Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 11:10

Беренсе ултырыш тураһында

Хәйерле сәғәттә!

Бишенсе саҡырылыш Учалы район Советының тәүге ултырышы үтте, тип ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде. Совет рәйесе итеп Руслан Александрович Ғайсин һайланды. Р.А.Ғайсин 1971 йылғы. 4 тапҡыр депутат итеп ҡайланған.Ике юғары белемгә эйә (Өфө авиация университеты һәм Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһы). 1995-1996 йылдарҙа Учалы район элемтә үҙәге электромеханигы булып эш башлай ҙа, һуңынан “Башинформсвязь” системаһында инженер вазифаларында хеҙмәт итә. 2005 йылдан әлеге көнгә тиклем – шәхси эшҡыуар, «Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Учалы бүлексәһе рәйесе.
Район Советы рәйесе урынбаҫары итеп А.Ж.Зәйнуллин һайланды. Амур Жәүҙәт улы 1976 йылғы. 1998 йылдан алып Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында инженер вазифаларында хеҙмәт итә лә, 2011 йылдан әлегә тиклем – УТБК профсоюз комитеты рәйесе. 4-се саҡырылыш район Советында ла депутат итеп һайланып, фәҡәт район Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарған була.
“Урал таштары” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Хөснөтдин Фәхретдин улы Хәсәнов был саҡырылыш район Советына ла депутат итеп һайланды (12-се һайлау округында 86 проценттан күберәк тауыш йыя!), әммә артабан да район Советы рәйесе вазифаһын биләү тәҡдименән баш тартҡан тиелде. Насар булһа, 6 тапҡыр депутат итеп һайланмаҫ ине инде. Уға был ултырышта район хакимиәте, БР муниципаль берәмектәре ассоциацияһы Хөрмәт грамоталары тапшырылды, рәхмәт һүҙҙәре байтаҡ яңғыраны. "Яйыҡ" гәзите менән хеҙмәттәшлек өсөн үҙебе ҙә айырым рәхмәт әйтеп китәбеҙ.
Алдағы саҡырылыш депутаттары Вячеслав Ким ( “РИВС” заводы директоры), Айбулат Бағарин (урман хужалығы директоры), Тимур Фазылов (УТБК инженеры) бурыстарын яҡшы башҡарған өсөн район Советының Хөрмәт грамоталары менән билдәләнде. Ошондай уҡ награда менән элекке һәм әлеге саҡырылыш депутаты, Учалы тегеү фабрикаһы директоры Фәйрүзә Степанеко ла дәртләндерелде.
Район Советы депутаттарының тәүге ултырышында дүрт даими комиссия булдырылды, уларҙың рәйестәре һайланды. Атап әйткәндә, Бюджет, финанстар һәм милекселек һорауҙары буйынса (рәйесе – Илмир Ғәзизов), Социаль-гуманитар һорауҙар, законлылыҡты күҙәтеү һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса (Фәйрүзә Степаненко), Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса (Хөснөтдин Хәсәнов), Аграр һорауҙар, ер һәм тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу, төҙөкләндереү, экология һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса (Мозафар Ҡадиров), һәм Совет регламентын күҙәтеү, депутат статусы һәм этикаһы буйынса (Илгез Нуриәхмәтов) комиссиялар. Хәйерле сәғәттә!
Читайте нас: