Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 16:00

Башҡортостанда COVID-19 һәм пневмония менән сирләүселәр арта бара

Башҡортостанда пневмония менән сирләү осраҡтарының да артыуы күҙәтелә.

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны һуңғы тәүлектә 41 осраҡҡа артҡан. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала 8 831 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн 669 кеше — әүҙем вирус йөрөтөүсе [бер тәүлек элек 635 – ред.]. Коронавирус йоҡторған 63 пациент дауаханала ята, берәүһенең хәле ауыр. Бер кем дә үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж түгел.
Һуңғы тәүлектә республикала ете кеше корнавирусты еңгән, бөтәһе 8 121 кеше һауығып сыҡҡан. Вафат булыуҙың яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй (41).
Башҡортостанда пневмония менән сирләү осраҡтарының да артыуы күҙәтелә. Һуңғы көндә 133 кеше дауаханаға һалынған, һауыҡҡандар – 72.
https://www.bashinform.ru/news/1501507-v-bashkirii-rastet-chislo-aktivnykh-zarazhennykh-covid-19-i-pnevmoniey/
Читайте нас: