Бәләбәйҙә 30 сентябрҙә кискә ҡарай йәйәүле автобус тәгәрмәсе аҫтына эләккән. Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Көнсығыш урамында «КАвЗ» автобусы рулендәге 48 йәшлек ир ярамаған урында юл аша сығып барған 26 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән.
Йәйәүле алған йәрәхәттәренән дауаханала йән биргән. Бәхеткә, автобуста пассажирҙар булмаған.
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының йыш осраған сәбәптәре һәм уларға юл ҡуймау тураһында беҙҙең лонгридта уҡығыҙ.