыуҙарҙы матурлап ҡарамай ултыра!
Бала мәшәҡәттәре артып, донъя көтөргә ваҡыт етмәй башлағас, Закирҙың көйһөҙ саҡтары тағы ла күбәйҙе. Бола өй, ҡабалан бешерелгән аш, йыуылмаған кер менән мине һәр ваҡыт битәрләр булып китте. Тыуған көнөмә әсәйем аҡса биргәйне, бер аҙ ҡулым бушар, тип кер йыуыу машинаһы һатып алдым. Ирҙең ул саҡтағы ярһыуҙары һаман да күҙ алдында.
– Көнөнә өс бөртөк кер йыуғандан ҡулың өҙөләме? Донъя көтөргә уйың бармы һинең, юҡмы? Кеше яҙҙан булған аҡсаһына мал ала. Быҙау алырлыҡ аҡсаны елгә осорғанһың! Ҡулыңдан килмәгәс бала тапмаҫҡа ине. Көнө буйы өйҙә ултыраһың, бер нәмәгә өлгөрмәйһең. Башҡаларҙың ҡатындары бала ла ҡарай, донъя ла көтә, эшкә лә йөрөй. Мин донъя алға барһын тип тырышам, ә һин ҡул көсөмдө юҡҡа сығараһың! Һәпрә, ялҡау икәнеңде белһәм, ғүмерҙә лә һиңә өйләнмәҫ инем! – Тәүге тапҡыр шул көндө ирем миңә ҡул күтәрҙе.
Тормош шулай дауам итте. Борсаҡ яуып юҡҡа сыҡҡан баҡсаға ла, бала һейеп бысыратҡан диванға ла, башҡа шундай осраҡлы һәм өлгөрмәгән эштәргә лә мин ғәйепле булдым. Әллә ҡурҡҡанғамы, белмәйем, эшләгән эшемдең һәр ваҡыт кәмселеге сығып торҙо. Ялҡау, һәпрә, эшкинмәгән, һиңмай… Ниндәй генә һүҙҙәр ишетмәнем ул саҡта.
Зәбиргә өс йәш тулған йылды әсәйем йөрәк менән йығылды. Ике ай дауаханала ятҡан саҡта барып хәлен дә белә алманым. Өфөлә операция эшләп, бында, район үҙәгенә ҡайтарҙылар. Һәр төн уның янында булған атайым, арып киткәндер инде, берәй төн миңә ултырып торорға һораны. Закир эштә ине, күршеләрҙән һыйыр һауырға, атаһы ҡайтҡансы баланы ҡарап торорға һораным да юлға сыҡтым. Ике ай эсендә ябығып, һурылып киткән әсәйемде күреп, телһеҙ ҡалдым. Күгәргән ирендәр, йонсоу йөҙ, хәлһеҙ ҡулдар минең ҡотомдо алды. Ауырыған аралығында килеп хәлен белмәгәнем өсөн оло ғәйебемде тойоп, күҙемдән йәштәр аҡты.
– Киткәнеңә кейәү асыуланманым? – әсәйем һаман да мине ҡайғырта.
– Юҡ. Бәлки үҙе лә килеп сығыр иртәгә… – Тауышым ышандырырлыҡ булмағанын үҙем дә һиҙҙем.
– Эшкә йөрөгән кешене мәшәҡәтләмә, балам.
Әсәй Закирҙың килмәҫен һиҙеп, бары миңә уңайһыҙ булмаһын өсөн генә әйткәнен аңланым.
Иртәгеһенә атайым төшкән һуң ғына килде. Ҡайтырға ҡабаланып әйберҙәр йыйғанымды күрҙе лә:
–Ҡыҙым, бөгөнгә беҙгә генә ҡайтып тор инде. Төнгөлөккә әсәйең янында булыр өсөн Өфөнән Фәниә апайың ҡайта, һине үҙем алып барырмын.
– Юҡ, атай, былай ҙа һуңлап киттем, ҡайта һалам.
Әсәйем менән хушлашып сыҡтым да, вокзалға йүнәлдем. Артымдан атайым ҡыуып етте.
– Ҡыҙым… – ул һүҙ башларға уңайһыҙланып туҡтап ҡалды.
– Беҙгә генә бар инде… Ней… Кисә төндә кейәү килеп китте…
– Ниңә минең янға килмәне? Зәбиргә берәй нәмә булғанмы әллә?
– Ул һинең әйберҙәреңде килтереп ҡалдырҙы. Башҡаса өйгә ҡайтып йөрөмәһен, тине. – Үҙ ҡолаҡтарыма ышанмайса атайыма текәлдем. - Һин борсолма ҡыҙым, бөгөн кис икәү барып һөйләшербеҙ, аңлашырбыҙ. Уға тиклем кейәү ҙә тынысланыр. Апайың килеү менән ҡайтырмын, беҙҙә ултырып тор йәме.
Тик минең билдәһеҙлектә уйланып ултырғым килмәне, автобус менән ҡайтыр юлға сыҡтым. Өйгә ҡайтып еткәндә көн кискә ауышҡайны, ирем ҡапҡанан да индермәне. Мине күреү менән ҡулына оҙон һайғау алды:
– Миңә һеперелеп йөрөгән уйнаш бисә кәрәкмәй. Тағы өй яғына бер аҙым атлаһаң, ошо һайғау башыңа төшәсәк. Ҡайҙан килдең, шунда кит!
– Нимә һөйләйһең һин!? Әсәй ауырып ята, янында ултырырға кеше кәрәк ине…
– Ауырыһа, төҙәлер ине. Һин табипмы әллә? Донъяны ташлап сығып киткәнһең икән, башҡаса бында килеп йөрөмә!
– Әәәә, балаң иҫеңә төштөмө? Баштан уйларға кәрәк ине, бөгөндән һинең улың юҡ! Кешесә донъя ла көтә белмәгән уйнаш ҡатынға ышанып бала, биреп ебәрә алмайым. Был ауылда эҙең булмаһын!
Күршеләргә инеп йығылғанмын, төндә атайым килеп алып ҡайтып китте. Закир уны ла ҡыуып сығарған, хатта ҡул күтәргән – миңә быларҙы әсәйем аҙаҡ ҡына һөйләне. Йылдан артыҡ ике ауыл араһын тапаным. Ауыл советына ла, судҡа ла барып ҡараным, ярҙамы теймәне: Зәбирҙе атаһы менән ҡалдырҙылар. Айына ике тапҡыр атаһы янында булғанда күрешергә рөхсәт бирелде, тик ирем, икенсе кешегә өйләнәм, беҙҙең тормошто бутап килеп йөрөмә, тине.
Ауырыу әсәйем минең өсөн борсолоп, бөтөнләй биреште. Төндәр буйы баламды һағынып илап сыҡҡаным да уның да йөрәге әрнегәндер инде, хәҙер генә аңлайым. Ғәлиә һылыуым, зинһар әсәйеңде һаҡла, үҙеңдең ҡайғыларыңды өҫтөн ҡуйып әсә йөрәген өҙгәләмә.
Фәйрүзә апайҙың һөйләгәндәренә ышаныр-ышанмаҫ ҡына тыңлаһам да, һуңғы һүҙҙәренән күңелем йомшарҙы. Ысынлап та, Зәбир, Зәбир тип әсәйемде бөтөнләй уйламағанмын даһа! Һаулығым өсөн мең яна, етмәһә, килгәне һайын үҙ кисерештәрем менән булып, матурлап һөйләшкәнем дә юҡ бит! Ә шулай ҙа һорамайынса булдыра алманым:
– Ә хәҙер кем менән йәшәйһегеҙ?
– Ике өй аша ғына Рәмил менән Йәмилә йәшәй ине. Яман ауырыуҙан алты йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарын етем ҡалдырып, Йәмилә мәрхүм булып ҡалды. Ҡайғыһынан Рәмил яйлап эскегә бирелә башланы. Урамда уйнап йөрөгән балаларҙы бернисә тапҡыр үҙебеҙгә алып ҡайтып йыуындырып, сәстәрен тарап, ашатып сығарҙым. Мәктәпкә барыуҙарына, тип һанарға, уҡырға өйрәтеп маташтым. Улар менән булышҡанды ҡарап ултырған әсәйем әлеге иптәшемә үҙе димләне. “Етем бала бағыу – иң ҙур сауап. Сабыйҙарға һәйбәт әсәй булһаң, рәхмәттәре төшөр. Аллаһы Тәғәлә Закирға ла яҡшы ҡатын тап итеп, балаң етемлекте тоймай йәшәр. Әгәр риза булһаң, Рәмил менән үҙем һөйләшәм. Икәү-ара килешһәгеҙ, эсеүен дә ташлар”.
Бер-нисә көн уйлап йөрөнөм дә ризалығымды бирҙем. 17 йыл инде бергә донъя көтәбеҙ. Уртаҡ улыбыҙ Сәлимгә быйыл 15 йәш тулды. Тәүге осорҙа ауыр булды, күңел тартмаған кеше менән бер өйҙә йәшәй башлау еңел түгел. Етмәһә, Рәмил эсеүен тиҙ генә ташларға уйламаны. Төндәр буйы ҡыҙҙарҙы ҡосаҡлап, Зәбиремде һағынып илап сыға торғайным. Әммә йомшаҡ күңелле, алсаҡ булыуы менән ирем минең һөйөүемде яулап ала алды. Үҙебеҙҙең дә, әсәйемдәрҙең дә йортон һатып, ике ҡатлы ҙур, иркен йорт алдыҡ. Мәрхүм булғандарынса атай-әсәй беҙҙең менән бергә йәшәне. Әсәйем аяҡтан яҙғас, күтәреп йөрөтөр ине. Ҡайҙарға ғына дауаланырға йөрөтмәне… Ун йыл инде бөтөнләй эсмәй. Ҡыҙҙарым да үгәйһенмәй, килгәндәрендә күрәһең бит, өҙөлөп торалар. Ирҙән дә, балаларҙан да бәхетем булды, Аллаға шөкөр. Тик бына Зәбиремде генә уйлап йөрәгем һыҙа. Тәүге осорҙа йыш барҙыҡ янына, тик һөйләшкеһе килмәне. Атаһы ла барған һайын битәрләүҙән, ғәйепләүҙән бушаманы. Аптырағандан икенсе ҡатыны менән айырылышҡас: “Ҡабул итәһеңме, Рәмил менән айырылам да һиңә кире ҡайтам?” – тип һораным. Ҡысҡырып көлдө лә: “Юҡ инде, миңә ата ялҡау ҡатын кәрәкмәй”, – тине. Ялҡау тигәндәй, элек алемент түләтмәгәйне бит, ике йыл элек Зәбиргә машина алырға аҡса һорап килде. Кредит алдыҡ та бирҙек инде. Килгән сағында өҫтәл артына ултырырға йөрөй инек, табынға уны ла саҡырҙым. Ҡабаланып аштың туртаһын алмағайным, тәрилкәләге ашына ҡарап ултырҙы ла:
– Дәәә… 20 йыл үтте, һаман ашарға бешерә белмәйһең икән. Хәйер, әсә һөтө менән инмәгәнде… – тип битәрләй башлағайны иптәшем ҡыуҙы ла сығарҙы.
Шулай Ғәлиә һылыуым, ғәйепләһәң дә, ярлыҡаһаң да һинең ҡарамаҡта. Ә Зәбиргә килгәндә, яратһа, килер. Атаһының һүҙенә ҡарап тормаҫ. Әгәр килмәй икән, ныҡлап уйлан: атаһы һүҙенән сыға алмай, ауыр саҡтарыңда йылы һүҙен дә йәлләгән кеше һиңә кәрәкме?
– Ярлыҡарға мин бит судья түгел. Һәр кемдең үҙ дөрөҫлөгө бар.
– Әлбиттә. Ә шулай ҙа мин һинең килен булыуыңды теләр инем, - Фәүзиә апай шым ғына килеп битемдән үбеп китте.