Октябрҙең беренсе көнө насар хәбәр менән башланды. 1 октябрҙә төнгө 00.52 сәғәттә 24-се янғын һүндереү часы пультына Учалы районының Илтабан ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.
Фажиғә урынына шундуҡ янғын һүндереүселәр юллана. Ут 9х9 үлсәмендәге йортто ялмап алған була. Янғын һүндереүселәрҙең ярҙамы менән “ҡыҙыл әтәс” ауыҙыҡлана, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында 70 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Әлеге ваҡытта уттың ни сәбәпле сығыуы асыҡлана, тикшереү бара.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе хәүефле күренеш тураһында иҫкәртә - көньяҡ-көнсығышта ғәҙәттән тыш класлы янғын хәүефе һаҡлана. Шулай уҡ йылытыу миҙгеле башланды, ауылдарҙа ғәҙәттә өйҙәрҙе мейес ярҙамында йылыталар. Ут яҡҡанда бигерәк тә иғтибарлы булыу зарур, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тейешенсә үтәлергә тейеш. Йылытыу ҡоролмаларын дөрөҫ ҡулланмау ҙа янғын сығыуға сәбәпсе булыуы ихтимал. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ!